Судоку
Судоку (япон. 数独су:доку , әйтелеше )(яп. 数独 су:доку, әйтелеше ) — һандарҙан торған башватҡыс. Ҡайһы ваҡыт судокуны «магик квадрат» тип яңылыш әйтеп йөрөтәләр, сөнки судоку 9-сы тәртиптәге латин квадраты. Судокуны төрлө илдәрҙең гәзит-журналдары бик әүҙем баҫып сығаралар, судоку йыйынтыҡтары ҙур тираждар менән нәшер ителә. Судоку башватҡысын сисеү — ялдың бер популяр төрө.
Ҡағиҙәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйын яланы 9×9 ҙурлығындағы квадраттан ғибәрәт, ул өс шаҡмаҡлы бәләкәй квадраттарға бүленгән. Бөтә уйын яланы шулай итеп 81 шаҡмаҡтан тора. Уларҙа уйын башында бер нисә һан яҙылып ҡуйылған. Улар аҫтыртын әйтелеүсе һандар. Уйнаусы ошо һандарҙан файҙаланып буш шаҡмаҡтарҙы 1-ҙән алып 9-ға тиклем һандар менән тултырырға тейеш. Һәр бер бағаналағы һәм 3×3 квадратында һандар бары тик бер генә тапҡыр ҡулланылырға тейеш.
Судокуның ҡатмарлылығы иң башта бирелгән аҫтыртын әйтеүсе цифрҙар иҫәбенең күпме булыуына һәм уны сисеү ысулдарының ниндәйен ҡулланыуға бәйле. Уларҙың иң ябайҙары дедуктив ысул менән сиселә: һәр ваҡыт бер шаҡмаҡта бары тик бер генә һан тора торған шаҡмаҡ бар. Судокуның ҡайһы берҙәре бер нисә минут эсендә генә сиселә, ә ҡайһы берҙәренә бер нисә сәғәт бүлергә лә тура килә.
Дөрөҫ төҙөлгән башватҡыстың бары тик бер генә сиселеше бар. Тик ҡайһы бер интернет сайттарында бер нисә сиселеше йә булмаһа сиселешәрҙең төрлө вариантлыһы ла бирелә.
Барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуатта Леонард Эйлер «Carré latin» "Латин квадраты» тигән уйынды уйлап сығарған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Төньяҡ Америкала махсус һанлы кроссвордтар уйлап сығарылған. АҠШ-та 1979 йылда «Dell Puzzle Magazine» журналында беренсе тапҡыр судоку баҫылған. Ул саҡта башватҡыс «Number Place» тип аталған. 1980—1990 йылдарҙа «Nikoli» япон журналы үҙенең биттәрендә башватҡысты даими рәүештә баҫтырып сығара башлаған, шунан алып судоку ҙур популярлыҡ ҡаҙанған. Хәҙер судоку — күп гәзиттәрҙең мотлаҡ компоненты булып тора. Мәҫәлән, немецтарҙың күп миллионлы «Die Zeit»[1], австриялыларҙың «Der Standard»[2], Рәсәйҙең «Труд» гәзиттәре шундайҙарҙан.
Математик нигеҙе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөмләштерелгән судокуның төп бурысы N2×N2 яланында NP-ның тулы һаны, сөнки ундағы мәсьәләнең төп бурысы булып латин квадратын тултырыу тора[3].
Оҙаҡ ваҡыт судокуны сисеү өсөн мәсьәләнең минималь аҫтыртын һандарының иҫәбе нисә булыуы кәрәклеге тураһындағы һорау билдәле булмаған. Мәҫәлән, 16 аҫтыртын әйтеүсе һан менән бирелгән судокуны сисеп буламы? Sudoku@vtaiwan иҫәпләүҙәрҙең бүленеше проекты BOINC платформаһында шундай судокуҙарҙың булыу мөмкинлеген тикшергән[4]. Был тикшеренеүҙәр 2012 йылдың ғинуарында 16 аҫтыртын һаны булған судокуларҙың сиселеше булмауын иҫбатлай[5].
Башватҡысты сисеү юлдарының ысулдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҫал:
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (нем.)(нем.
- ↑ (нем.)(нем.
- ↑ (инг.)(англ.
- ↑ Sudoku@vtaiwan — Проект распределённых вычислений по исследованию судоку 2013 йыл 19 август архивланған.
- ↑ Математики решили задачу о подсказках в судоку
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Правила игры судоку и её разновидностей.
- Как решать судоку
- Более полное объяснение решения судоку (включая сложные методы) 2010 йыл 29 май архивланған..
- Играть в судоку онлайн
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эндрю Херон, Эдмунд Джеймс. Судоку для «чайников» = Su Doku for Dummies (Sudoku). — М.: «Диалектика», 2007. — С. 336. — ISBN 978-0-470-01892-7.
- К. Кноп. Магический квадрат или Числа на плацу // Компьютерра. — В. 09.09.2000.
- И. Г. Сухин. Судоку и суперсудоку на шестнадцати клетках для детей. — М.: АСТ, Астрель, 2006. — 128 с. — ISBN 5-17-036566-7.