Суматраның кеше аяғы баҫмаған дымлы тропик урмандары
Суматраның кеше аяғы баҫмаған дымлы тропик урмандары | |
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП III: памятник природы[d] |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Индонезия |
Административ-территориаль берәмек | Ачех[d], Северная Суматра[d], Бенкулу[d], Джамби[d], Западная Суматра[d], Южная Суматра[d] һәм Лампунг[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Суматра |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан |
25 000 км², 2 595 124 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (vii)[d][1], (ix)[d][1] һәм (x)[d][1] |
Суматраның кеше аяғы баҫмаған дымлы тропик урмандары Викимилектә |
Суматраның кеше аяғы баҫмаған дымлы тропик урмандары — Суматраның 2,5 миллион гектар тирәһе майҙанды биләгән дымлы тропик урмандары хәүеф аҫтында.
Суматраның кеше аяғы баҫмаған дымлы тропик урмандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылда ЮНЕСКО-ың Бөтә донъя мираҫы комитеты биотөрлөлөгөнә бәйле, Суматраның дымлы тропик урмандарын Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индергән. Был ҡарар Бөтә донъя мираҫы Комитетының[2] 35-се сессияһында браконьерлыҡҡа, йәшерен урман ҡырҡыуға, ауыл хужалығының үтеп инеүенә, урман биләмәләре аша юлдар төҙөү планына бәйле хәүефтән сығып ҡабул ителгән. Урмандың объекттары Бөтә донъя мираҫы тип иғлан ителгән.
Урмандың биләмәләре Индонезияның өс милли паркын тәшкил итә: Букит-Барисан-Селатан, Керинси-Себлат һәм Гунунг-Лесер.
Башта дымлы урман утрауҙың яр һыҙаттарында ла өҫтөнлөк иткән. Ләкин интенсив ағас ҡырҡыуҙар арҡаһында урман диңгеҙ кимәленән 1500 м тиклем бейеклектәге тау зонаһына шылған. Бында яҡынса 10 мең төр үҫемлек (17 ырыуға ингән үҫемлектәре тик был утрауҙа ғына үҫә) осратырға мөмкин. Улар араһында бик күп лианалар, эпифиттар һәм башҡа тропик үҫемлектәр осрай. Тропик урманда ҡоштарҙың 600-гә яҡын (21 төрө эндемик) һәм һөтимәрҙәрҙең 200-ҙән ашыу төрө теркәлгән[3].
Гунунг-Лёсер милли паркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гу́нунг-Лёсер (индон. Taman Nasional Gunung Leuser) — утрауҙың төньяғында Төньяҡ Суматра һәм Ачех провинциялары сигендә урынлашҡан милли парк. Атамаһы парк биләмәһендәге Лёсер тауы исеменән алынған.
Гунунг-Лёсер 150 км оҙонлоғондағы һәм 100 км ашыу киңлектәге майҙанды алып тора. Күп өлөшөн тауҙар алып тора. Биләмәһенең 40 % -ҡа тиклеме (күберәк төньяҡ өлөшөндә) 1500 м бейеклеккә тура килә. Тик 12 % биләмәһе генә көньяк өлөшөндәге уйһыулыҡтарҙа урынлашҡан (600 м бейеклектә һәм аҫтараҡ). 25 км тирәһе ере яр буйын биләй. Паркта 2700 м ашыу бейеклегендәге 11 тау түбәһе бар.Иң бейеге — Лёсер тауы(диңгеҙ кимәленән 3466 м бейеклектә).
Парк тәбиғәте бик күп төрлө экосистемаларҙы үҙ эсенә ала.
Гунунг-Лёсер — суматра орангутандары һаҡланған урындың береһе. 1971 йылда Герман Риксен паркта суматра орангутандарын өйрәнеү өсөн Кетамбе тикшеренеү станцияһы булдыра. Паркта, шулай уҡ суматра филе суматра юлбарыҫы, суматра носорогы, сиаманг, суматра серауы, замбар һәм бенгальская бесәйе тереклек итә.
Керинчи-Себлат милли паркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Керинчи-Себлат милли паркы – 14000 квадрат километр тирәһе майҙанды биләгән тропик урман. Суматра утрауының көнбайыш өлөшөн, Барисан тау теҙмәһен һәм уның итәктәрен үҙ эсенә ала.
Ил эсендәге иң ҙур милли парк. Уға дүрт провинция ерҙәре: Көнбайыш Суматра, Джамби, Бенгкулу һәм Көньяҡ Суматра инә. Парктың ландшафты тигеҙлектәрҙе биләүсе урмандарҙан алып Керинчи тау массивының 3805 метр бейеклегендәге түбәһенә тиклем рельефты үҙ эсенә ала.
Керинчи-Себлат милли паркы тәбиғи ҡурсаулыҡ. Бында юлбарыҫтарҙың донъялағы 12 тәбиғи резервацияларының береһе урынлашҡан.150—200 заттан торған популяция һаҡлана. Бынан тыш, малайск тапирҙары, малайск айыуҙары (бируанг), эндемик леопард (облачные леопарды Сунда), боландар, носорогтар, приматтар 370 төрҙән күберәк ҡоштар тереклек итә.
Паркта 4000 төр тирәһе үҫемлек осрай. Улар араһында донъялағы иң дәү сәскәле (диаметры 1 м тирәһе) – гигант Арнольд Раффлезияһы, иң дәү ойошма сәскәле 4 м бейеклеккә етеүсе мире – титаник Аморфофаллус тап ошонда үҫә.
Букит-Барисан милли паркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Букит-Барисан-Селатан милли паркыннда тау-ташлы урындар өҫтөнлөк итә. Яртылаш сиге диңгеҙгә тура килә.
Биләмәһе киңлеге 45 км ғына булған 350 км-ға һуҙылған тау һырттарынан тора. Бында таулы урмандар, тропик уйһыулыҡтар, яр буйы һәм һәм мангр ағастарынан торған урмандар урын алған. Паркта 500 тирәһе суматра филдәре (донъялағы барлыҡ филдәрҙең сиреге ), суматра юлбарыҫтары , носорогтар һәм юҡҡа сығып барыусы аласа кроликтар тереклек итә..
Букит-Барисан милли паркында иҫ китмәле Кубу-Перау урман шарлауығы бар. Суво районында термаль һыу сығанаҡтары бар.
Иҫкәрмә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/1167
- ↑ Девственные тропические леса Суматры (Индонезия) включены в Список Всемирного наследия под угрозой . ЮНЕСКО (22 июнь 2011). Дата обращения: 11 сентябрь 2013.
- ↑ Девственные влажно-тропические леса Суматры . Flytourist. Дата обращения: 11 сентябрь 2013. 2013 йыл 22 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Tropical Rainforest Heritage of Sumatra . UNESCO World Heritage Centre. UNESCO. Дата обращения: 28 декабрь 2008. Архивировано 9 август 2012 года.