Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл (Октябрьский)
Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Октябрьский |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | гранит[d] һәм бронза |
Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл — Октябрьский ҡалаһының Еңеү паркының мемориаль комплексы янында «Һалдат уйҙары» тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына ҡуйылған һәйкәл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буласаҡ монументтың нигеҙ ташы 2015 йылдың 7 майында һалынғандан һуң, «Халыҡ һәйкәле» төҙөү өсөн аҡса йыйыу акцияһы иғлан ителеү һөҙөмтәһендә ҡала предприятиелары һәм граждандарынан 4 миллион һумдан ашыу акса йыйыла. Һәйкәл авторҙары — металл буйынса рәссам Насыров Сабир һәм скульптор Вячеслав Кузнецов. Композицияла һынландырылған ҡатын-ҡыҙ бер ҡулына башаҡтар тотҡан, икенсеһенә бала күтәргән, уларҙың өҫтөнә нефть фонтаны аға, ул Девон ятҡылығы асылыуын символлаштыра. Скульптура Түбәнге Тагил иретеп ҡойоу заводында эшләнгән. Һәйкәлде Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы, ҡаланың почетлы гражданы Ләйлә Мәрҙәншина аса.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл (Алексеевка)
- Тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (Стәрлетамаҡ)