Сфаэло йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Сфаэло йорто (Таганрог)
Сфаэло йорто | |
Ил | Россия |
Ҡала | Таганрог, Петр урамы, 67 |
Нигеҙләнгән | XIX быуаттың икенсе яртыһы |
Сфаэло йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Петр урамындағы, 67-се йорт[1], ул xix быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петр урамы буйынса ХIХ быуаттың икенсе яртыһында Таганрог ҡалаһында 67-се йорт барлыҡҡа килә, уның һыҙмаһы 1862 йылда эшләнгән. Был йорттоң хужаһы Третьяков а фамилиялы ҡатын була.
1880—1873 йылдарҙа йорт гильдия сауҙагәре I Антон Евстафьевич Сфаэло була. Ул сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәһе- Фотин Константиновна һәм Евстафий Антонович. Антондан башҡа ғаиләлә тағы ла бер нисә бала була — Николай, Константин һәм Анна. Антон Евстафьевич 1886 йылда Аглая Дионисовна Даллапорте менән никахлаша. Уларың бер нисә балалары була: Евстафия, Иван, Константин, Мария, Дионисий, Андрей, Николай. Фараз ителеүенсә, Иван Антонович Грек урамы, 84-се йортта йәшәгән Дмитрий Минаевич Синоди -Поповтың ике туған ағаһы булыуы мөмкин. 1906—1890 йылдарҙа йорт грек подданныйы Аглаис Сфаэло ҡатынының милке була. Ә 1915 йылда өй маҡтаулы граждан Николай Иванович Бардашевтыҡы була. Уның шулай уҡ Таганрогта күсемһеҙ милектәре. — Петр урамы , 11 һәм Чехов урамы , 88 — булған.
Йорттоң өҫкө ҡатында танцмейстер Джорджинио Вронди йәшәгән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — бейеү өйрәтеү менән шөғөлләнгән). Унда ҡала гимнастары һәм йәштәре бейергә өйрәнгән. Таганрогта итальян кешеһен — Жержети тип атап йөрөтәләр. Вронди Таганрогҡа итальян операһы артистары меән килгән, үҙ карьераһында оҙон юл үткән — реквизиторҙан алып сәхнә балетмейстерына тиклем Һуңынан ул үҙенең бейеү кластарын асҡанһәм уның уҡыусылары араһында яҙыусы Чехов Антон Павлович та булған. Вронди рус ҡыҙына өйләнә һәм исемен — Егор Семеновичҡа алыштыра. Ул үҙ теләге менән ҡала янғын һүндереү дружинаһында эшләгән. Вронди ике тапҡыр өйләнгән .Революцияға тиклем Петр урамы, 67-се йорттҡа "прокат пьянино һәм рояль прокаты"тигән яҙыу тора. Ул яҙыу һаҡланмаған. Шулай уҡ был йорттоң беренсе ҡатында массажсы Н. А. Ровинский һәм кабинет фотолары белгесе В. Витченко эшләй. ХХI быуатта йортто «Глобал Электроникс» магазины биләй.