Студия-фатир

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Студия-фатир
Рәсем
Изображение интерьера
Майҙан 550 ± 100 квадратный фут

Студия-фатир — аш-һыу, йоҡо һәм ҡунаҡ бүлмәләре бер дөйөм бүлмәгә берләшкән ҙур булмаған фатир. 20-се быуат башында бындай студиялар аҙ мебель менән йыһазландырылған йәшәү урыны була. Ҡайһы бер осраҡта йыуыныу бүлмәһе бер ҡатта йәшәүселәр өсөн бер урында урынлаша.[1] Бөгөн студия-фатирҙар күсемһеҙ милектең төрлө сегменттарында таралған. Эконом-класта улар аҙ метражлы булып һанала. Шулай уҡ, элиталы торлаҡ йорттарҙа ҙур майҙанлы студия-фатирҙар осрай.

Төрлө илдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Америка Ҡушма Штаттарында студияның уртаса размеры 46-56 квадрат метр тәшкил итә.[2]

Аргентина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аргентинала бер бүлмәле фатир monoambiente (испанса mono — бер, ә ambiente — бүлмә) тип атала.

Германия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германияла бер бүлмәле фатирҙы, ғәҙәттә, Garçonnié (француз теленән garçon — малай, йәш егет, буйҙаҡ) йәки Einzimmerwohnung («Ein» — бер, «Zimmer» — бүлмә, «wohnung» — фатир).[3]

Гонконг[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гонконгта студия тип аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәләре булған майҙаны 10 квадрат метрҙан кәм булмаған фатир атала. Рөхсәт ителгән торлаҡ майҙаны иң кәмендә автомобиль туҡталҡаһы майҙанына тиң[4][5].

Канада[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студия-фатир, Шербрук, Квебек, Канада (2010)

Канадала студияны bachelor (буйҙаҡтар фатиры) тип атайҙар.

Португалия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Португалияла студия-фатирҙар TO (T-Zero) билдәләре менән бирелә, O һаны, үҙ сиратында, фатирҙа айырым йоҡо бүлмәләре булмауын белгертә.[6]

Швеция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швецияла студия-фатирҙарҙы etta «берәмек» тип атайҙар. Уларҙың дөйөм майҙаны, ғәҙәттә, 20-нән алып 40 квадрат метрға тиклем.[7]

Япония[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Японияла торлаҡ майҙаны яҡынса 10 квадрат метр булған студия-фатирҙар wan rūmu manshon (бер бүлмәле йорт) тип атала.[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Monoambiente. monoambiente.com.ar. Дата обращения: 24 ғинуар 2022. 2022 йыл 4 ғинуар архивланған.
  2. The Truth About Apartment Square Footage. hotspotrentals.com. Дата обращения: 24 ғинуар 2022.
  3. Недвижимость в Германии: стоит ли покупать, цены, лучшие регионы. egrp.ru. Дата обращения: 24 ғинуар 2022.
  4. Жизнь в Гонконге: Дорогая недвижимость, отсутствие личного пространства и тайфуны. journal.tinkoff.ru. Дата обращения: 24 ғинуар 2022.
  5. 迷你71呎開放式單位= 1個標準車位 點放傢俬好?. topick.hket.com. Дата обращения: 24 ғинуар 2022.
  6. Buying property in Portugal as a foreigner. wise.com. Дата обращения: 24 ғинуар 2022.
  7. Ett = One (1) & A; Etta = One-room flat. gothenburg-400.com. Дата обращения: 24 ғинуар 2022.
  8. Жильё в Японии (современные и традиционные дома). miuki.info. Дата обращения: 24 ғинуар 2022.