Тирмә (уйын)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балалар «Тирмә» уйнайҙар

Тирмә — башҡорт халыҡ балалар уйыны.

Уйын ҡағиҙәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйында дүрт төрөкм балалар ҡатнаша. Төркөмдәр дүрт мөйөшкә урынлаша. Уртала ултырғыста милли биҙәкле яулыҡ ята. Балалар төркөмдәрендә барыһы бергә ҡулға ҡул тотоношоп, дүрт ерҙә әйләнеш яһап таҡмаҡлап бейеҙәр:


«

Беҙ, беҙ беҙ инек,
Түңәрәккә йыйылдыҡ.
Йырланыҡ та бейенек,
Һыу сәсрәтеп йүгерҙек.

»


Көй йырһыҙ дауам иткән саҡта балалар дөйөм түңәрәккә баҫалар. Аҙаҡ музыка туҡтағас, һәр төркөм үҙ ултырғысына йүгерә һәм ултырғыста ятҡан яулыҡ менән тирмә ҡора. Ҡайһы төркөм беренсе төҙөй, шул еңә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Детские подвижные игры народов СССР / Сост. А. В. Кенеман; под ред. Т. И. Осокиной. — М.: Просвещение, 1988. — 239 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]