Сахратов Роман Фәнис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған


Сахратов Роман Фәнис улы (1958 йыл) - Яңауыл районының почетлы гражданины

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роман Сахратов 1958 йылда Донецк өлкәһендә Горловка ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Сарапул электр техник лабораторияһына электр монтеры булып эшкә урнаша, артабан Алыҫ Себерҙә эшләй.
1994 йылда Роман Фәнис улы «Электр селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһында мастер булып эшләй башлай, бер йылдан етәксе вазифаһына күтәрелә. Предприятиела үҙғәрештәр башлана, террритория төҙөкләндерелә, нигеҙ яйға һалына, махсус яңы техника алына. Уҙған сирек быуатта предприятие ҡеүәтен өс тапҡыр арттыра һәм Яңауыл районында алдынғыларҙың береһенә әүерелә. «Яңауыл электр селтәрҙәре» акционер йәмғиәте саралар үткәреүҙә даими спонсоры, үҙ аҡсаһына ҡаланы Яңы йыл иллюминацияһы менән биҙәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» ()
  • Яңауыл районының почетлы гражданины (2020 йыл)


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Почетные граждане Янаульского района - 2020. — Янаульский район: Янаульские зори, 21.08.2020. — С. 3.