Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл (Алексеевка)
Уҡыу көйләүҙәре
(Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл. Алексеевка битенән йүнәлтелде)
| Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл | |
| Нигеҙләү датаһы | 2017 |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Алексеевка ауылы |
Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл — Өфө районы Алексеевка ҡасабаһында тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына ҡуйылған һәйкәл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Проект 2017 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Өфө районынан Бөйөк Ватан һуғышында 10280 офицер һәм һалдат ҡатнаша. 7800 кеше һуғыштан бөтөнләй әйләнеп ҡайтмай. 9 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Берәү — Дан орденының тулы кавалеры. Еңеүҙең 72 йыллығын 12 һуғыш ветераны һәм 450 тирәһе тыл хеҙмәтсәне ҡаршылай.
Алексеевка ҡасабаһында быға тиклем хәрби мемориал булмай. Был — тәүгеһе һәм халыҡтың хәҙер Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яҡындары иҫтәлегенә сәскәләр һалыу мөмкинлеге бар.
