Эстәлеккә күсергә

Свами Сварупананд Жи Маһараж

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шри Сварупананд Жи Маһараж.

Тыуғанда исеме Шри Бели Рам Жи, Шри Свами Сварупананд Жи Маһараж (1884 йылдың 1 феврале – 1936 йылдың 9 апреле), Адвайта Маттың Индуизм гуруһы. Ул шулай уҡ Шри Нангли Ниваси Бһагаван Жи, Һари Һар Баба, Садһгурудэв Жи һәм Икенсе Гуру булараҡ билдәле.[1] Һиндостанда (хәҙер Пакистанла), Коһат районында Терии ауылында тыуған булған, йәш Бели Рам Жи саньясаға 1900-енсе йылдар башында Терила Шри Парамһанс Свами Адвайтананд Жи тарафынан инициацияланған булған, ул уға Шри Свами Сварупананд Жи тигән исем биргән. Свами Адвайтананд Жи тормышы ваҡытында Свами Сварупананд Жи Төньяҡ Һиндостанда "саньяса"лар (ваз кискәндәр) орденын, һәм остаҙының тәғлимәтен дәғүә итеү өсөн бер нисә үҙәк нигеҙләгән.[2] Шри Свами Адвайтананд Жи Маһараж уны рухи осорҙың реформаторы булараҡ киләсәктә рухи куәтте һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән Аграла медитацияләргә ҡушҡан. Шәһәрйән алыҫта джунглиҙа Ним ағасы аҫтында Икенсе Гуру үҙ экстазына сумып, башҡа донъяла гуфала сәйәхәт иткән (ер аҫтында бик тығыҙ 3-4 фут үлсәмендә мәмерйә). Уның исемен һәм ҡайҙан килгәнен белмәгән күп Агра йәшәүселәре уға йәлеп ителгән булған һәм уның урындығы янында күпмелер ашамлыҡтар ҡуйғандар һәм ул уларҙы ҡабул итмәйәсәк тип уйлағандар. Әммә йогешвар эсеү-ашауға яҡын килмәгән. Ул бары тик ҡайнатылған ним ағасы япраҡтарын ашаған һәм шулай итеп ошо урында 14 йыл медитацияла һуң уның тәне скелетҡа тиклем кесерәйгән.
Аграла мәмерйә тирәһендә эшләнгән ғибаҙатхана булған, ул Тапобһуми булараҡ мәғлүм.
Шри Парамһанс Свами Адвайтананд Жи Свами Сварупананд Җи Маһражны рухи вариҫы тип иғлан иткән. Гөжаратта, Пакистанда Чакур ашрам, лакх рупия бәрабәренә төҙөлгән матур дини сәйәхәт ҡылыу урыны, Свами Сварупананданың конгрегацияһы штаб-фатиры булып ҡалған.
1935 йылда ул 800 шафран кейемле Маһатмалар һәм йорт тотоусы тоғролар араһында Пәнжабтан китәргә һәм Уттар-Прадешта йәшәргә ҡарар ҡылған, был йыйын араһында агония тулҡынын барлыҡҡа килтергән. 1936 йылда ул һуңғы мәртәбә Делигә зиәрәт ҡылған һәм унан һуң ике ай анда торған. Сиктә, Синдхта һәм Пәнжабта оло ашрамдар һалып, ул 1936 йылдың мартында Мират районында Райпур Нангли ауылына күскән. Ул: "минем менән дүрт роти бар" тип иғлан иткән. Береһе Педжаб өсөн, икенсе Гвалиор өсөн һәм икеһе бында Нангли өсөн, сөнки был урын минем күңел өсөн бик яҡын". Ул был дөньядан 1936 йылдың 9 апрелендә Мират районында Райпур Нангли ауылынан киткән. [3] Шри Свами Ниджатмананд Жи һәм Свами Абһедананд Жи Садгурудэв Жи Шри Нангли Саһибта ҡалдырырға күрһәтмәләре буйынса изге тәнгә Самадхи биргәндәр. Үлем ваҡытында Свами Сварупананд Жи Маһаражның төньяҡ Һиндостанда 10000-ән артыҡ тарафдары һәм 300-ҙән артыҡ ашрамы булған. Мират районында Нангли Ират (Нангли Саһиб) ауылы Дәһли-Һаридвар Шоссеһынан бер нисә километрҙа. Унда Сатгуру Шри Сварупананд Жи Маһаражның иң изге самадхиһы урынлашҡан, ул ауылды зиәрәт ҡылыуы менән изгеләштергән. Төп юлның тиртһаға юлдың 84 боролмаһы бар, улар һикһән дүрт йонни аша мукти (азат ителеүҙең) символы булып торалар. Шри Сваруп Маһараджның өйрәнсектәренең береһе булып Һанс Жи Маһарадж булған ул шунан һуң Илаһи Нур Миссияһын нигеҙләгән.[4] [5] Мәғлүмәте буйынса, Шри Сварупананд Жи Маһараджның вариҫы булып Шри Свами Вайрагья Ананд Жи Маһараж булған, ул шулай уҡ Шри Анандпурның өсөнсө остазы булараҡ мәғлүм.[6] Свами Сваруп Жи Маһаражны ҡайһы ваҡыт Радһа Соами һыҙатының Ананд Сваруп тип хаталы яҙалар.

Факирҙың билдәле дине юҡ: ул барыһы менән таныш. Мин ҡайҙа ла булһа барһам ла, туғрыларҙың ҡытлығы юҡ, сөнки мин барыһыныҡы ла һәм барыһы ла минеке.
"Shri Swarup Darshan" Ibid. pp. 23-24

www.nanglisahib.com

  1. "Shri Paramhansa Advait Mat: A life sketch of the Illustrious Master of the Mat" (1975), p. 145-46, Shri Anandpur Trust
  2. Sri Swami Sar Shabdanand Ji, "Shri Swarup Darshan" (1998), pp. 17-59. New Delhi: Sar Shabd Mission.
  3. Vaudeville, Charlotte. "Sant Mat: Studies in a Devotional Tradition in India" in Schomer, K. and McLeod, W. ISBN 0-9612208-0-5
  4. Melton, J. Gordon, Bauman, Martin. "Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices" (2002), p. 427, ISBN 1-57607-223-1
  5. Geaves, Ron. "From Totapuri to Maharaji: Reflections on a Lineage (Parampara)," (2002) Paper presented at the 27th Spalding Symposium on Indian Religions, Oxford. March 2002.
  6. Pur, Anand, "Paramhansa Advait Mat: A life sketch of the Illustrious Master of the Mat" (1975), Shri Anandpur Trust (originally published in Hindi, date unknown)