Роландтың Галлелағы статуяһы
Роландтың Галлелағы статуяһы — Галле ҡалаһының Баҙар майҙанында Роланд статуяһы. Бейеклеге дүрт метр самаһы тәшкил итә. Роландтың башҡа һындары кеүек үк, һәйкәл урта быуаттар ҡалаһының азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо символы булараҡ ҡуйыла. Башта ағастан эшләнгән була, күрәһең, буятылғандыр. Сәнғәт белгестәре статуяның төп нөсхәһен XIII быуат уртаһы (1245 йылдар тирәһе) тип билдәләй. 1709 йылда ағас статуя яңы статуя эшләү өсөн форма булып хеҙмәт итә. Яңыһы 1854 йылда ҡомташтан эшләнә. Уға итектәр, бирсәткәләр һәм фонтан формаһында пьедестал өҫтәлә.
1478 йылда ҡаланың Магдебург архиепискобы Эрнст Саксонский менән низағынан һуң, Һалле барлыҡ тиерлек өҫтөнлөктәреннә мәхрүм ителә. Шул сәбәпле, 1481/1482 йылдарҙан 1513 йылға тиклем Роланд статуяһы ағас япма менән көпләнә. Шулай уҡ йыл һайын башҡарылған традицион Роланд бейеүе лә тыйыла.
Роланд статуяһы Баҙар майҙанында үҙ урынын бер нисә тапҡыр алмаштыра. Әлеге ваҡытта ул Ҡыҙыл башняның көнсығыш яғына урынлаштырылған. Роландтың Германияла ҡуйылған башҡа статуяларынан айырмалы рәүештә, Галлелағыһы хәрби кейемдә түгел.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Holger Brülls, Thomas Dietsch: Architekturführer Halle an der Saale. Dietrich Reimer, Berlin 2000, ISBN 3496012021.
- Dietlinde Munzel-Everling: Der Roland von Halle — ein Rechtssymbol? in Heiner Lück (Hrsg.): Halle im Licht und Schatten Magdeburgs. Seite 72-112; Mitteldeutscher Verlag, Halle 2012; ISBN 978-3-89812-969-5.
- Dietlinde Munzel-Everling: Rolande. Janos Stekovics, Dößel 2005; ISBN 389923104X.
- Michael Pantenius: Stadtführer Halle. Gondrom Verlag, Bindlach 1995; ISBN 3811208160.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Реставрация Роланда из Галле на сайте www.steinrestaurierung.net (нем.)(нем.) 2021 йыл 26 сентябрь архивланған.