Себеж ҡамауы
Себеж ҡамауы | |
Себеж ҡамауы — 1534—1537 йылдарҙа рус-литва һуғышы ваҡиғаһы. Бөйөк Литва кенәзлеге һәм Польша короллеге армияһы Себеж рус ҡәлғәһен ҡамауҙа ҙур еңелеүгә дусар була.
Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы рус-лит һуғышы башланғандан һуң, Себеж ҡәлғәһе (башта Себежда-Ивангород) Литваның сик буйы территорияларында Рус дәүләте тарафынан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлә. Шул ваҡыттағы иң яңы фортификация технологиялары буйынса ҡәлғәнең төҙөлөшө менән итальян мастеры Петрок Бәләкәй Фрязин етәекселек итә. Яңы ҡәлғә өсөн урын Себеж күленә төпкә инеп торған морон һайлана, был үҙенән-үҙе үк яҡшы һаҡлау булып хеҙмәт итә. Себеждың ағас ҡоролмалары бөтә яҡтан тупраҡ өйөмдәре һәм бастиондары менән һаҡланған. Себеж ҡәлғәһенә беренсе воевода итеп баяр Иван Бутурлин тәғәйенләнә. Ҡәлғә гарнизоны артиллерия менән яҡшы ҡораллана.
Поляк-литва яғы оҙаҡ ҡамауҙан һуң Стародубты баҫып алып, ҡанһыҙлыҡ менән уның халҡын ҡырғандан һуң, король Сигизмунд I 1536 йылда Себежды баҫып алырға ниәтләнә. Уға Киев наместнигы Андрей Немирович һәм Полоцк воеводаһы Ян Глебович етәкселеге аҫтында 20 меңлек поляк-литва ғәскәре юллана. Рәсәй тарихсыһы М. Кром, Немирович һәм Глеб улы ғәскәрҙәренең һаны йылъяҙмала ныҡ арттырып күрһәтиелгән, тип иҫәпләй. Шулай уҡ рус гарнизонының ҡамауға тиклем Ливонияла 80 немец һалдатын яллауы тураһында мәғлүмәттәр бар[1].
Ҡамау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сигизмунд хәрби начальниктары Себежды уңышһыҙ уңыш алырға тырыша. Себеж поляк-литва артиллерияһының көслө утына дусар була. Әммә Себеждың яҡшы тупраҡ нығытмалары һәм уңайлы урынлашыуы, шулай уҡ ҡамаусыларҙың оҫта эш итмәүҙәре арҡаһында утҡа тотоу һөҙөмтәлелеге түбән була. Ҡәлғә ҡапҡалары алдындағы тар муйында өйөлөшөп торған Сигизмундтың һалдаттары бер нисә тапҡыр үҙҙәренең артиллерия уты аҫтына эләгеп һәләк була. Былар бөтәһе лә ҡамаусылар станында ығы-зығы тыуҙыра, бының менән ҡәлғә гарнизоны файҙалана. Воеводалар Засекин һәм Тушин ҡәлғә батареялары ышығы аҫтында оҫта эш итеп, ҡапыл сыға. Рус гарнизоны ҡыҫымы аҫтында ауыр кейемдәге поляк-литва яугирҙәре, пушка һәм байраҡтарын ҡалдырып, тәртипһеҙ рәүештә йоҡа боҙ буйлап сигенә башлай. Ҡасып барыусылар аҫтындағы боҙ ярыла. Уларҙы эҙәрлекләп килгән еңелерәк рус яугирҙәре дошмандарын ҡыра һәм боҙло һыуға батыра.
Себеж күлендә поляк-литва юғалтыуҙары төрлөсә баһалана. Вологда-Персмь йылъяҙмаһына ярашлы, улар меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Пруссия кенәзе Альбрехт. Нипшиц, Бөйөк Литва кенәзлеге һәм Польша короллеге 20 кешенән дә күберәк юғалтмай, тип иҫәпләй[1].
Эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Себеж янындаҫы еңелеү Литва яғын һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр итә. Рус хөкүмәте лә, Ҡырым һәм Ҡазан ханлыҡтары яғынан хәүеф тыуыуҙы күҙ уңында тотоп, тыныслыҡ төҙөү яғында була. Литвала күп булмаған, әммә бай рус әсирҙәре тотола, ә рустар яғында литваларҙың абруйлы кешеләре әсирлектә күберәк була. Оҙаҡ бәхәсләшеүҙәрҙән һуң 1537 йылда тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, уға ярашлы, Литваның ныҡышмалылығы арҡаһында әсирҙәр менән алмашыныу булмай, ә территория мәсьәләһе хәл ителә. Рус дәүләте дәғүә иткән Гомель улусы Литваға китә, ә Себеж, Велиж, Заволочье ҡәлғәләре рәсми рәүештә Рус дәүләтенеке тип таныла.
Себеж халҡының хәрби батырлығы тураһында иҫтәлек өсөн княгиня Елена Глинская Себежда таштан Троицк соборы төҙөргә ҡуша[1][2]; уның төҙөлөшө 1537 йылда башлана, ә 1544 йылда тамамлана (һаҡланмаған)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Кром М. М. Стародубская война. 1534—1537. Из истории русско-литовских отношений. — М.: Рубежи XXI, 2008. — 140 с. — (Забытые войны России). — ISBN 5-347-00004-3.
- ↑ Меньшов Н. П. Административно-территориальное деление и история Себежского уезда в XVI—XVIII веках. По материалам Российского государственного Архива древних актов // Себежский краеведческий музей: История и научно-краеведческая работа. — Псков, 2007. — 114 с. — ISBN 5-347-00004-3. — С. 33—51.
- ↑ Лагунин И. И. Историко-градостроительный очерк г. Себежа и его окрестностей // Псков : научно-практический историко-краеведческий журнал. — Псков: Псковский гос. пед. ун-т им. С. М. Кирова, 2000. — № 12. — С. 125—138
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Осада Себежа на сайте Runivers.ru