Тимербай ҡурайсы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Тимербай ҡурайсы Фәтхелҡадир Сөләймәновтың эмиграцияға киткәнсе ижад иткән хикәйәһе. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1915 йылда яҙылған[1]<ref>.


Әҫәргә ҡыҫҡаса күҙәтеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусы 1915 йылда донъя күргән хикәйәһендә башҡорт ҡурайсыһының тормошон хикәйәләү аша башҡорт халҡының трагик яҙмышын дөйөмләштереп биргән. Ҡасандыр бик матур булған башҡорт сәхрәләрен көнбайыштан ағылып килгән крәҫтиән "туфаны" баҫып китә. Башҡорттарың йәйләгән ерҙәре һөрөлә. Яйлап тәбиғәт юҡҡа сығарыла башлай. Урмандар киҫелә. Тимербай был мәшхәрҙән ҡасып, Урал төпкөлөнә йүнәлә. Әммә унда ла эштәр яҡшынан түгел. Шул уҡ хәл. Шулай ҙа заводҡа эшкә керә. Үҙ ҡулдары менән башҡорт урмандарын ҡырҡырға мәжбүр була. Заводта исемен үҙгәртеп Тимофей исеме ала. Аҙағыраҡ үҙе тыуып үҫкән яҡтарға ҡайтып, башҡорт ерҙәренә хужа булып алған Гришка тигән мужикка һыйыр көтөргә яллана. Һәм шунда малсылар өйөндә үлеп ҡала. Хикәйәлә әйтелгәнсә, үлгән саҡта уның өҫтөндәге урыҫ сәкмәненән һәм ҡулындағы биш тишекле ҡурайынан башҡа бер ние лә юҡ ине. Гришка ошо сәкмәнен йыназала ҡатнашҡан мөәзингә бирә, ә биш тишекле ҡурайын сусҡалары ҡураһына ташлай.

Был хикәйә менән автор Тимербай ҡурайсының һәм крәҫтиәндәрҙең завод эшселәренә әйләнеп бөтөүҙәрен, милли рухтың һүнеүен, капитализм килтергән социаль тигеҙһеҙлекте, башҡорт халҡының үҙ хоҡуҡтарын һаҡлай алмауын күрһәтә. Башҡорт халҡының моңһоҙлоғона күңеле әрней. Кешеләрҙең намыҫына ҡағылырға, һүнеп барған милли тойғоларҙы уятып ебәрергә теләй.

Әҫәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул бик шәп, дәртле ҡурайсы ине. Моңло, атаҡлы башҡорт көйҙәренән уның белмәгән көйө юҡ ине. Үркәсләнеп, күгәреп ятҡан матур вә ғәзәмәтле Урал тауҙары, уның ҡалын урмандары, йәм-йәшел йәйләү-сәхрәләре, көмөш көҙгө шикелле ялтырап, балҡып ятҡан күлдәре Тимербай ҡурайсының моңло, дәртле күңеленә әллә ниндәй бер тойғо, әллә ниндәй бер моң һала ине лә ул ярһып, моңландырып оҙон көйҙәрҙе һуҙып ебәрә ине. Уның моңло көйҙәренә урмандар, ҡырҙар, тау-таштар яңғырап, сыңлап торалар ине...

Гүйә, был әҙәм ҡулы теймәгән, ҡәһәрле балта берлә бер ботағы киҫелмәгән йәмле, ҡалын урмандар хоҙайҙың матур бер көнөндә,

Тимербай кеүек садә, мәрхәмәтле күңелле балаларынан айырылып, үткен балталар, ҡәһәрле бысҡылар берлә киҫелеп, әллә ҡайҙарҙа янып көл буласаҡтарын, матур, хасиятлы тауҙар, киәле таштар динамит берлә һауаға күтәртелеп емереләсәктәрен, аҡтарыласаҡтарын, йәһәннәм кеүек уттарҙа яндырыласаҡтарын һиҙеп моңланалар, илап торалар ине...

Төрлө үләндәр, матур сәскәләр берлә ҡапланып, аҙ ғына ел берлә тулҡынланып ятҡан йәм-йәшел йәйләүгә ил килеп тулғас та

Тимербай ҡурайсы, ауылдан ауылға йөрөп, ҡурай уйнай, йырлай ине.

Ул илдең иркәһе ине. Уға һәр ишек асыҡ ине. Ҡәһәрле, ҡурҡыныслы кантондар, йортауай старшиналар ҙа Тиммербай

ҡурайсыға ҡаты бер һүҙ өндәшмәйҙәр ине. Ҙур йыйындарҙа, туйҙарҙа Тимербай ҡурайсы кантондар алдында ауыҙын ҡыйшайтыл алып моңло йырҙар һуҙа, дәртле көйҙәр гөжләтә ине...

Йәйләүҙәге тормош ҡыҙыҡлы, иркен тормош ине... Йәш егеттәр:«һайт-тайт! Талаҡ тейгере!» - тип ҡысҡырышып еле башында бейә

бәйләйҙәр, йәш балалар ауылдың артында ялтырап ятҡан күлдә һыу төшәләр, йөҙәләр, ҡысҡырышып уйнайҙар ине. Башҡорт ағалар тирмәнән тирмәгә йөрөп, ҙур күбәтәләр менән тәмле, көслө ҡымыҙ эсләр, ҡыҙалар, ҡыҙаралар, бөтөн ауыл гөрләп-шаулап тора ра ине...

Биктимер ерән атын маҡтай, Йәнтимер көрән атын маҡтай, Бикбау ҡарт йәйләү үләнен маҡтай, быйыл мал бик һимеҙ буласағын

һөйләй ине. Йомабикә әбей, быйыл мал һимеҙ булһа, май, ҡорот күп алырмын, тип ҡыуанып, һау күнәккә һабанан ҡымыҙ ҡойоп, ҙур еҙ ижау менән шапыра ине. Аҡбулат ағай Ҡолой кантондың туйында барын аймағының бәһлеүәне ҡатай, салйот, тамъян бәһлеүәндәрен йығып, баш бүкәне алып киткәнен иҫе китеп, бот сабып һөйләй ине. Ташбулат бабай Аҡбулаттың юҡҡа ғына иҫе киткәненә аптырай ине. Ул үҙе Бузыкаев кантондың туйында Әй буйынан килгән ҡара бәһлеүәнде, Кәрим кантондың бәйгегә бер төҫлө өс күк йүгерек ат ебәргәнен, өсөһөнөң дә уҙып килгәндәрен, бәһлеүәндәр көрәшкәндә баш бүкәгә талаш булып, ҙур һуғыш сығып, Кәрим кантон көскә туҡтатҡанын һөйләргә тотона ине.

Бына моңло ҡурай тауышы ишетелә...
Тимербай ҡурай тарта, тип шаулашып ултырған ағайзар, шым булып, был моңло көйҙәрҙе тыңлай башлайҙар ине. Бына «Ашҡаҙар»,

бына «Тәфтиләү», бына «Ҡаһым түрә», бына «Салауат батыр»...

Был моңло көйҙәр, тәрән мәғәнәле йырҙар ҡымыҙ эсеп сикәһе ҡыҙарған, ҡаны ҡыҙған йәйләү балаларының дәртле, ярһыу

күңелдәренең бик тәрән бер босмағында күмелеп ятҡан асы, ләкин мөҡәддәс тойғоларын уята ине. Улар инде Юлай ирҙәрҙе, Салауат батырҙарҙы, Ҡаһым түрәләрҙе һөйләргә тотоналар, бында ғына туҡтамайҙар, бик йыраҡ заманаларға — боронғо хандар, бейҙәр, батырҙар заманына кереп китәләр ине. Моңло ҡурайҙың тәьҫире аҫтында аҡ һаҡаллы ҡарттар йәш быуынға мөҡәддәс тойғоларын шулай итеп күсерәләр ине...

Тимербай ҡурайсы һаман уйнай ине. һаман моңло, тәрән мәғәнәле көйҙәр берлә аҡ һаҡаллы ҡарттарҙың, тешһеҙ әбейҙәрҙең

йөрәген ҡуҙғытып Пугачев фетнәләрен, ҡалмыҡ яуҙарын, боронғо батырҙарҙы, түрәләрҙе һөйләтә ине. Ниһәйәт, әбейҙәр ҡурай уйнап һыуһаған, тамағы кипкән Тимербай ҡурайсыны хөрмәтләп аҡ тирмәгә саҡыралар ҙа, ҙур еҙ күбәтәләргә ҡымыҙ ҡойоп, һуғаралар ине. йәйләүҙә төрлө матур ҡоштар, һәр төрлө ҡорт, себендәр берлә бергә һайрап, бергә йырлап тора ине. Тимербай ҡурайсы ҡалған ғүмеренең дә ҡәбергә кергәнсе шулай үтәсәгенә бик ныҡ ышана ине...

Заман бер төрлө булып тормай. Тимербай ҡурайсы үҙенекен, заман үҙенекен эшләй. Ун алтынсы ғасырҙан бирле башҡорт

сәхрәләрендә көнбатыштан бүтән, ят илдең бурандары иҫеп килә тора, яңы йәмһеҙ, ят тормош аға ине. Был эш үкешкә бина ителгән яңы тормоштоң аҡрын ғына, йомшаҡ ҡына ағымы ла мең йыллыҡ иҫке, иркен, садә тормошто йыуа, ҡаҡшата башлаған ине...

Көнбатыштан үткен балтаһы, ҡәһәрле бысҡыһы крәҫтиәндең үҙе менән бергә килде. Матур урмандарҙы киҫеп яндыра, йәмле, йәм йәшел йәйләүҙәрҙе һөрөп, ҡап-ҡара тупраҡҡа әйләндерә башланылар. Тимербай ҡурайсы был афәткә бик ҡайғыра, эсе боша ине. Яңы тормошто ул бөтөн күңеле берлә ерәнә, һүгә ине:
Беҙҙең генә йәйләү бигүк йәмле
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә... —

тип һаман йырлай, биш тишекле ҡурайын моңландырып уйнай ине...

Ел башланды. Боронғо йыуан ҡорһаҡлы, киң күңелле байҙар, ҡорот-майҙы ҡыҙғанмай ҡунаҡ һыйлаусы ҡарсыҡтар, «"Курай тартсы,

ҡунаҡ!» — тип күбәтә менән ҡымыҙ биреп торған матур ҡыҙҙар йылдан-йыл юғала бара ине. Боронғо аҡ тирмәләрҙең киң ишектәре ҡурайсы, йырсы ҡунаҡтарға тарая башланы. “Кара һабалар юғалып, оҙон ағас көбөләр сыҡты, ҙур күбәтәләр юғалып, кескенә тәгәстәр пәйҙә булды.

Тимербай ҡурайсы боронғо киң йәйләүҙәрҙе, матур иркен тормошто, йәмле илде мәңгегә юғалтҡанын һиҙҙе...
Ул заводҡа барҙы. Ағас киҫтереүсе урыҫты табып, ҡаба сабыуға ялланды. Ҙур күбәтәләр менән ҡымыҙ ғына күтәреп эҫеүҙән башҡа һис ауырлыҡ күрмәгән ҡул, ҙур балта күтәреп, башҡорт урмандарының ҡарт ағастарын киҫеүгә, шуның менән тамаҡ аҫрауға мәжбүр булды.
Тимербай ҡурайсы илай-илай өс йыл ҡаба сапты. Ул инде тышынан тамам Тимофейлашты. «Тимофей» тигән ләҡәпкә лә, кеүәҫкә лә, ҡыярға ла күнде. Ләкин ул эсенән һаман шул иркен йәйләүҙең балаһы Тимербай ҡурайсы ине. Ҡулы эштән бушаған арала ул биш тишекле ҡурайын алып, аулаҡ ергә бара ла моңлана ине... Ул киң йәйләүле, ҡыҙыҡлы тормошто онота алмай ине...

Бер матур көндә ул тыуған илен бик ныҡ һағынды:

Ай-Һай ғына тимәй, көйҙәр килмәй,
Ҡайғы күрмәй егет ир булмай.
Ниндәй генә итеп һыйлаһа ла,
Бүтән ерҙәр тыуған ил булмай.
Аҡ тирмәләр ҡороп, ат уйнатып,
Йәйләп йөрөнөк Урал буйҙарын.
Мин иламай, туған, кем илаһын —
Мин һағындым илдең туйҙарын... —

тип йырлап, курайын уйнаған һайын тойғоһо арта ине.

Ул ҡайтыуға сыҡты. Бына тыуған иленең боронғо йәйләүенә килде. Боронғо урмандарҙың үҙен түгел, урындарын да күрә алманы.

Боронғо йәм-йәшел йәйләү сәхрәләре ҡап-ҡара тупраҡҡа әйләнгән,матурлығын юғалтҡан ине...

Йәнтимер кантондың йортонда ул Гришканың заимкаһын күрҙе.Бикбау карттың ҡысҡыртып, кешнәтеп бейә бәйләй торған елеһендә

Андрюшканың һауаға саң-туҙан осороп ер һөрөп йөрөгәнен күрҙе.

Бына ул тыуған ауылға килде.
Тыуған ауыл боронғо ауыл тугел ине, Ул унда һаба түгел, көбөнөлә таба алманы.
Ҡаһым түрәне, Салауат батырҙы һөйләп, ҡурайын уйнап ҡараны. Ләкин башҡорттарҙың күңелендә дәрт, моң, мөҡәддәс тойғоларҙы уята алманы: иҫке дәрт, мөҡәддәс тойғолар һүнгән, туңған ине...

Ул моңландырып ҡурай уйнай башлаһа, Ташбулат, Бикбулаттар: «Андрюшканан бер бот он һораным», «Гришканан бер әсмүхә сәй алып булһа ярар ине», — тип һөйләшә башлайҙар ине. Ниһәйәт, Тимербай ҡурайсы үҙе лә Гришкаға китте...

Гришкаға өс йыл һыйыр көтөп, Тимербай ҡурайсы вафат булды.Егерме биш йыл крәҫтиән ағымынан, яңы тормоштан ҡасып йөрөгән

иркен даланың иркә балаһы крәҫтиән өйөндә үлде. Ауылдан мөәзин килеп, Тимербай ҡурайсыны ташландыҡ, иҫке йәйләү мәҡбәрәһенә күмде. Уның һуңына бары бер урыҫ сәкмәне менән биш тишекле ҡурайы ғына ҡалды. Гришка: «Ҡәҙерле нәмәһе бына шул сәкмәндән башҡа юҡ», — тип, ҡара сәкмәнде мөәзингә биреп ебәрҙе лә ҡурайҙы ҡураға ташланы...

Биш тишекле ҡурай Гришканың эттәре, дуңғыҙҙары аяҡ аҫтында тапталған кеүек, уның эйәһе — иркен даланың иркә моңло балаһының ҡәбере лә, биш йылдан һуң һөрөлөп, иген аҫтында ҡалды...

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  • Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алы барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн хрестоматия / автор- төҙөүсе:Ғ.С.Ҡунафин, Ғ.Б. Хөсәйенов/ - Өфө: Китап, 2017, - 260 бит.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.