Тоҙло тау биттәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Тоҙло тау биттәре
47°28′04″ с. ш. 39°28′28″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Ростов өлкәһе
Майҙаны 159,0 гектар
Идара итеүсе ойошма Ростов өлкәһе тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы
Тоҙло тау биттәре (Рәсәй)
Green pog.svg
Тоҙло тау биттәре
Тоҙло тау биттәре (Ростов өлкәһе)
Green pog.svg
Тоҙло тау биттәре

Тоҙло тау биттәре — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт мираҫы. Ростов өлкәһе Мясников районында урынлашҡан. Тәбиғәт мираҫы статусы Ростов өлкәһенең 15.05.2014 йылдағы 349-сы Хөкүмәт ҡарарына ярашлы бирелгән.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матурҙарҙан матур ҡылған
Һаҙлыҡ көйгәнәге
Ябай фазан

Тоҙло тау биттәре өлөшләтә киң япраҡлы урманлы, соҡор һәм йырындарҙа үҫә (Байрачный урман). Улар дала ландшафтына төрлөлөк биреп тора һәм уның флораһын байтаҡҡа байыта. Тау йәшәгән Урындағы төп Тоҙло йылғаһының яр биттәре бай флоралы, унда бик һирәк осрай торған урман үҫемлектәре һәм хайуандары бар(мәҫәлән, урман умырзаяһы). Бында 375 -кә яҡын үҫемлек төрө бар, шуларҙың 12 төрө Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Тоҙло тау биттәре тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора, ул өлкә әһәмиәтенә эйә. Ул Азов яны яр буйы тигеҙлегендә , Донец һыртының көньяҡ -көнсығыш итәгендә урынлашҡан. Тоҙло тау бите ике өлөштән тора: беренсеһе Тоҙло йылғаһының уң яҡ ярында , Карпо-Николаевка ауылынан көнбайышында, иенсеһе — Стоянов утраынан төньяҡ-көнсығышында, Тоҙло йылғаһының һул яҡ ярында.

Үҫемлектәр зонаһы буйынса был тәбиғәт ҡомартҡыһы ҡылғанлы дала зонаһына ҡарай. Бында украин ҡылғаны, иң матур ҡылған һәм тар япраҡлы ҡылған үҫә.

Тоҙло йылғаһының үҙәнендә 375 төр үҫемлек теркәлгән, шуларҙың 251-е тау биттәрендәге дала үҫемлектәренә инә. Бында 12 төр һирәк осрай торған һәм айырыуса һаҡлауҙы талап иткән үҫемлектәр бар. Улар барыһы ла Ростов өлкәһенең һаҡлана торған үҫемлектәре исемлегенә ингән: сальвиния плавающая, аир болотный, Шренк һәм Биберштейн ләләһе, дауа козлятнигы, дала гиацинты һәм сморчок бәшмәге (СССР Ҡыҙыл китабына 1984 йылда ингән).

Территорияһында йылғыр кеҫәртке, туҙ баш йыланы (ябай һәм һыу), ағыуһыҙ йылан (полоз), фазан, ҡыр өйрәге, ябай торомтай, һаҙ көйнәге, золотистая щурка һәм яр буйы ҡарлуғасы, һарығош-үтәбикә, ремез, һайыҫҡан, ҡара ҡарға, ставки, һандуғас, ялан турғайы бар. Бында төрлө хайуандар: төлкө, таш һыуһары, дала көҙәне, үр ҡуяны, йәтсә осрай. Шулай уҡ бик күп умыртҡаһыҙ йәнлектәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.

Тоҙло тау биттәре тәбиғәт ҡомартҡыһы комплексы тәбиғтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә.

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.
  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]