Төркиәлә конституция референдумы (2017)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төркиәлә конституция референдумы
Дәүләт  Төркиә
Урын Төркиә
Ваҡиға ваҡыты 16 апрель 2017
Еңеүсе да[d][1]
Число избирателей 58 366 647
Число поданных бюллетеней 49 798 920
Всего действительных голосов 48 934 116[2]
Карта распространения
Голосов против 23 777 091[2]
Голосов за 25 157 025[2]
 Төркиәлә конституция референдумы (2017) Викимилектә

Төркиәләге 2017 йылғы конституция референдумы 16 апрелдә үткәрелә[3]. Референдумда Төркиә Конституцияһына 18 төҙәтеүгә мөнәсәбәт белдерергә кәрәк була. Был төҙәтеүҙәр идараның парламент формаһынан президент республикаһы формаһына күсеүҙе, премьер-министр вазифаһын бөтөрөүҙе, парламент депутаттары һанын арттырыуҙы, Судьялар һәм прокурорҙар юғары советын[4][5] реформалауҙы күҙҙә тота.

Алдағы тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президент системаһын индереү фекерен 2005 йылда юстиция министры Джемил Чичек тәҡдим итә, Төркиә премьер-министры Рәжәп Тайип Эрдоған хуплай[6]. Шул ваҡыттан алып Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы лидерҙары президент республикаһына күсеүҙе асыҡтан-асыҡ яҡлай[7]. Конституция реформаһы тураһындағы тәҡдимдәр Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы тарафынан 2011 йылғы һайлауҙа еңгәндән һуң парламентҡа индерелә. Яңы конституция тексын эшләү өсөн партия-ара комитет төҙөлә, унда паритетлы нигеҙҙә бөтә парламент фракцияларының вәкилдәре индерелә. Конституцияны раҫлау өсөн комитет ағзаларының бөтәһенең дә бер тауыштан риза булыуы талап ителә[8]. Ике йыллап ваҡыт эсендә комитет яңы конституцияның 60-лап статьяһын яраштыра, ләкин власты бүлешеү, президент вәкәләттәре, үҙәкләштерелгәнлекте бөтөрөү, туған телдә белем биреү мәсьәләләре һәм ғәмәлдәге конституцияның республика нигеҙҙәрен тасуирлаған тәүге дүрт статьяһы буйынса фекер айырымлыҡтары 2013 йылдың ноябрендә идара итеүсе Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһының комитеттан сығыуына һәм декабрҙә уны таратыуға килтерә[9][10].

Президент республикаһына күсеү тураһындағы тәҡдимдәр 2015 йыл ноябрь һайлауында Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһының һайлау алды программаһына инә, һайлауҙа партия 317 депутат мандаты ала. Конституцияға төҙәтеүҙәрҙе референдумға сығарыу өсөн бөтә депутаттарҙың кәм тигәндә биштән өсөнөң был төҙәтеүҙәрҙе хуплап тауыш биреүе (330 тауыш) талап ителә.

2016 йыл аҙағында Милләтселек хәрәкәте парламент партияһы, быға тиклем идараның парламент формаһын яҡламаһа ла, конституцияны реформалау мәсьәләһендә хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек итергә ризалаша[11][12]. 10 декабрҙә, конституцияны реформалау мәсьәләһендә Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы менән Милләтселек хәрәкәте партияһы араһында уртаҡ фекергә киленгәс, төҙәтеүҙәр тексы парламентҡа тапшырыла[13]. Төркиә парламентының Конституцион ҡануниәт буйынса комитеты 2016 йылдың 30 декабрендә закон проектын тулыһынса хуплай[14]. 2017 йылдың 20 ғинуарынан 21 ғинуарына ҡарай төндә парламент депутаттары конституцияға 18 төҙәтеүҙән торған йыйылманы хуплай. 339 парламентарий, нигеҙҙә Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы менән Милләтселек хәрәкәте партияһына ҡарарған депутаттар, ыңғай, 142 депутат, башлыса Республика халыҡ партияһыныҡылар һәм бойондороҡһоҙ депутаттар, кире тауыш бирә, биш кеше буш бюллетень тапшыра, ике тауыш ғәмәлдә түгел тип таныла. Ҡалған депутаттар, шул иҫәптән тауыш биреүгә бойкот иғлан иткән Халыҡтар демократияһы партияһы вәкилдәре, тауыш биреүҙә ҡатнашмай[4][15][16].

Төҙәтеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конституцияға төҙәтеүҙәрҙең тасуирламаһы[17][18][19]
Статья Үҙгәрештәрҙе тасуирлау
1 9 Суд системаһының нейтраллеген һәм тарафһыҙлығын мотлаҡ итеү.
2 75 Парламент ағзалары һанын 550-нән 600-гә еткереп арттырыу.
3 76 Парламентҡа һайлауҙа кандидат сифатында ҡатнашыу өсөн йәш сикләүе 25-тән 18 йәшкә тиклем кәметелә, хәрби хеҙмәт үтеү кәрәклеге шарты бөтөрөлә. Ҡораллы көстәргә ҡағылышы булған кешеләр һайлауға үҙ кандидатураһын тәҡдим итә алмай.
4 77 Парламент вәкәләттәренең мөҙҙәте 4 урынына 5 йыл итеп арттырыла. Парламент һәм президент һайлау 5 йылға бер үткәрелә.
5 87 Парламенттың министрҙарҙан һорау алыу, хөкүмәттән яуап талап итеү, министрҙарға теге йәки был мәсьәләләр буйынса указ сығарырға ҡушыу хоҡуғы бөтөрөлә. Президент ветоһын аша атлап үтеү өсөн парламент тауыштарҙың абсолют күпселеге менән (301 тауыш) закон проектын ҡабат ҡабул итергә тейеш.
6 98 Министрҙарҙың парламентта һорауҙарға телдән яуап биреүе бөтөрөлә.
7 101 Президентлыҡҡа кандидат тәҡдим итеү өсөн граждан алда үткән парламент һайлауында һайлаусыларҙың кәм тигәндә 5 процент тауышын алған бер булһа ла партияның хуплауын алырға тейеш. Президент партияла ағзалығын туҡтатмаһа ла була.
8 104 Президент дәүләттең һәм хөкүмәттең башлығы булып тора, ул министрҙарҙы һәм вице-президенттарҙы вазифаға алырға һәм вазифанан бушатырға хоҡуҡлы. Президент референдумдар ойошторорға хоҡуҡлы.
9 105 Парламент президенттың ихтимал булған енәйәтен тикшереүҙе депутаттарҙың биштән өс өлөшө ыңғай тауыш биргән осраҡта башлай ала. Әгәр депутаттарҙың өстән ике өлөшө ыңғай тауыш бирһә, парламент үҙенең тикшереүе йомғаҡтары буйынса президентҡа ҡаршы эштең Юғары судта ҡаралыуын талап итә ала.
10 106 Президент бер йә бер нисә вице-президент тәғәйенләй ала. Әгәр президент вазифаһы бушаһа, ваҡытынан алда һайлау 45 көн эсендә үткәрелә. Әгәр парламент вәкәләттәренең мөҙҙәте ваҡытынан алда президент һайлауҙан һуң бер йыл үтмәҫ элек тамамланһа, парламент һайлауы күсерелә һәм президент һайлау менән бергә үткәрелә. Әгәр парламент вәкәләттәренең мөҙҙәте тамамланыуға ваҡытынан алда президент һайлауҙан һуң бер йылдан күбәрәк ҡалһа, парламент таратылмай һәм һайланған президент парламент вәкәләттәренең мөҙҙәте тулғансы эшләй, ул тамамланғас, парламент һәм президент һайлау бергә үткәрелә. Президенттың вазифала булыуының был осоро рөхсәт ителгән ике мөҙҙәттең береһе тип ҡаралмай.
11 116 Президент һәм парламент ағзаларының биштән өс өлөшө ваҡытынан алда һайлау үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Шул уҡ ваҡытта президент һайлау ҙа, парламент һайлау ҙа ваҡытынан алда үтә.
12 119 Ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеү хоҡуғына президент эйә, әммә эш-ғәмәлдәрҙе башлау өсөн парламент хуплауын алыуы зарур.
13 142 Хәрби судтар бөтөрөлә.
14 159 Судьялар һәм прокурорҙар советы реформаһы. Ағзалар һаны 22-нән 13-кә ҡалдырып кәметелә. 4 ағзаны - президент, 7 ағзаны парламент тәғәйенләй. Парламент раҫлауын алыр өсөн кандидаттар беренсе турҙа депутаттарҙың икенән өс өлөшөнөң (400), икенсе турҙа биштән өс өлөшөнөң (360) хуплауына лайыҡ булырға тейеш. Советтың тағы ике ағзаһы — юстиция министры һәм уның урынбаҫары. Судьялар һәм прокурорҙар советының рәйесе итеп юстиция министры тәғәйенләнә.
15 161 Президент парламентҡа йыллыҡ бюджетты фискаль йыл башланғансы 75 көндән дә һуңламай тапшыра. Бюджет комиссияһы ағзалары бюджетҡа үҙгәрештәр индерә ала, ләкин парламент ағзалары дәүләт сығымдарының үҙгәреүенә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерә алай. Әгәр бюджет ҡабул ителмәһә, ваҡытлы бюджет тәҡдим ителә. Ваҡытлы бюджет кире ҡағылған хәлдә былтырғы йыл бюджеты ҡулланыла.
16 Бер нисә статья Конституцияның бер нисә статьяһын реформа тәҡдимдәренә яраҡлаштырыу, атап әйткәндә, башҡарма вәкәләттәрҙе хөкүмәттән алып президентҡа тапшырыу.
17 21-се ваҡытлы статья Киләһе парламент һәм президент һайлауҙары 2019 йылдың 3 ноябрендә үтергә тейеш. Әгәр парламент ваҡытынан алда һайлау үткәрергә ҡарар итһә, президент һайлау ҙа бергә үткәрелергә тейеш була. Судьялар һәм прокурорҙар советының яңы составы был законды раҫлағандан һуң 30 көн эсендә раҫланырға тейеш. Был закон көсөнә инеү менән хәрби судтар бөтөрөлә.
18 Төҙәтеүҙәр (ваҡытлы статьянан башҡалары) яңы һайлауҙан һуң көсөнә инәсәк. Президенттың партияла ағзалығын туҡтатып тороуы тураһындағы положение был закон көсөнә инеү менән ғәмәлдән сығарыласаҡ.

Европа Советының Венеция комиссияһы 2017 йылдың 10-11 мартында Төркиә конституцияһына төҙәтеүҙәр тураһындағы докладты ҡабул итә. Комиссия белдереүенсә, һәр ил идараның президент, парламент йәки ҡатнаш формаларынан үҙенә кәрәген үҙаллы һайлап алырға хоҡуҡлы. Әммә, идара системаһын һайлауға бәйһеҙ рәүештә, закондың өҫтөн ҡуйылыуы һәм власты бүлешеү принциптары күҙәтелергә тейеш. Референдумға сығарылған конституцияға төҙәтеүҙәр власты бүлешеү логикаһына яуап бирмәй, шуға закондар сығарыу власының башҡарма властан бойондороҡһоҙлоғон ғәмәлдә түгел, ә формаль рәүештә генә тәьмин итә. Президенттың сәйәси яуаплылығы биш йылға бер үтә торған һайлау менән генә сикләнә. Венеция комиссияһы конституция реформаһының түбәндәге положениелары буйынса айырыуса ҙур борсолоу белдерә:

  • президент башҡарма власты бер үҙе тормошҡа ашыра һәм министрҙарҙы, башҡа вазифалы кешеләрҙе тәғәйенләүҙә тик үҙе сығарған критерийҙарға ғына таянып, сикләнмәгән хоҡуҡҡа эйә;
  • президент вице-президенттарҙы үҙе тәғәйенләй, һәм уларҙың береһе президент посы ваҡытлыса бушап торғанда, демократик легитимлыҡҡа йә парламент хуплауына эйә булмаһа ла, президент вазифаларын башҡара;
  • парламенттың президентты, вице-президенттарҙы һәм министрҙарҙы яуаплылыҡҡа саҡырыу мөмкинлеге бары тик импичмент процедураһы менән генә сикләнә;
  • президент парламентты теләһә ниндәй нигеҙҙә таратыу хоҡуғына эйә, был демократик президент системаларына бөтөнләй ят нәмә;
  • парламент президенттың икенсе мандаты осоронда ваҡытынан алда һайлау үткәрергә ҡарар итһә, президентҡа өсөнсө мандатты алыу мөмкинлеге асыла;
  • президент указдарҙы закон ҡабул итеү ихтыяжынан башҡа ла сығара ала;
  • Судьялар һәм прокурорҙар советы реформаһы. Советтың ун өс ағзаһының алтыһын президент тәғәйенләй. Совет ағзаларын судьяларҙың үҙҙәре тәғәйенләүе бөтөрөлә.

Ошоларҙан сығып, Венеция комиссияһы, конституцияға тәҡдим ителгән төҙәтеүҙәр Төркиәлә тигеҙләштереп торорлоҡ көстәр булмаған президент режимын урынлаштырыр, тип хәүефләнә. Хәрби судтарҙы бөтөрөү һәм президенттың ғәҙәттән тыш указдары Бөйөк милли йыйылыш тарафынан хупланмаған осраҡта автоматик рәүештә көсөн юғалта тиелһә лә, комиссияның һығымтаһын үҙгәртерлек түгел[20].

Һайлау системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Референдум үткәреү ҡануниәте нигеҙҙә һайлау ҡануниәтенеке кеүек үк. Әммә илдә 2016 йылда дәүләт түңкәрелеше була яҙа. Шунан һуң ғәҙәттән тыш хәл индерелә һәм ике декрет ҡабул ителә. Улар референдум кампанияһын ваҡытлы матбуғат сараларында тарафһыҙ яҡтыртыу һәм илдән ситтәге һайлаусыларҙы теркәү мәсьәләләренә ҡағыла. Парламент указдарҙы раҫлағанға тиклем улар өҫтөнән Конституция судына ялыу биреп булмай. Һайлауҙы ойоштороу барышы өсөн суд власы яуаплы. Юғарғы һайлау советынан (ЮҺС) тыш, һайлау комиссияларының йәнә өс кимәле бар: 81 провинция һайлау советы (ПҺС), 1080 округ һайлау советы (ОҺС) һәм 174 512 участка һайлау комиссияһы (УҺК). ЮҺС — даими орган, Кассация суды судьялары һәм Дәүләт советы үҙҙәренең араһынан һайлап ҡуйған 11 ағзанан тора. Сәйәси партиялар һайлау комиссияларына үҙҙәренән тауыш биреүгә хоҡуҡһыҙ ағзалар тәғәйенләй ала, шулай итеп, парламент партияларының дүртеһе лә ЮҺС-та бар.

ПҺС-тар өс кешенән тора, провинцияның өлкән судьяһы рәйес итеп тәғәйенләнә. ОҺС-ҡа ике дәүләт хеҙмәткәре һәм сәйәси партияларҙын дүрт вәкил инә, рәйесе — судья. УҺК һәр һайлау процесы өсөн һайлана һәм рәйес менән алты ағзанан (ике дәүләт хеҙмәткәре һәм сәйәси партияларҙың дүрт ағзаһынан) тора[21].

18 йәше тулған граждандар тауыш биреү хоҡуғына эйә. Саҡырылып хеҙмәт итеүселәр, хәрби вуздар студенттары, ниәтле енәйәт ҡылған өсөн төрмәлә ултырыусылар был хоҡуҡҡа эйә түгел. Һайлаусылар исемлектәре 10 мартҡа төҙөлөп бөтә, йәмғеһе 58 291 898 һайлаусы, шул иҫәптән илдән ситтә 2 972 676 һайлаусы теркәлә.

Законда сәйәси партияларҙың рәсми референдум кампанияһында ҡатнашыуы өсөн критерийҙар ҡарала. 11 февралдә ЮҺС иғлан итеүенсә, теркәлгән 95 партияның 10-һы талаптарға яуап бирә. Кампания барышында сәйәси партиялар һайлаусыларға конституцияға ниндәй төҙәтеүҙәр тәҡдим ителеүе һәм уларҙың илдең сәйәси тормошона ниндәй йоғонтоһо булыу ихтималлығы тураһында мәғлүмәт бирә[21].

2016 йылдың июленән йәмғеһе 158 киң мәғлүмәт сараһы ябыла. Һайлау ҡануниәте киң мәғлүмәт сараларынан кампанияны тарафһыҙ яҡтыртыуҙы талап итә, ләкин ғәҙәттән тыш указдарҙың береһе ЮҺС-тың кампанияны сағылдырыуҙы күҙәтеү функцияһын туҡтата. Рәсми кампания алып барыу хоҡуғын алған сәйәси партияларға йәмәғәт киң мәғлүмәт сараларында түләүһеҙ эфир бирелә, идара итеүсе партияға һәм президентҡа өҫтәмә ваҡыт тәҡдим ителә. Рәсми кампанияла ҡатнашыусы сәйәси партиялар һайлау комиссияларына үҙҙәренән тауыш биреү хоҡуғына эйә булмаған вәкилдәр ебәрә алһа ла, закон халыҡ-ара һәм граждан ойошмаларының тауыш биреү барышын күҙәтеүенә юл ҡуймай, ә һайлау комиссияларының бөтә ултырыштары ябыҡ режимда бара[21].

Күҙәтеүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары бюроһының (БДИПЧ), Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының (ОБСЕ) һәм Европа советы Парламент ассамблеяһының (ПАСЕ) берләштерелгән күҙәтеүселәр миссияһы үҙенең белдереүендә шуны билдәләй: үткәрелгән референдумға һайлау кампанияһында ҡатнашыусыларҙың тиңһеҙлеге хас булды. Һайлаусыларға реформаның төп аспекттары тураһында объектив мәғлүмәт бирелмәне, ә граждандар йәмғиәте ойошмалары һайлау процесына индерелмәне. 2016 йылдың июлендә дәүләт түңкәрелеше яһарға ынтылыш арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәс, ысын демократик процесс өсөн кәрәкле төп азатлыҡтар ҡыҫылды. Меңдәрсә гражданды, шул иҫәптән һайлау комиссиялары ағзаларын, эштән бушатыу йәки ҡулға алыу сәйәси хәлгә кире йоғонто яһаны. Киң мәғлүмәт сараларында бер яҡтың өҫтөнлөк итеүе һәм киң мәғлүмәт сараларына һалынған сикләүҙәр һайлаусыларҙы буласаҡ реформаға ҡараштарҙың бөтәһе менән дә таныша алыу мөмкинлегенән мәхрүм итте. Һайлау хакимиәте дөйөм алғанда референдумды ойоштороуҙың техник яғын ғәмәлгә ашыра алды. Ләкин һайлау комиссияларының эше үтә күренмәле булманы, сөнки ултырыштар йәмәғәтселек һәм күҙәтеүселәр өсөн ябыҡ булды. Процедуралағы ҡайһы бер хаталарға ҡарамаҫтан, тауыштарҙы һанау һәм йомғаҡ яһау күҙәтеүселәр яғынан, ҡағиҙә булараҡ, ыңғай баһа алды. Юғарғы һайлау советы референдум көнөндә ике ҡулланма баҫып сығарҙы, ул ҡулланмалар участка һайлау комиссияларында хаталы баҫылған йә мисәте бөтөнләй булмаған бюллетендәрҙе ғәмәлдә тип һанарға ҡушты. Был ҡуллманмалар бындай бюллетендәрҙе ғәмәлдә түгел тип табырға ҡушҡан законға ҡаршы килде. ЮҺС был ҡулланмалар буйынса иҫәпкә алынған һайлау бюллетендәренең һанын баһалай алманы[22][23]. ПАСЕ миссияһының башлығы шуны өҫтәне: дөйөм алғанда референдум Европа советы стандарттарына тап килмәне[24].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://referandum.ntv.com.tr/#turkiye
  2. 2,0 2,1 2,2 Türkiye Geneli Canlı Referandum Sonuçları - İllere Göre Evet Hayır Oy Oranları (төр.)
  3. Референдум по конституционным поправкам проведут в Турции 16 апреля., РБК (11 февраль 2017). 11 февраль 2017 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Suzan, Fraser. Turkish assembly passes polemic bill to boost Erdogan powers, Associated Press (21 ғинуар 2017). 21 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  5. Новая турецкая республика: мечты и действия Реджепа Эрдогана
  6. Gündem başkanlık tartışması (төр.). NTV Turkey (3 ғинуар 2005). Дата обращения: 29 октябрь 2016.
  7. AKP'den başkanlık açıklaması: Nisan ayında referanduma gidilebilir (төр.). BirGün. Дата обращения: 29 октябрь 2016. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2016 года.
  8. COMMISSION STAFF WORKING DOCUMENT TURKEY 2012 PROGRESS REPORT. Constitution
  9. 2014 Progress Report on Turkey. Constitution
  10. Turkey’s draft constitution appears dead
  11. Turkish Ruling Party, Nationalists to Jointly Introduce Draft Constitution
  12. AK Party, MHP reach agreement on presidential system, CHP uncooperative
  13. Constitutional reform to step up Turkey’s democratization process
  14. Parliamentary constitutional committee passes draft law on constitutional amendments
  15. Amid Fistfights, Turkey’s Parliament Backs a New Constitution
  16. Парламент Турции одобрил законопроект о внесении поправок в Конституцию
  17. Parliament adopts 18 articles of constitutional amendment package
  18. 21 maddelik anayasa teklifi Meclis'te: Cumhurbaşkanı yürütmenin başı. Diken. Дата обращения: 28 февраль 2017.
  19. 18 maddelik anayasa değişikliği teklifinin tam metni (төр.). Evrensel.net (10 ғинуар 2017).
  20. EUROPEAN COMMISSION FOR DEMOCRACY THROUGH LAW (VENICE COMMISSION) TURKEY OPINION ON THE AMENDMENTS TO THE CONSTITUTION ADOPTED BY THE GRAND NATIONAL ASSEMBLY ON 21 JANUARY 2017 AND TO BE SUBMITTED TO A NATIONAL REFERENDUM ON 16 APRIL 2017
  21. 21,0 21,1 21,2 OSCE Office for Democratic Institutions and Human Rights Limited Referendum Observation Mission Republic of Turkey Constitutional Referendum, 16 April 2017 INTERIM REPORT 17 March — 7 April 2017
  22. INTERNATIONAL REFERENDUM OBSERVATION MISSION Republic of Turkey — Constitutional Referendum, 16 April 2017 STATEMENT OF PRELIMINARY FINDINGS AND CONCLUSIONS
  23. ОБСЕ сообщила о нарушениях в проведении референдума в Турции
  24. Turkey’s constitutional referendum: lack of equal opportunities, one-sided media coverage and limitations on fundamental freedoms created unlevel playing field

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]