Эстәлеккә күсергә

Сергей Есенин һәйкәле (Воронеж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(С. А. Есенин һәйкәле (Воронеж) битенән йүнәлтелде)
Сергей Есенин һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Урын Воронеж
Карта
 Сергей Есенин һәйкәле (Воронеж) Викимилектә

Сергей Есенин һәйкәле Воронеж ҡалаһында Кардашов һәм Карл Маркс урамдары киҫелешендә ҡуйылған.

Сергей Есенин һәйкәленә 2006 йылдың 25 октябрендә нигеҙ һалына. Һәйкәлдең авторы булып Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй сәнғәт академияһының вице-президенты Анатолий Бичук сығыш яһай. Монументтың ауырлығы 250 килограмм тәшкил итә. Ул Константиново ауылының Ҡазан ғибәҙәтханаһы протоиерейы Александр Куропаткин тарафынан изгеләндерелә. Был ғибәҙәтханала йөҙ йылдан ашыу элек яҙыусы үҙе суҡындырылған.

Һәйкәл ҡуйыласаҡ урынды актёр Сергей Безруков һайлай, ул шул исемдәге фильмда шағир ролендә уйнай. Сергей Безруков уҡытыусыһы Олег Табаков менән Воронежға гастролгә килгәндә, спектаклдән һуң икенсе көнөнә ҡала администрацияһы башлығы уға Есенин һәйкәле өсөн урын һайларға тәҡдим итә. Оҙаҡ икеләнеүҙән һуң Сергей Безруков һәйкәл өсөн Кардашов урамындағы скверҙы һайлай, ул хәҙер Есенин скверы тип атала, актёр постаментты ҡуйыу өсөн байтаҡ аҡса иғәнә итә.

Һәйкәлде булдырыуҙа урындағы телевидениела эшләүсе һәм Сергей Есенин тураһында фильм төшөрөүсе режиссёр ҙур роль уйнай.

2007 йылдың апрелендә һәйкәл асыу тантанаһы үтә. Һәйкәл асыу тантанаһында Воронеж халҡы, һәйкәл авторы, Сергей Безруков атаһы менән, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары ҡатнаша.