Эстәлеккә күсергә

Сосновский балтырғаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сосновский балтырғаны
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы H. sosnowskyi
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Heracleum sosnowskyi Manden., 1944
Таксономия рангыһы Төр
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Балтырған
Таксондың халыҡ атамаһы Sosnowsky's berenklauw һәм bolševník Sosnovského[1]
Кем хөрмәтенә аталған Сосновский Дмитрий Иванович[d]
Инвазионный вид для Европа Берләшмәһе[2]
Вики-проект Проект:Инвазионная биология[d]
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[3]
 Сосновский балтырғаны Викимилектә

Сосно́вский балтырғаны (лат. Heracléum sosnówskyi) — сатырлылар ғаиләһе балтырған ырыуына ҡараған эре үлән. Үҫемлеккә ҡағылыу яндыра, оҙаҡ төҙәлмәй торған яралар барлыҡҡа килә[4].

XX быуат уртаһынан СССР-ҙа был үҫемлекте күпләп [5] силос өсөн үҫтерә башлаған булалар[6]. Һуңғараҡ бик тиҙ ҡырағайланыуы һәм тәбиғи экосистемаға үтеп инеүе асыҡлана, төҙәтеп булмаҫлыҡ тиерлек зыян һала башлауы асыҡлана. Япраҡтары һәм орлоҡтары эфир майҙарына бай, уларҙа фототоксик фуранокумариндар булыуы  буллёз дерматитҡа килтерә, ул янған яра төҫө ала. Ошо сифаттар арҡаһында үҫемлекте сәнәғәт кимәлендә етештереүҙән баш тартырға тура килә.

1944 йылда балтырғандың яңы төрөн тапҡан һәм тасуирланған совет һәм грузин ботаник-систематигы Манденова Ида Пановна уны ботаник, систематик һәм ботаникогеограф Сосновский Дмитрий Иванович (1885-1953) хөрмәтенә Сосновский балтырғаны тип атарға тәҡдим итә. Балтырған орлоғо 1951—1952 йылдарҙа Нальчик ҡалаһы янында йыйып алыныуы билдәле [7].

«Госсорткомиссия» ФГБУ-һының Рәсми бюллетене районлаштырылған Сосновский балтырғанының Дәүләт селекцион ҡаҙаныштары исемлегенән хужалыҡ өсөн файҙаһыҙлығы арҡаһында алып ташланыуы хәбәр ителә (20 апрель, 2012 йыл № 6(176) [8][9].

2014 йылдың декабрендә Сосновский балтырғаны кодтары (йәшел масса һәм орлоҡтары) Дөйөм Рәсәй продукция классификаторынан алып ташлана, 2015 йылдың 1 ғинуарынан ауыл хужалығы культуралары статусын да бөтөрәләр, 2015 йылдың декабренән Сосновский балтырғаны Рәсәй Федерацияһының сүп үләндәре Тармаҡ классификаторына индерелә [10][11][12] (5506-се һанлы) [13].

  1. https://portal.nature.cz/publik_syst/nd_nalez-public.php?idTaxon=107118 (чеш.)Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
  2. Regulation (EU) No 1143/2014 of the European Parliament and of the Council of 22 October 2014 on the prevention and management of the introduction and spread of invasive alien species
  3. Таксономия растений GRIN (ингл.)
  4. Мой друг борщевик // Наука и жизнь : журнал. — № 7. — 2009.
  5. https://www.kommersant.ru/doc/3688997?from=four_strana
  6. Оценка кормовых достоинств силоса из борщевика Сосновского / Подг. канд. с.-х. наук А. Г. Шмакова, Ф. Ф. Сидоров, Г. А. Добрякова и др. — Л.: Лениздат, 1970. — 16 с.
  7. Исследования по интродукции кормовых растений агробиолога К. А. Моисеева в 1950—1980-х гг. в Коми филиале АН СССР
  8. Письмо Минсельхоза России от 25.09.2017 № 19-Е-4338/ог
  9. Официальный сайт администрации МО Приозерский муниципальный район — Борщевик Сосновского 2018 йыл 17 июль архивланған.
  10. Борщевик Сосновского официально признан сорным растением. 18 декабря 2015 Online47.ru
  11. Штраф за борщевик на участке составит до 1 млн рублей // Известия. 9 июля 2018
  12. Миллион за сорняк: Московская область намерена ввести штрафы для компаний и частных лиц за борщевик на участках // Коммерсантъ. 09.07.2018.
  13. Дополнение в «Отраслевой классификатор сорных растений» № 384 021 310. Раздел: Двудольные многолетние корнестержневые. С. 37, код 5500. № 5506 — Борщевик Сосновского.