Эстәлеккә күсергә

Сихырсы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ведьма
Жанр

Убийство

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русский

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886

Сихырсы — хикәйә Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1886 йылдың 8 мартында «Яңы ваҡыт» гәзитенең 3600-сө һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылған.

А. П. Чеховтың «Сихырсы» хикәйәһе 1886 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 8 мартында «Яңы ваҡыт» гәзитенең 3600-сы һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, 1887 йылда «Эңерҙә» йыйынтығына, А. Ф. Маркс нәшер иткән Антон Чеховтың әҫәрҙәре йыйынтығына индерелә.

Үҙе тере саҡта Чеховтың хикәйәләре немец һәм чех теленә тәржемә ителә.

Яҙыусының кинйә ҡустыһы, М. П. Чехов хәтерләйем, "Бабкиндан йыраҡ түгел "Дарагановский урманына яҡын ерҙә үҙенә һәр саҡ яҙыусының иғтибарын йәлеп иткән яңғыҙ Полевщинский сиркәүе тора. Унда йылына бер тапҡыр ғына ғибәҙәт атҡарылған һәм, ҡарауылсы сәғәтен шылтыратҡан саҡта, төндә Бабкинға ҡыңғырауҙың моңһоу тауышы ишетелгән. Почта юлы буйындағы ҡарауылсы өйө булған был сиркәү, моғайын, Чеховҡа «Сихырсы»һын яҙыу фекерен биргән.

Нәшриәтсе Лейкин үҙенең 1886 йылғы хатында авторға былай тип яҙған: «Суворин һеҙҙең ҙур повесть ебәреүегеҙ тураһында һөйләне. Маҡтаны».

Билибин В. В. Чеховҡа яҙған: «Суворинға Һеҙҙең „Сихырсы“ бик оҡшаған тиҙәр, һәм ул һоҡлана. Үҙем тураһында мин былай тип әйтмәҫ инем. Мин хикәйәнең ҙур оҫталыҡ менән яҙылыуынан ҙур ҡәнәғәтлек кисереп уҡыным. Унда бик күп талант. Тәбиғәтте тасуирлау бик шәп. Ләкин, мин шул талантты „сит ил һүрәттәре“ менән сиктәш артыҡ ныҡ тойғоло картиналарҙы аңда ҡайтанан барлыҡҡа килтереүҙә файҙаланыу лайыҡлы түгел тип уйлайым… „Ысынбарлыҡ?“ Ә Тургенев реалист булмағанмы ни? Был теманы ул шулай яҙыр инеме икән? Мин реализмға табынам, ләкин дьячоктың бысраҡ аяҡтарын тасуирлауығыҙ мине үртәндерә. Шунан тағы, бындай ысынбарлыҡ тормош менән йәнәш — үҙенең ҡатынын етди рәүештә сихырсы тип һанаусы дьячок образындағы аңлашылмаған фантастик элемент. Был тап килмәй»

Ф. О. Шехтель Чеховҡа, хикәйәлә дьячокты ентекле натуралистик һүрәтләү «теләһә ниндәй золаизмдан да текәрәк», тип яҙа.

Д. В. Григорович хикәйәне юғары баһалай. Ул шулай уҡ ҡайһы бер хаталарҙы ла билдәләй: «Хәҡиҡәт, реализм нәзәкәтлелекте юҡҡа изящество сығармай, ә һуңғыһынан хатта ота ла. Һеҙ пластика формаһы һәм тойғоһона шул тиклем ныҡ эйә, һәм, мәҫәлән, дьячоктың ҡуптарылған тырнаҡлы бысраҡ аяҡтары һәм кендеге тураһында һөйләү бер ҙә кәрәкмәҫ ине. Был деталдәр тасуирлауҙың нәфис матурлығына бер нимәлә өҫтәмәй, ә тик зауыҡлы уҡыусының тәьҫораттарын ғына боҙа. Ихластан ғәфү итегеҙ мине бындай иҫкәрмәләрем өсөн; мин уларҙы тик Һеҙҙең талантығыҙға ысын мәғәнәһендә ышанғаным һәм уны ысын күңелдән үҫтереүегеҙҙе һәм күрһәтә алыуығыҙҙы теләгәнем өсөн генә әйтергә йөрьәт иттем»[1].

«Петербург гәзите» рецензенты «Сихырсы» хикәйәһендә буранды тасуирлау Диккенстың иң яҡшы һүрәтләүҙәрен хәтерләтә тип яҙҙы: «Чехов әфәнде, проза өлкәһендә яҙһа ла, ҡайһы бер патентлы шиғыр теҙеүселәргә ҡарағанда — һис шикһеҙ шағир…»

Л. Н. Толстой «Сихырсы» әҫәрен А. П. Чеховтың иң яҡшы хикәйәһе тип атаған.

«Сихырсы» хикәйәһендә ваҡиғалар ҡыш көнө сиркәү янындағы ҡарауылсы өйөндә сторожка бара. Бында дьячок Савелий Гыкин һәм дьяк ҡатыны Раиса Ниловна йәшәй. Тышта буран ҡоторона, ҡар көрттәрен өйә. Дьяк ҡатыны шырт туҡыманан тоҡ тегә, икеһе лә йоҡлай алмай. Көтмәгәндә зыңлаған зар ишетелгән. Ҡайҙалыр почтальон үтеп барған.

Йонсоу көнгә һәм үткенселәргә үпкәләгән дьячок ҡатынын ғәйепләй: «был һинең эшең, енбикә! Һинең эшең, ер кинәнгере! Был буран да, почтаны өйрөлтә, аҙаштыра… быны тик һин эшләгәнһең! Һин!» Оҙаҡ ҡына әрепләшкәндән һәм үҙ-ара ғәйепләшкәндән һуң, ишек шаҡыйҙар һәм почтальон һәм уның уҙағы уларҙа йылынырға рөхсәт һорай.

Почтальон йәш кеше була. Ул тормошҡа һәм йонсоу көнгә зарлана башлай. Дьяк ҡатыны килеүселәрҙе һыйларға була һәм улар ауыл тормошо тураһында һөйләшә башлайҙар. Дьяк ҡатыны нисек кейәүгә сыҡҡанын һөйләй. Шунан һуң барыһы ла йоҡларға ята. Дьячок йоҡлай алмай ята, ул «ул ҡорһағына ятып түшәктән шыуып төшә лә, почтальонға яҡын килеп, ут уның күҙенә төшмәһен, тип, йөҙөнә яулыҡ ҡаплай». Һуңынан ирле-ҡатынлы ирешенә башлай. Савелий, почтальонды уятып, эшкә ебәрергә була: «Ул бит ҡаҙна эшендә, уны оҙаҡ тотҡаныбыҙ өсөн, аҙаҡ беҙ яуап бирәсәкбеҙ. Почта йөрөтәһең икән, йоҡлап ятма, эшеңдә бул».

Дьяк ҡатыны, йонсоу көндә йөрөмә, тип почтальонды туҡтап ҡалырға димләй башлай. Баҙнатһыҙланып торған почтальон дьяк ҡатынының ылыҡтырғыс ҡиәфәтенә иғтибар итә һәм уның муйына ҡағыла. Һуңынан ул ҡатындың биленән тотоп ала һәм лампаны һүндереү маҡсатында эйелә. Ләкин шул саҡта Савелий һәм ямсы күренә. Үткенселәр, почтальонға юл күрһәтергә теләгән Савелий менән арбаға ултыра ла китеп бара.

Улар киткәс, дьяк ҡатыны, тыысһыҙланып, ҡыҙарынып-бүртенеп, мөйөштән мөйөшкә йөрөй. Уға йәшәгән өйө бысраҡ һәм фәҡир тойола, шулай уҡ дьячогы ла меҫкен күренә. Был уның наҙлы һәм нәфис төҙөлөшөнә структураларына тап килмәй.

Юлдан ҡайтҡан дьячок ҡатынын тағы ла сихырсылыҡта ғәйепләй башлай, уның был шөғөлө тураһында отец Никодимға һөйләп бирәсәге менән янай. Ҡатыны уға былай тип яуап бирә: «Үҙеңә ҡатынды урманлан эҙлә! Мин һиңә ниндәй ҡатын булайым ти? Ярылып киткере! Башыма бер бәлә булдың даһа тинтәк телепень, ата ялҡау, аллам ғәфү ит!» һәм үкереп тороп илай. Бынан һуң дьячок «үҙенең ҡатынына ҡарата фекеренә тулыһынса инана». Ҡатынының толомон ҡулына ала ла муйынын һыйпай, бының өсөн тегенеһе танау биленә переносица тондора, хатта ирҙең күҙҙәренән осҡондар сәсрәй.

  • Чехов А. П. Ведьма// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  1. Слово, сб. 2, стр. 200—201