Тамыр (балалар студияһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

«Тамыр» балалар студияһы — «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы»ның махсус студияһы.

Ул 1992 йылдың 2 мартында «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән асыла.

Әлеге ваҡытта ун телевидениела 14, радиола 17 тапшырыуы бар.

Уның тапшырыуҙары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып бик күп тапҡыр лауреат булдылар. «Ҡоралай» фильм-әкиәте (авторы Г. Ҡолһарина, режиссёры Р. Фәтхиев) «ТЭФИ» төбәк-ара-2005 юғары телевизион премияһына лайыҡ булды. «Ҡамыр батыр» әкиәте (сценарийын Г. Ҡолһарина яҙған, режиссёры А. Малбаева) «Включайся» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестиваленең «Нәфис фильм» номинацияһында еңеү яуланы. Унан башҡа бик күп фестивалдәрҙә лауреат булды.

Йәш быуынға милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған телгә таянған тәрбиәүи эштәрҙе еткереүҙе студия бик ойошҡан алып бара.