Сәфәр намаҙы
Сәфәр намаҙы— сәфәргә сыға торған кешенең намаҙы. Юлын уңышлы, хәйерле, хәүефһеҙ булһын тип, Аллаһтан үтенер өсөн уҡый.
Ата-бабаларыбыҙ, берәй сәфәргә сығыр алдынан, иң элек мәсеткә барған. Атын еккән килеш, мәсеткә барып, мәсеттә ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы уҡыған.
Әлбиттә, сәфәр намаҙын өйҙә уҡырға ла мөмкин.
Сәфәр намаҙының маҡсаты шунда: сәфәргә сыға торған кеше юлын уңышлы, хәйерле, хәүефһеҙ булһын тип, Аллаһтан үтенер өсөн уҡый.
Тәүҙә намаҙын уҡый ҙа унан теләген әйтә.
Ни өсөн намаҙ уҡырға тейеш кеше? Сөнки намаҙ ваҡытында кеше Аллаһҡа иң яҡын була.
Ата-бабаларыбыҙ, сәфәрҙән ҡайтҡас, иң элек мәсеткә барған һәм ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы уҡыған. Был иһә — мосолмандарҙың күркәм ғәҙәте. Әле лә мосолмандар ошо матур ғәҙәтте дауам итә, әлхәмдү лиллаһи!
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6