Тарног традицион халыҡ мәҙәниәте музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарног традицион халыҡ мәҙәниәте музейы

Тарног традицион халыҡ мәҙәниәте музейы — ҡала муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы, ул «Тарног традицион халыҡ мәҙәниәте музейы» тип атала, Вологда өлкәһе Тарног районы территорияһында өс бинала урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970 йылдың 10 октябрендә Тарног традицион халыҡ мәҙәниәте музейын килеүселәр өсөн рәсми рәүештә асалар. Тәүҙә музей ҙур булмаған экспозициянан ғибәрәт була һәм ул Тарног районы Лохотский ауыл советының бер башланғыс кластар мәктәбенең бүлмәһендә урынлаштырылған була. Боронғо әйберҙәрҙе йыйыу һәм экспозицияларҙы биҙәү менән Василий Елизарович Величутин шөғөлләнә, ул ғүмер буйы Тотем тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләй һәм был эш менән ныҡлап мауыға. 1973 йылда музей Тарногский Городок ауылына күсерелә һәм район музейына әүерелә.

Әлеге мәлдә мәҙәниәт учреждениеһы булған музейҙағы экспозициялар өс бинала тора. Музей фондын 15011 берәмек тәшкил итә.

Музей биналары һәм ҡоролмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1973 йылдан алып музейҙың төп бинаһы булып 1927 йылда төҙөлгән айырым йорт тора, ул Тарногский Городок ауылының Совет урамындағы 14 — се йорт.

Музейҙың «А. А. Угрюмовтың йорт-музейы» тигән тарихи-мемориаль бүлеге ошондағы Тарногский Городоктағы 1929 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Был Угрюмовтар ғаиләһенең элекке айырым йорто, адресы: Совет урамы, 20-се йорт.

Музейҙың этнография бүлеге Заречье ауылында, 1818 йылда төҙөлгән элекке земство управаһы бинаһында, урынлашҡан.

Экспозициялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙың төп бинаһында «Традицион халыҡ мәҙәниәте» экспозицияһы урынлашҡан. Уның беренсе залындағы «Төньяҡ крәҫтиәндәренең тормош даирәһе» экспозицияһы крәҫтиәндәр тормошо циклдарына һәм йолаларына бағышланған. Икенсе зал — «Традицион ҡатын-ҡыҙҙар һөнәре» тип атала һәм ул кокшеньга йолаларына, шулай уҡ ағас һырлау һәм сигеү эштәренә арналған. Өсөнсө зал «Кокшарҙарҙың төп һөнәрҙәре» тип атала һәм игенселек, етен үҫтереү һөнәрен һүрәтләй. Дүртенсе зал — Тарног районының тәбиғәтендәге үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһында бәйән итә. Бинала шулай уҡ тематик күргәҙмәләр ойоштороу өсөн бүлмәләр бар[1].

«А. А. Угрюмовтарҙың йорт-музейы» экспозицияһы йорттоң өс бүлмәһен биләй, беренсе бүлмәлә — «Угрюмовтар ғаиләһенең шәжәрәһе», икенсеһендә — «А. А. Угрюмовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге», өсөнсө бүлмәлә — «Кокшеньга халыҡ мәғарифы тарихы» күрһәтелгән. Йорттоң ҡалған ике бүлмәһендә тематик күргәҙмәләр ойошторола. Музейҙа тупланған коллекциялар Угрюмовтар ғаиләһе һәм Андрей Андреевичтың һәм уның атаһы табип Андрей Павлович Угрюмовтарҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Бында ХХ быуаттағы Кокшеньганың арҙаҡлы, сағыу кешеләренең һәм райондың атҡаҙанған уҡытыусыларының фотоһүрәттәре ҡуйылған[2].

Заречье ауылындағы «Святыни Кокшеньги» экспозицияһы дин тураһында, изге культ ағастары, таштары, Тиуновский кәшәнәһе, Кокшеньганың ҡорамдары тураһында бәйән итә. Бында асыҡ фондтар һәм күргәҙмә залы бар, уларҙа Маркушевский крайының тарихы менән танышырға мөмкин[3].

2019 йылдың 17 авгусында Тарногский Городок ауылындағы музейҙа «Бал ҡорто йорто» асыла. Уның беренсе ҡатындағы төньяҡ традицион умартасылығына арналған даими экспозиция йәйелдерелгән, ә икенсе ҡатында тыуған яҡтың төрлө эшмәкәрлеге йүнәлештәре буйынса ваҡытлы күргәҙмәләр ойошторола[4].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]