Эстәлеккә күсергә

Сан-Франсиску

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сан-Франсиску
порт. Rio São Francisco
Сан-Франсискулағы каньон
Сан-Франсискулағы каньон
Характеристика
Оҙонлоғо 2830 км
Бассейн 641 000 км²
Һыу сығымы 3300 м³/с
Һыу ағымы
Тамағы Атлантик океан
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 10°30′15″ ю. ш. 36°23′40″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Атлантик океан

Ил Бразилия Бразилия
Регион Төньяҡ-көнсығыш регион
Район Алагоас, Баия, Минас-Жерайс, Пернамбуку, Сержипи
Сан-Франсиску (Бразилия)
Точка
Точка
тамағы
Сан-Франсиску Викимилектә

Сан-Франсиску (порт. Rio São Francisco һүҙмә-һүҙ Изге Франциск йылғаһы) — оҙонлоғо буйынса Көньяҡ Америкала өсөнсө йылға.

Бразилия яҫы таулығының иң бейек урта өлөшөндә — Серра-да-Канастра тауҙарында башлана. Үрге ағымында тупһалы, шәп ағымлы, ғәҙәти тау йылғаһы характеристикаһына эйә. Урта ағымында йылға тектоник сығышлы киң үҙән буйлап Атлантик океан яр буйына параллель рәүештә аға. Каброро ҡалаһынан һуң көньяҡ-көнсығышҡа табан борола һәм яр буйы һырттары аша үтеп, бихисап тупһалар һәм бейеклеге 81 метрға еткән Паулу-Афонсу шарлауыҡтарын барлыҡҡа килтерә. Артабан Атлантик океанға ҡоя.

Оҙонлоғо — 2830 км, йылға бассейны яҡынса 641 мең км². XX быуат уртаһында йылғала гидроэлектростанция каскадтары, өс һыуһаҡлағыс (Трес-Мариас, Собрадиньо, Итапарика) төҙөлгән. Һыуһаҡлағыстар төҙөү суднолар йөрөшөнә булышлыҡ итә һәм һыу юлын оҙонайта.

Барра ҡалаһы янында уртаса һыу сығымы 3000 м³/с тәшкил итә. Паулу-Афонсу районында шул уҡ исемдәге милли парк урынлашҡан; экологик туризм үҫешкән.