Турку кафедраль соборы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Турку кафедраль соборы
Нигеҙләү датаһы 1300
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Финляндия[1][2][3][…]
Административ-территориаль берәмек Турку[1][2][3][…]
Урынлашҡан урамы Tuomiokirkonkatu[d]
Урын I район (Турку)[d] һәм Turku Cathedral and Turku historic center[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Q121410665?
Епархия диоцез Турку[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 15 метр[4]
Хужаһы Turku and Kaarina Parish Union[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле кирпичная готика[d]
Обитатель Turku Cathedral Parish[d] һәм Turku Swedish Parish[d]
Мираҫ статусы church-protected building[d][2]
Оҙонлоҡ 89 метр
Киңлек 38 метр
Бейеклеге/буйы 101,9 метр
Адрес Tuomiokirkonkatu 1, 20500 Turku[2] һәм Domkyrkogatan 1, 20500 Åbo
Рәсми сайт turunseurakunnat.fi/kirk…
abosvenskaforsamling.fi/…
Святой покровитель Мәрйәм Инә[d]
Зимнее изображение
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Кафедральном соборе Турку[d]
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Turku Cathedral[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Turku Cathedral[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from the tower of Turku Cathedral[d]
Карта
 Турку кафедраль соборы Викимилектә

Турку кафедраль соборы (швед. Åbo domkyrka, фин.Turun tuomiokirkko) — Финляндияла төп лютеран ғибәҙәтханаһы. XIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән, 1300 йылда Дева Мария һәм Финляндияны суҡындырыусы илдең беренсе епискобы изге Генрих хөрмәтенә изгеләндерелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Собор 1258 йылда төньяҡ-готик стилендә төҙөлгән, Финляндияла башҡа сиркәүҙәр төҙөлөшө өсөн оҙайлы ваҡыт өлгө була. Беренсе таш собор бер аҙ бәләкәйерәк була. Уның фасады әлеге кафедра урынында урынлашҡан була.

Урта быуаттарҙа собор күп тапҡыр киңәйтелә һәм үҙгәртеп ҡорола. XV быуатта соборға ҡабырға капеллалар төҙөлә. Бер аҙ һуңыраҡ үҙәк нефтың көмбәҙенең бейеклеге хәҙерге күләменә тиклем арттырыла (24 метр). 1827 йылда собор янғындан зыян күрә. Соборҙың 101 метрлыҡ манараһы соборҙы тергеҙгәндә төҙөлә һәм Турку ҡалаһының символы булып тора.

Соборҙың эске биҙәлеше 1830 йылдарҙа Вестин Фредрик һәм Карл Энгель тарафынан башҡарыла. Стеналары һәм алтарь өлөшөндәге көмбәҙҙәре Р. В. Экмандың фрескалары менән биҙәлгән. 1870 йылдарҙа төньяҡ капеллалары Владимир Сверчковтың витраждары менән биҙәлгән.

1980 йылда соборҙа яңы 81-регистрлы орган урынлаштырыла.

Собор почта маркаһында, 1929 йыл

Изге Георгий капеллаһында изгеләр рәтенә индерелгән епископ Хемминг ерләнгән. Соборҙың билдәле ҡәбер ташы — король Эрика XIV ҡатыны Катарина Монсдоттер саркофагы. Соборҙың төрлө өлөштәрендә шулай уҡ Мауну II Таваст, Олави Маунунпойка, Конрад Биц, Мауну III Сяркилахти, Кнут Поссе, Павел Юстен, Исаак Ротовиус, Столхандскэ Турстэн, Окэ Тотт, Эверт Хурн ерләнгән.

Соборҙың көньяҡ галереяһында 1982 йылда реставрация эштәренән һуң асылған Кафедраль музей урынлашҡан.

Собор алдында сиркәү реформаторы Микаэль Агриколе һәйкәле ҡуйылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://www.kyppi.fi/palveluikkuna/rapea/read/asp/r_kohde_det.aspx?KOHDE_ID=200528
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 https://www.kyppi.fi/palveluikkuna/rapea/read/asp/r_kohde_det.aspx?KOHDE_ID=200528
  3. 3,0 3,1 http://www.museot.fi/museohaku/index.php?museo_id=21866
  4. http://paikkatiedot.fi/so/1000772/12008565National Land Survey of Finland.