Эстәлеккә күсергә

Туҡыма (биология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ткань (биология) битенән йүнәлтелде)
ткань

Туҡыма — килеп сығыштары уртаҡ, төҙөлөштәре һәм үтәгән функциялары менән бер-береһенә оҡшаш булған бик күп һандағы күҙәнәктәр һәм күҙәнәк-ара матдә йыйылмаһы ул.

Тере организм туҡымалары төҙөлөшөн өйрәнгән фән гистология тип атала.

Ағзалар төрлө туҡымаларҙан тора.

Хайуандарҙың туҡыма төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайуан туҡымалары түбәндәге төрҙәргә бүленә[1]:

  • эпителий (организмды тыштан ҡаплап тора, тән ҡыуышлыҡтарын һәм эске ағзаларҙы көпләй, эске һәм тышҡы секреция биҙҙәре составына инә.
  • тоташтырғыс туҡыма
  • нервы туҡымаһы
  • мускул туҡымаһы

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайуан туҡымаларын төп дүрт төркөмгә бүлеп йөрөтәләр.

  • Эпителиаль (япма) туҡымалар тәндең тышҡы япмаларын барлыҡҡа килтерәләр һәм эске ағзаларҙың күп ҡыуышлыҡтарын ҡаплап торалар.
  • Тоташтырғыс туҡымалар төҙөлөштәре һәм функциялары яғынан төрлөләр. Уларҙың берәүҙәре ағзалар эсендә йәки улар араһында ҡатлауҙар барлыҡҡа килтерә.

Икенсе берәүҙәре, мәҫәлән, һөйәк һәм кимерсәк туҡымалары, таяныу функцияһын үтәй.

  • Мускул туҡымалары организмдә хәрәкәт функцияһын үтәй. Был туҡымалар — һөлдә мускулдарының һәм эске ағзалар мускулдарының төп туҡымалары.
  • Нервы туҡымаһы баш һәм арҡа мейеләренең төп массаһын төҙөй.

Төрлө туҡымаларҙы теләһә ниндәй ағзала табып була. Мускулдар һөйәктәргә тоташтырғыс туҡыманан торған аҡ төҫтәге тығыҙ һәм һығылмалы тарамыштар ярҙамында беркетелгән.

Тышҡы яҡтан мускул үтә күренмәле, шулай уҡ тоташтырғыс туҡыманан торған йоҡа тиресә менән ҡапланған. Әгәр был тиресәне әрсеп алһаң, мускулдың күп кенә шәлкемдәрҙән торғанлығы күренә.

Шәлкемләрҙең һәр береһе тышҡы тиресәгә оҡшаш тиресә менән ҡапланған. Был шәлкемде тағы ла вағыраҡ өлөштәргә айырырға мөмкин. Иң нескә мускул шәлкемен айырып алыуы ҡыйыныраҡ. Ләкин махсус инструменттәр ярҙамында уны ла айырым үтә нәҙек мускул сүстәренә бүлгеләүгә ирешелә. Был сүстәр мускул туҡымаһын барлыҡҡа килтерә.

Эпителиаль туҡымалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эпителиаль туҡымалар

Эпителиаль туҡымаларҙа күҙәнәктәр бер-береһенә тығыҙ тейеп торалар. Күҙәнәк-ара матдә бик әҙ үҫешкән булғанлыҡтан, уны күреү ҡыйын. Микробтарға, саң бөртөктәренә һәм зарарлы матдәләргә организм эсенә күҙәнәктәрҙең тотош ҡатлауы аша үтеп инеүе еңел түгел.

Йыш ҡына эпителиаль туҡыма күҙәнәктәрҙең күп һандағы ҡатлауҙарынан төҙөлә. Бындай туҡыма уның аҫтында урынлашҡан ағзаларҙы яҡшы һаҡлай.

Эпителиаль күҙәнәктәр, зарарлы тышҡы тәьҫирҙәргә дусар булып, күп һанда һәләк булалар. Шул сәбәпле улар тиҙ үрсеү һәләтлелегенә эйә: үлгән күҙәнәктәр яңылары менән алмашына бара.

Мәҫәлән, тиренең өҫкә күҙәнәктәре бер туҡтауһыҙ һәләк булалар һәм ҡубып төшәләр. Уларҙы тиренең тәрәнерәк ятҡан ҡатлауының күҙәнәктәре үрсегәндә барлыҡҡа килеүсе яңы күҙәнәктәр алмаштыра.

Биҙҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе эпителиаль туҡымалар төрлө шыйыҡлыҡтар: шайыҡ биҙҙәре—шайыҡ, тир биҙҙәре—тир, йәш биҙҙәре йәш бүлеп сығаралар.

Тоташтырғыс туҡымалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тоташтырғыс туҡыма төрҙәре


Тоташтырғыс туҡымаларҙа күҙәнәктәр, ғәҙәттә, бер-береһенә тейеп тормайҙар. Улар араһында күҙәнәк-ара матдәһе күп була.

Кәүшәк тоташтырғыс туҡымала был матдә сүстәр рәүешендә була. Улар араһында айырым күҙәнәктәр таралышып урынлашҡандар. Бындай туҡыма, мәҫәлән, тиренең эпителиаль туҡымалары ҡатлауы аҫтында бар. Ул тирене һуҙылыусан һәм һығылмалы итә.

Мускул тиресәләре, шулай уҡ тарамыштар, кимерсәктәр һәм һөйәктәр тоташтырғыс туҡыманың төрлө төрҙәренән төҙөлгәндәр. һөйәк туҡымаһындағы күҙәнәк-ара матдә бик ҡаты һәм ныҡ була.

Тоташтырғыс май туҡымаһы күҙәнәктәрендә май запастары тупланған була. Был туҡыма, мәҫәлән, тире аҫтында урынлашҡан.

Ҡан һәм лимфа ла тоташтырғыс туҡыма булып торалар. Уларҙың күҙәнәк-ара матдәһе шыйыҡ була.

Тоташтырғыс туҡыманың төп функцияһы күҙәнәк-ара матдәгә бәйләнгән.

Мускул туҡымалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Телдең арҡыры мускул туҡымаһы
шыма мускул туҡымаһының микроскопик төҙөлөшө

Мускул туҡымалары мускул сүстәренән тора.

һөлдә мускулдарының сүстәре сәс бөртөгөнән сама менән биш тапҡыр нәҙегерәк. Шунлыҡтан уларҙы микроскоп аша ғына күреп була. Ләкин уларҙың оҙонлоҡтары 10—12 сантиметрға етә. һөлдә мускулының сүсе күп һанда оҙонса ядролары булған цитоплазманан тора. Цитоплазма, эсендә бик нәҙек ептәр һуҙылып киткән. Был ептәр тартылырға, йәғни ҡыҫҡарырға һәм йыуанайырға, һәләтлеләр.

Микроскоп аша ҡарағанда, был туҡыманың сүстәрендә арҡырыға һуҙылған һыҙаттар була (яҡты һәм төҫлө һыҙаттар сиратлашып килә). Шунлыҡтан һөлдә мускулдарын төҙөүсе туҡыма арҡыры һыҙатлы мускул туҡымаһы тип йөрөтөлә.

Эске ағзаларҙың, мәҫәлән, ашҡаҙандың, эсәктәрҙең, мускулдары туҡымаһын төҙөүсе күҙәнәктәрҙең төҙөлөшө башҡаса.

Уларҙың оҙонлоғо ни бары 0,1 мм самаһы. Бындай күҙәнәктең цитоплазмаһында бер ядро һәм тартылыусан ептәр урынлашҡан була.

Эске ағзалар мускулдарының сүстәрендә арҡыры һыҙаттар булмай. Шунлыҡтан был туҡыма шыма мускул туҡымаһы тип йөрөтөлә.

Йөрәк мускулы ғына был йәһәттән башҡаларҙан айырылып тора. Ул үҙенә башҡа төҙөлөшлө арҡыры буйлы туҡыманан төҙөлгән (йөрәктең арҡыры буйлы мускулатураһы). Йөрәк мускулдарының сүстәре үрелгән тармаҡтарҙан тора.

Бөтә мускул туҡымалары дөйәм үҙсәнлектәргә эйә. Мускул сүстәре цитоплазмаһындағы ептәр, ҡыҫҡарып һәм йыуанайып, уларҙың тартылыуын тыуҙыралар. Был ваҡытта бөтә мускул үҙе лә тартыла.

Мускул туҡымаһына ниндәй ҙә булһа берәй куҙғыу — механик (пинцет менән семтеп алыу йәки сәнсеү), химик (кислота тамыҙыу), температура (эҫе әйбер тейҙереп алыу), электрик (ток тәьҫире) ҡуҙғыу тәьҫир итһә, мускулда ярһыу тип аталған ҡатмарлы биологик реакция хасил була.

Мускул туҡымаһының тартылыуы — унда барыусы ярһыу процесенең сағылышы ул. Ҡуҙғыуҙар тәьҫире туҡталғандан һуң, мускул бушанып ҡала. Уның оҙонлоғо элекке хәленә ҡайта.

Ярһыусанлыҡ һәм тартылыусанлыҡ — мускул туҡымаһының төп үҙсәнлектәре ул.

Нервы туҡымаһы

Нервы туҡымаһын төҙөүсе күҙәнәктәр нейрондар тип аталалар. Нейрон тәндән һәм цитоплазма үҫентеләренән тора. Нейрон тәнендәге цитоплазмала бәләкәй ядролы ядро урынлашҡан.

Нейрон үҫентеләренең береһе, ғәҙәттә, башҡаларынан оҙонораҡ була. Уны аксон тип атайҙар. Уның осо тармаҡтарға айырыла.

Бындай үҫентеләр шул тиклем нәҙек була, уларҙы тик микроскоп аша ғына күрергә мөмкин. Шулай уҡ, йыш ҡына шаҡтай оҙон булалар. Оҙонлоҡтары 1 метрға тиклем етергә мөмкин.

Унан тыш, нейрондың тәненән бик күп тармаҡтарға айырылған бер йәки бер нисә ҡыҫҡа үҫенте сығып китә. Уларын дендриттар тип атайҙар. Үҫентеләренең формаһы һәм һаны яғынан нейрондар төрлө-төрлө була.

Нейрондарҙың тәндәре башлыса арҡа һәм баш мейеләрендә, йәғни үҙәк нервы системаһында урынлашҡан. Уларҙың тупланмалары баш һәм арҡа мейеләренең һоро матдә тип йөрөтөлгән матдәһен барлыҡҡа килтерә.

Үҙәк нервы системаһынан ситтә лә нейрондар тәндәренең бәләкәйерәк тупланмалары осрай. Улар нервы төйөндәре тип аталалар.

Нейрондарҙың берәүҙәренең оҙон үҫентеләре үҙәк нервы системаһының үҙендә ҡала. Улар баш һәм арҡа мейеләренең аҡ матдәһен барлыҡҡа килтерәләр.

Башҡа нейрондарҙың оҙон үҫентеләре шәлкемдәргә — үҙәк нервы системаһынан сығып китеүсе нервыларға йыйылалар. Үҙәк нервы системаһынан алыҫлаша барған һайын, эре нервылар нәҙегәйгәндән-нәҙегәйеп нервыларға тармаҡланалар. Был нервылар бөтә ағзаларға үтеп инәләр.

Әгәр нервыны ҡуҙғытһаң (мәҫәлән, электр тогы менән), унда ярһыу тыуа. Был ярһыу мускулға тапшырыла һәм уның тартылыуын тыуҙыра. Күҙгә төшкән сүп тыуҙырған ҡуҙғыуҙан йәш биҙҙәрендә күҙ йәше бүленеп сыға. Нервы туҡымаһының төп үҙсәнлектәре — ярһыусанлыҡ һәм үткәреүсәнлек.

Үҫемлектәрҙең туҡыма төрө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
меристема

Үҫемлек туҡымалары түбәндәге төрҙәргә бүленә:

  • яһаусы (меристема).
  • япма туҡыма
  • механик туҡыма
  • абсорбцион туҡыма
  • Төп туҡыма: фотосинтезлаусы (ассимиляцион), запаслаусы
  • үткәреүсе.
  • секреция.
  • аэренхима

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бер йыллыҡ лириодендрон ағасы олононың микрокопик төҙөлөшө

Үҫемлектәр батшалығын ике ваҡ батшалыҡҡа: түбән төҙөлөшлө үҫемлектәргә һәм юғары төҙөлөшлө үҫемлектәргә бүләләр. Төп айырма: түбән төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә туҡыма һәм органдар булмай. Йәғни, күҙәнәктәре махсуслашмаған.

Юғары төҙөлөшлө үҫемлек организмының һәр күҙәнәге ниндәй туҡыма составына инеүенә ҡарап, билдәле бер функция үтәй. Күҙәнәктең төҙөлөшө уның функцияһына ярашлы була.

Үҫемлектең ҡайһы бер күҙәнәктәре эсендәге тере матдәләр үлеп бөтөп, уның тик тышсалары ҡалғас ҡына үҙҙәренең төп функцияһын үтәй. Үҙағас көпшәләре шундайҙарға инә.

Төҙөлөштәре бер-береһенә оҡшаш булып, бер үк функция үтәүсе күҙәнәктәр төркөмө туҡыма тип атала.

Үҫемлектәрҙең органдары төрлө туҡымаларҙан тора. Мәҫәлән, тамыр осондағы туҡыма аҙмы-күпме берҙәй төҙөлөшлө күҙәнәктәрҙән тора.

Уларҙың һәр береһенең цитоплазмаһы, эре ядроһы һәм йоҡа тышсаһы бар. Был күҙәнәктәр өҙлөкһөҙ бүленеп, тамырҙың төрлө туҡымаларының яңы күҙәнәктәрен барлыҡҡа килтерә. Күҙәнәктәре өҙлөкһөҙ бүленеп торған туҡыманы яһаусы туҡыма тип атайҙар.

Камбий — шулай уҡ яһаусы туҡыма. Камбий күҙәнәктәренең бүленеүе һөҙөмтәһендә йүкәлектең һәм үҙағастың яңы ҡатламдары барлыҡҡа килә. Был юл менән һабаҡ йыуанлыҡҡа үҫә.

Үҫемлектең төрлө органдарындағы туҡымаларҙың икенсе төркөмө — япма туҡымалар. Япма туҡымаларға тиресә менән кигермәк инә.

Тиресәнең тере күҙәнәктәре бер-береһенә тығыҙ тейеп тора, уларҙың тышсалары ҡалынайған. Тиресә күҙәнәктәре араһында ауыҙсалар бар.

Кигермәктең күҙәнәктәре үле. Уларҙың тышсалары һыуҙы ла, һауаны ла үткәрмәй. Был туҡымалар үҫемлекте тышҡы мөхиттең уңайһыҙ тәьҫиренән һаҡлай. Мәҫәлән, дымдың артыҡ күп парға әйләнеүенә, үҫемлек эсенә зарарлы микроорганизмдарҙың үтеп инеүенә кәртә булып тора. Үҫемлектәрҙең күбеһендә тиресәһе май һымаҡ матдә йәки балауыҙ һымаҡ ҡуныҡ менән ҡапланған.

Үҙағас менән йүкәлектең төп функцияһы — үҫемлектең бөтә органдарына ла матдәләр үткәреү. Шуға күрә уларҙы үткәреүсе туҡыма тип атайҙар.

Үҙағас көпшәләре һыуҙы һәм унда эрегән минераль матдәләрҙе үткәрә.

Йүкәлектең иләк һымаҡ көпшәләре буйлап органик матдәләр эретмәһе хәрәкәт итә.

Һабаҡтың үҙәге, ҡабыҡтың йүкәлеккә яҡын торған эске күҙәнәктәре, тамыр ҡабығы һәм емештәрҙең һутлы күҙәнәктәре һаҡлаусы туҡыманан барлыҡҡа килгән. Ул ғәҙәттә, күҙәнәк аралығына бай була. Был туҡыма күҙәнәктәрендә туҡлыҡлы матдәләр запасы туплана.

Япраҡтарҙың һәм йәш һабаҡтарҙың йәшел күҙәнәктәрендә фотосинтез бара. Бындай туҡымаларҙы фотосинтезлаусы туҡымалар тип атайҙар.

Механик туҡыма үҫемлек органдарына ныҡлыҡ бирә. Улар бик ҡалын тышсалы күҙәнәктәрҙән тора. Был туҡыманың күҙәнәктәре үҫемлектең һөлдәһен барлыҡҡа килтерә.

Улар һабаҡта тоташ ҡатлам булып йәки бер-береһенән күпмелер алыҫлыҡта ятҡан айырым-айырым бау рәүешендә урынлашыуҙары мөмкин.

Япраҡтарҙағы механик туҡыма күҙәнәктәре йыш ҡына үткәреүсе туҡыма күҙәнәктәре тирәһендә урынлаша. Улар менән бергә япраҡ һеңерсәләрен барлыҡҡа килтерә.

Йүкәлек менән үҙағастың айырым күҙәнәктәре йәки күҙәнәк төркөмдәре механик туҡыма күҙәнәктәренә хас төҙөлөшлө була. Был күҙәнәктәр ағасланған ҡалын тышсалы оҙон сүстәр рәүешендә була. Шуға күрә уларҙы йүкәлек һәм үҙағас сүстәре тип атайҙар.

Шулай итеп, сәскәле үҫемлектәрҙең тәне төрлө туҡымаларҙан: япма, фотосинтезлаусы, үткәреүсе, һаҡлаусы, механик туҡымаларҙан тора. Уларҙың бөтәһе лә яһаусы туҡыманан барлыҡҡа килә.

  1. Гаврилов Л. Ф., Татаринов В. Г. Анатомия: Учебник. — 2-е изд. перераб. и доп. — М.: Медицина, 1986. — 368 с.