Таш үрсем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Таш үрсем — Күскә аспергиллез бәшмәге йоҡҡанда була торған йоғошло ауырыу. Уның менән ҡарышлауыҡтар, ҡурсаҡтар һәм өлкән бал ҡорттары ла зарарлана.

Файл:Аспергиллез (каменный расплод).jpg
Файл:Аспергиллез (каменный расплод)2.jpg

Ауырыуҙың билгеләре һәм ағымы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үрсемдә был бәшмәктәр үҫкәндә, улар үлә, кибә һәм таш хәленә әйләнә. Шуға күрә был ауырыу үрсемдең ташҡа әйләнеүе (каменный расплод) тип атала ла. Аспергиллез бәшмәге һәм шундай уҡ икенсе төр бәшмәктәр тәбиғәттә киң таралған. Улар ерҙә, һыуҙа, һауала, тиреҫтә, үҫемлектәрҙә, шулай уҡ сәскә һеркәләрендә була. Был үңәҙ ауырыуы бал ҡорттарына сәскә һеркәһе һәм һут аша йоға.

Еүеш, яҡшылап йылытылмаған ояларҙа йәшәгән көсһөҙ ғаиләләрҙә аспергиллез бәшмәге яҡшы үрсей.

Бәшмәк үрсемдең йәки өлкән бал ҡортоноң эсәгенә аҙыҡ менән эләгә һәм үҫә башлай. Үрсемдең эске һәм тышҡы яғы үңәҙ меән ҡаплана. Үлгән үрсем тиҙ кибә һәм ҡата. Бындай үрсем тәүҙә аҡһыл төҫтә, өҫтөнә аҡбур һипкән һымаҡ аҡ нәмә менән ҡаплана, һуңынан йәшкелт һары йәки ҡара төҫкә әйләнә. Үлгән үрсемдең төҫө, ҡайһы бәшмәктең үрсеүенә ҡарап, үҙгәреүе ихтимал.

Үлгән ҡарышлауыҡтар, ҡурсаҡтар кәрәҙ күҙәнәгенән еңел алына, эшсе ҡорттар уларҙы тышҡа сығарып ташлай.

Ауырыған өлкән ҡорттар тәүҙә тынысһыҙланып, шәп хәрәкәт итә, һуңынан, хәлһеҙләнеп, туҡтап ҡала, эстәре ҙурая, ҡата. Үлгән эшсе ҡорттоң эсен тотоп ҡараһаң, таш кеүек ҡатыуын күреп була. Эшсе ҡорттар һәм үрсем, уларҙың тәненә аспергиллез бәшмәге эләккәс, дүрт көн үтеүгә үләләр. Ауырыу иртә яҙ күҙәтелә. Был ауырыу ныҡ таралмай, айырым күстәрҙә генә булып үтә.

Дауалау саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн, умарталарҙы ҡоро һәм ҡояшлы урынға урынлаштырырға, ҡыш һәм яҙ ояларҙы ҡоро тоторға кәрәк.

Ауырыу умарталыҡта айырым ғаиләлә күҙәтелһә, уны юҡ итәләр. Бының өсөн эшсе ҡорттарын ағыулайҙар һәм рамдарҙы үрсеме менән бергә яндыралар. Ә умартаһын таҙартып, паяльный лампаның уты менән эшкәртәләр, эске яғын һорғолт төҫкә ингәнсе яндыралар. Умартаның урынын 15 сантиметр тәрәнлектә ҡаҙалар һәм 4 процентлы формальдегид иретмәһе менән эшкәртәләр. Ауырыу бик көслө таралмаһа, әммә күп ғаиләләр зарарланған осраҡта, уларҙы яңы умарталарға күсерәләр, баллы, ауырыу үрсемле һәм башҡа кәрәҙҙәрен алып иретәләр.

Ояны таҙа киндер япма һәм мендәр менән ябалар, күскә ҡуйы шәкәр шәрбәте (2:1) бирәләр.

Аспергиллез бәшмәгенең һеркәләре еңел осоусан. Улар кешенең таҙалығына ла зыян килтерә. Шуға күрә умартаны таҙартҡанда, саң тын юлдарына эләкмәһен өсөн, танауҙы һәм ауыҙҙы еүеш марля менән ҡаплайҙар.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]