Тарихи музей (Ботевград)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тарихи музей
болг. Исторически музей в Ботевград
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1937
Дәүләт Flag of Bulgaria.svg Болгария
Административ-территориаль берәмек Ботевград
Архитектор Pencho Koychev[d]
Количество этажей 3
Почта индексы 2140
Рәсми сайт museumbot.bg
Страница учреждения на Викискладе Historical Museum, Botevgrad
Commons-logo.svg Тарихи музей Викимилектә

Ботевградта тарихи музей (Болгария) беренсе экспозицияларын 1937 йылда күрһәтә. Бер нисә бинаны алмаштырып, бөгөн музей Ботевград ҡалаһының үҙәгендә, Саранск майҙанында, элекке суд палатаһының тергеҙелгән бинаһында урынлашҡан[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ботевград йәмғиәтендәге музей эшенең бай традицияһы бар.

Видеола тарихи музей

Ботевградта музейҙар коллекцияларын булдырыу кәрәклеге (ул йылда Орхание) тураһында 1927 йылдың 10 ғинуарындағы 1-се һанлы «Орханийски новини» гәзите яҙып сығара — ул саҡта ҡаланың буласаҡ мәҙәни бурыстары араһында мәҙәниәт йортонда археологик музей ойоштороу билдәләнә. Беренсе музей тупланмаһы гимназия директоры Асен Стефанов тырышлығы арҡаһында 1937 йылда асыла.

1950 йылда экспозициялар яңы экспонаттар менән тулылана һәм «Христо Ботев 1884» мәҙәни йортона күсерелә. Ике йылдан һуң коллекция дәүләт музейы статусын ала, шул сәбәпле элекке ҡунаҡхана «Бристоль» бинаһы бүленә.

1959 йылдың 24 майында дөйөм халыҡ музейы асыла. 1970 йылда музейҙың икенсе экспозицияһы асыла. Ҡаланы үҙгәртеп ҡороу менн бәйле, бинаны 1977 йылда һүтәләр, ә музей Болгария бульварындағы 8-се һанлы йортҡа күргәҙмәһеҙ «фондтарҙың һаҡланыу» режимына күсә.

1985 йылда музейҙың художестволы фондынан беренсе күргәҙмәһе асыла, был музей ҡарамағындағы сәнғәт галереяһына башланғыс була. Йәмғиәт советының ҡарары менән, 1988 йылда музейға яңы музей экспозицияһын һәм картина галереяһын ойоштороу өсөн ҡаланың үҙәгенән, Сәғәт манараһы ҡаршыһында бина бирелә. Музей экспозицияһы менән бергә картина галереяһы ошондай хәлдә 2010 йылдан алып эшләй.

2010 йылдың 1 июлендә Ботевградта XX быуаттың утыҙынсы йылдарында төҙөлгән архитектор Пенчо Койчевтың бинаһын, элекке суд палатаһын реконструкциялау башлана. Бинаға өҫтәп тағы бер ҡат төҙөлә һәм 2011 йылдың 3 майында бина музей булараҡ асыла.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ботевградта тарихи музейҙы алға киткән экспозиция эшмәкәрлеге ҡылыҡһырлай. «Орханиец» залы презентациялар үткәреү өсөн кәрәкле ҡулланмалар менән йыһазландырылған[2]. Бында ҡунаҡтарҙың художестволы, биҙәү-ҡулланма һәм документаль эштәрен күргәҙмәгә ҡуйыу мөмкинлеге бар, уҡыуҙар, асыҡ дәрестәр[3][2], лекциялар[4], тантаналар үткәрелә[5]. «Сәнғәт салоны» инициативаһы сиктәрендә әҙәбиәт өлкәһендәге («Панчев Стамен» әҙәби клубы), һынлы сәнғәт һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштар күрһәтелә. Мәҙәни-фәнни учреждение булараҡ музей ғилми-тикшеренеү, коллекция йыйыу, популярлаштырыу эшмәкәрлеген үҫтерә. Музей саралары Ботевград йәмғиәтенең мәҙәни календарына ингән.

Бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей филиалы. Боженица (элекке мәктәп)

Музей фонды бер филиал һәм өс бүлеккә бүленгән 15 000 ашыу төп фонд берәмеген һаҡлай, шул иҫәптән әйберҙәр, документтар, фотографиялар, боронғо баҫмалар, ҡорал өлгөләре һәм кәрәк-яраҡтары, тәңкәләр, нәфис әҙәбиәт:

  • «Фондтар» бүлеге
  • Белем биреү программаһы бүлеге
  • «Экспозициялар» бүлеге
  • Административ бүлек
  • Филиал — Боженица ауылында Келейный мәктәбе

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]