Эстәлеккә күсергә

Традицион музыка үҙәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Традицион музыка үҙәге
Нигеҙләү датаһы 2016
Рәсем
Рәсми сайт kazmuscenter.kz/ru

Традицион музыка үҙәгеАлма-Аталағы (Ҡаҙағстан) традицион ҡаҙаҡ музыкаһы мультимедиа һәм музей комплексы.

2016 йылда Ҡаҙағстан Президенты традицион ҡаҙаҡ музыка тарихына ҡараған аудио һәм видео материалдар менән танышыу мөмкин булған Мультимедиа үҙәген булдырырға ҡуша. Стандарт музей экспозицияһының популярлығы кәмей барғанда, был мөһим аҙым һанала.[1]

2016 йылдың август айында Алма-Атаның 1000 йыллыҡ байрамы сиктәрендә, Универсиада атлетика ауылы биләмәһендә Традицион музыка асыу үҙәген асыу тантанаһы үтә. Музей коллекцияһына билдәле ҡаҙаҡ сәнғәт эшмәкәрҙәренең музыка ҡоралдары йыйылған. Уларҙың бер өлөшөн Ыхлас исемендәге Республика халыҡ музыка ҡоралдары музейы, А. Кастеев исемендәге дәүләт музейы, Алма-Ата ҡалаһы тарих музейы [2].фондтары тапшырған.

2016 йылдың сентябрь айында Үҙәккә Нурсолтан Назарбаев килә һәм үҙенең шәхси думбыраһын һәм ҡаҙаҡ көйҙәрен башҡарыусы легендар йырсы Динә Нурпеисоваға бағышланған «Дала көйҙәре» скульптураһын бүләк итә.[3]

Үҙәктең төп йүнәлеше булып ҡала мәктәптәре уҡыусылары өсөн экскурсия үткәреү тора. Үҙәктең эшмәкәрлеге традицион ҡаҙаҡ музыкаһын һәм уның (Етеһыу, Һырдаръя, Көнбайыш Ҡаҙағстан) мәктәптәрен өйрәнеүсе фәнни эшмәкәрлек һәм бөйөк ҡаҙаҡ музыканттары Жаҡсылыҡ Нурҡаев, Кенен Әзербаев, Алтынбәк Ҡоразбаев кеүек һәм башҡаларҙың аудиовизуаль ҡомартҡыларын һаҡлауҙан ғибәрәт.[4]

Ҡалып:Музеи Алма-Аты