Тбилиси каруанһарайҙары
Викидатала элемент тултырылмаған |
Тбилиси каруанһарайҙары (груз. თბილისის ქარვასლა) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа Тбилисиҙа сауҙа үҙәктәре - каруанһарайҙар булған . Атама фарсы телендәге «каруанһарай» һүҙенән килеп сыҡҡан. Был урындарҙа каруан менән килгән сауҙагәрҙәр ҡуна торған булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуатта Тбилисиҙа дүрт каруанһарай булған, улар араһында король Ростом төҙөкәне л булған. Һуңғараҡ, 18-се быуатта бина епископ III Ументлдонға бирелгән.
1818 йыла Геворг Арцун, Тбилиси кешеһе, построил большой караван-сарай на месте фундамента 17-се быуат ҡоролма нигеҙенә ҙур каруанһарай төҙөткән. Ҡунаҡханала 33 номер, 24 сауҙа һәм келәт бүлмәләре булған. Был бинала урыҫ императоры Александр II булып киткән һәм көслө тәьҫораттар алған.
Иң ҙур каруанһарайҙар хәҙерге Сион урамында булған. Улар 1795 йылда Аға Мөхәммәт хан тарафынан емертелгән. Ҙур каруанһарайҙың береһе Сион Ҡорамы янында һаҡланып ҡалған.
Шул уҡ ваҡытта Тбилисиҙа 1847 йылда Тамаши театры тип аталған ҙур каруан-һарай төҙөлә башлаған.
1858 йылда яңы каруандарҙы Читахов, Уста-Мехти, Хөсәйен оғлы һәм Халатов төҙөткән.
2006 йылда Тбилиси каруанһарайҙары милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. Топчишвили Т. Гвимрадзе; Этнологический Тбилиси, Таб. 2017; р. 106-111
- М. Тедиашвили, Экскурсия по Грузии, Тбилиси, 2005; гл.12-13
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ рус. Указ Президента № 665, 2006 от 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры 2019 йыл 1 июль архивланған.