Таганрог диңгеҙ приборҙары эшләү колледжы
Таганрог диңгеҙ приборҙары эшләү колледжы | |
Нигеҙләү датаһы | 1946 |
---|---|
Рәсми сайт | ткмп.рф |
"Таганрог приборҙар эшләү колледжы" — иҫәпләү системалары, компьютер селтәре, программалау, радиоаппараттар төҙөү, сауҙа һәм коммерция эшмәкәрлеге буйынса белгестәр әҙерләү буйынса дәүләт профессиональ белем биреү учреждениеһы. Колледж Таганрогтың иң үҙәгендә, ҡала хакимиәте бинаһы һәм А. П. Чехов исемендәге Таганрог драма театры янында урынлашҡан.
Колледждың исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1946 йылдан 1976 йылға тиклем — Таганрог судно механикаһы колледжы
- 1976 йылдан 1991 йылға тиклем — Таганрог диңгеҙ приборҙары эшләү техникумы
- 1991 йылдан алып хәҙерге ваҡыт — Таганрог диңгеҙ приборҙар эшләү колледжы
Колледж тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙер урынлашҡан колледж бинаһы 1870 йылда казак генералы Егоров өсөн төҙөлгән. Рельефтың тигеҙһеҙлеге менән бәйле, айырым йорт 1,5-2 ҡатҡа күтәрелеп торған, унда 18 бүлмә булған. Генерал үлгәндән һуң, уның тол ҡатыны һәм ике улы йорт хужаһы була. XX быуат башында йортто ҡалала билдәле булған коммерсант Е. К. Адабашев һатып ала, ул уны үҙенсә бер аҙ үҙгәртеп ҡора.
Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылда бина национализациялана, унда эшселәргә халыҡ- ара ярҙам комитеты, ВКП(б)-ның округ комитеты, ҡала коммуналь хужалығы идаралығы урынлаша. 30-сы йылдарҙа бинаға тағы бер ҡат өҫтәп төҙөлә.
Ватан һуғышы осоронда, ҡаланың оккупацияһынан һуң, немецтәр бинаны хәрби комендатура итеп файҙалана. 1941 йылдың 19 ноябрендә уны билдәһеҙ патриоттар шартлата, немец һалдаттары һәм офицерҙары һәләк була. Шартлатыуҙан һуң бинаның 30 процент самаһы өлөшө генә һаҡланып ҡала.
Һуғыштан һуң емерелгән бина яңы ғына ойошторолған Таганрог суднолар механикаһы техникумы өсөн «Прибор» заводы балансына тапшырыла (СССР Караптар төҙөү сәнәғәте министрлығының 1946 йылдың сентябрендәге 397-се бойороғона ярашлы). Әлбиттә, бина капиталь ремонтҡа мохтаж була, унда уҡыу мөмкин булмай.
Шуға ҡарамаҫтан, 1946 йылдың 25 сентябрендәге 401 һанлы бойороғона ярашлы директор Иван Иванович Мельниковҡа Таганрог суднолар механикаһы техникумының беренсе курсына 180 кешене ҡабул итеүҙе ойоштороу йөкмәтелә.
Уҡыусыларҙы йыйыу «Судно механизмдары», «Металдарҙы киҫеү юлы менән эшкәртеү» һәм «Радиоаппаратура етештереү» һөнәрҙәре буйынса тормошҡа ашырырға кәрәк була. .
Тик 1949 йылдың 1 сентябренә ҡарата директор С.Г. Ильин етәкселеге аҫтында «Судно машиналар һәм механизмдары» һөнәренә 30 кешелек бер төркөмдө ҡабул итеү мөмкин була, әммә 1950 йылдың 1 сентябренә был һөнәргә тулы ҡабул итеү үтә (6 төркөм), шулай уҡ яңы «Радиотехника» һөнәре асыла.
Тәүге ваҡыттарҙа техникум дәрестәрҙе ҡуртымға алған 3, 21, 4, 10-сы мәктәптәр һәм «Ҡыҙыл Гидропресс» профтехучилищеһы биналарында үткәрә. Дәрестәр шулай уҡ ауыл хужалығын механизациялау институтында үтә. Мечников тыҡрығындағы техникум бинаһы 1951 йылда ғына тергеҙелә. Тергеҙеү эштәре Таганрог «Прибор» заводы, техникум уҡыусыларының көсө менән алып барыла.
1952 йылдың 8 ғинуарында тулыһынса йүнәтелгән бина техникум балансына тапшырыла. Уҡыуҙар инде үҙ аудиторияларында дауам итә.
Сәнәғәт производствоһы һәм ғилми-тикшеренеү институттары: «Прибор» база заводы, «Ҡыҙыл Гидропресс» заводы, «Бриз» ғилми-тикшеренеү институты, элемтә ғилми-тикшеренеү институты менән бәйләнеш нығый. Был ойошмалар техникумдың үҫешенә реаль ярҙам күрһәтә, уның лабораторияларын ҡорамалдар һәм приборҙар йыһазландыра.
Һуңынан Суднолар механикаһы техникумы Диңгеҙ приборҙары эшләү техникумы итеп үҙәгртелә, ә 1991 йылдан — Диңгеҙ приборҙары эшләү колледжы (СССР Караптар сәнәғәте министрлығының 29.11.1991 йылдың 408-се бойороғо менән).
Әлеге ваҡытта колледждың өс бүлегендә 600-гә яҡын кеше уҡый[1]. Киске бүлеге ябылған[1].
Һөнәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог диңгеҙ приборҙар эшләү колледжы студенттарҙы түбәндәге һөнәрҙәр буйынса әҙерләй:
- 11.02.01 (210413) — «Радиоаппаратостроение». Квалификацияһы — радиотехник.
- 09.02.01 (230113) — «компьютер системалары һәм комплекстары». Квалификацияһы — компьютер системаһы буйынса техник
- 09.02.02 (230111) — «Компьютер селтәре». Квалификацияһы — компьютер селтәре буйнса техник
- 38.02.04 (100701) — «Коммерция» (тармаҡтар буйынса). Квалификацияһы — һатыу буйынса менеджер
- 09.02.03 — «Компьютер системаларын программалау». Квалификацияһы — техник-программист
- 09.02.04 — «Информацион системалары». Квалификацияһы — мәғлүмәт системаһы буйынса техник
- 09.02.05 — «Ғәмәли информатика» (тармаҡтар буйынса). Квалификацияһы — техник-программист
Уҡыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡыу формаһы — ситтән тороп һәм көндөҙгө.
Уҡыу ваҡыты:
- 9 класс нигеҙендә — 3 йыл 10 ай;
- 11-се синыф базаһында — 2 йыл 10 ай;
- ситтән тороп уҡыу — 3 йыл, 10 ай.
Колледж директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2012 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем — В. В. Полиев
- 2008 йылдан 2012 йылға тиклем — В И. Гончаров
- 1986 йылдан 2008 йылға тиклем — А И. Дроботенко
- 1980 йылдан 1986 йылға тиклем — В А. Греков
- 1962 йылдан 1980 йылға тиклем — О. А. Покровский
- 1958 йылдан 1962 йылға тиклем — Л. А. Куликов
- 1956 йылдан 1958 йылға тиклем — И. В. Ельчанинов
- 1955 йылдан 1956 йылға тиклем — К А. Агапов
- 1947 йылдан 1955 йылға тиклем — С. Г. Ильин
- 1946 йылдан 1947 йылға тиклем — И. И. Мельников
Бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Адрес: Таганрог 347900, Петровская урамы, 71 Мечниковский тыҡрығы, 5
- Контакт телефондары: (8634)38-34-37, (8634)61-26-29
- Факс: (8634)38-34-68
- E-mail: tkmp@tkmp.edu.ru
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Oфициальный сайт ТКМП (Новая версия, запущен в 2010 году)
- Oфициальный сайт ТКМП (Функционирует с 2006 года)
- Обучающая интернет-среда ТКМП 2019 йыл 13 апрель архивланған.
- Группа Вконтакте
- Группа в Google+
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Киричек М.С. Морского приборостроения колледж // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 503. — ISBN 978-5-88040-064-5.