Телеүҙәк (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өфө телеүҙәге


Өфө телеүҙәге ҡаланың Ленин районында, Ғафури урамы, 9 адресы буйынса урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1956 йылда БАССР Министрҙар Советы Өфөлә телеүҙәк төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. «Ленгипргорпроект» тәҡдиме буйынса, 180 метрлы беренсе телебашня Октябрь проспектында, хәҙерге ҡала советы районында урынлашырға тейеш була. Һуңғараҡ уны Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенә, 35-се мәктәп янына төҙөү планлаштырыла. Ҡайһы бер етәкселәр телеүҙәк һәм һәйкәлдең яҡын булыуына кире ҡараш белдерә, тик уларҙы һәйкәлдең авторы Сосланбәк Тавасиев ыңғай яҡҡа күндерә.

1956 йылдың 22 февралендә телеүҙәктең етәкселеге тәғәйенләнә. 1958 йылдың 12 февраленән Башрадиокомитет БАССР Министрҙар советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитет итеп ойошторола. Тәүге ҡарар буйынса, телеүҙәк 1958 йылдың 1 майына төҙөлөп бөтөргә тейеш була. Тик, эштәрҙең күләмле булыуы сәбәпле, төҙөлөш мөҙҙәтен БАССР автономияһының 40 йыллыҡ юбилейы ваҡытына, 1959 йылдың мартына күсерергә тура килә.

Төҙөлөштә «Уфастрой», «Башстрой», 3-сө һанлы төҙөлөш трестары, шулай уҡ тиҫтәләгән ҡатнаш предприятиелар ҡатнаша. Телеүҙәктең өс ҡатлы бинаһы 1959 йылдың ҡышына әҙер була. Ул ярты миллион һумға төшә. Янында селтәрләп эшләнгән 192 метр бейеклектәге телебашня төҙөлә.

1959 йылдың 1 ғинуарынан телевидениеның Башҡорт студияһы беренсе тапшырыуҙарын башлай. Ул Башҡортостан Өлкә комитетының идеология буйынса рәйесе Хәйҙәр Һайрановтың һәм Өфө ҡала башҡарма комитеты рәйесе Потап Попковтың КПСС-тың 21-се съезындағы сығыштары яҙмаһы була. Артабан художестволы үҙешмәкәр, опера һәм балет театры артистары, халыҡ ижадын һөйләүселәр яҙмалары ҡуйыла. Телеүҙәк эш башлағанда Өфө ҡалаһында яҡынса 5 мең тирәһе телевизор иҫәпләнә. Өс йылдан һуң мобиль телевидение станцияһы сафҡа инә. Улар иң беренсе тапшырыуҙарҙы концерт залдарынан, стадиондарҙан һәм завод цехтарынан башлай. Башняның бейеклеге 75-90 километр радиусындағы биләмәнән тапшырыуҙар алып барыу мөмкинлеге бирә. Ул Башҡортостан биләмәһен генә түгел, хатта Силәбе өлкәһен дә эсенә ала. 1966 йылда һәр көн Үҙәк телевидение тапшырыуҙары күрһәтелә. 1967 йыл икенсе канал буйынса тапшырыуҙар башлана. 1975 йылдан видеояҙмалар һәм видеотапшырыуҙар системалары төҫлө форматҡа күсә. 1991 йылда БАССР Телевидениеһы һәм радиоһы комитеты «Башҡортостан» Дәүләт телевидение һәм радио комитеты (ДТРК) итеп үҙгәртелә. 2002 йылда «Башҡортостан» ДТРК-һы «Башҡортостан» Федераль дәүләт унитар предприятиеһы Дәүләт һәм радио комититы (ФДУП ДТРК)(ВГТРК-ның тармағы) итеп үҙгәртеп ҡорола. 2002 йылдан юлдаш телетрансляция каналы эш башлай. Уның сигналы Бөтә Башҡортостан Республикаһы биләмәһен ҡаплай. 2015 йылдың 20 апрелендә Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов һәм ВГТРК генераль директоры Олег Добродеев цифрлы ҡорамалдарҙы эшләтеп ебәреүҙе хәл итте. Хәҙерге ваҡытта телеүҙәктә «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Юлдаш радиоһы», ҒМ юлдаш" радиолары, ВГТРК-ның тармағы иҫәпләнгән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һәм ВГТРК филиалдары эшләй. «Телеүҙәк» туҡталышы ҡаланың бик күп транспорт маршруттарының һуңғы туҡталышы булып иҫәпләнә. Шулай уҡ ҡала буйынса йүнәлеш алыуға үҙенсәлекле урын да ул.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Радиомачт фотолары

Өфө телеүҙәге башняһы һәр ваҡытта ла иң бейек ҡоролма булып тормаған. Мәҫәлән: 2007 йылғаса Өфөнөң Глумилино районы биләмәһендә һәр береһе 204 метрлыҡ дүрт радиомачтары тора[1][2]. Был вышкалар 1942 йылда гитлерсылар баҫып алған Европа биләмәләренә 18 телдә пропаганда трансляциялау өсөн ҡоролан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 б. — 3000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]