Юл йүнәлештәре күрһәткестәре һәм белешмә-күрһәткес билдәләре
Уҡыу көйләүҙәре
(Указатели направлений и информационно-указательные знаки битенән йүнәлтелде)
Юл йүнәлештәре күрһәтекстәре һәм белешмә-күрһәткес билдәләре — юл билдәләре һәм сигналдары тураһында Вена конвенцияһының «G» бүлегенә ярашлы.
Төрлө формала һәм төҫтәрҙә була.
Өлгөләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл күрһәткестәрен, урам исемдәрен, алтаҡталарҙы яҙыу тураһында положение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың алтаҡталарын яҙыуҙағы дөйөм стандарттар тураһында положение (Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары менән раҫланды 27 август 2001 йыл № 209):
- Был Положение «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын, Башҡортостан Республикаһы Президентының 2000 йылдың 10 апрелендәге 34-се «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» «Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса беренсе сираттағы саралар тураһында» Күрһәтмәһен үтәү һәм «2000-2005 йылдарға Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Дәүләт программаһын» ғәмәлләштереү маҡсатында эшләнде.
- Положение Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың атамаларын яҙыу тәртибен билдәләй.
- Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың атамаларын яҙыу Башкортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы ведомствоһының норматив акттары, ошо Положение һәм халыҡ-ара ҡануниәт менән билдәләнгән стандарттарға ярашлы башҡарыла.
- Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың алтакталарын (артабан — юл күрһәткестәр, атамалар, алтакталар) яҙыу Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә башҡарыла.
- Юл күрһәткестәре, халыҡ йәшәгән урындар, урам атамалары текстары Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә бер нигеҙҙә (таблицала) урынлаштырыла. Предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың алтаҡталары бер нигеҙҙә йәки айырым урынлаштырылырға мөмкин.
- Визуаль мәғлүмәт текстары түбәндәгесә урынлаштырыла: һулдан йәки өҫтән башҡорт телендәге текст, уңдан йәки аҫтан урыҫ телендәге текст һәм бер төрлө ҙурлыҡтағы хәрефтәр менән яҙыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Текст конвенции(недоступная ссылка)
- Информационные знаки 2016 йыл 9 март архивланған.
- Указатели направлений. Комментарии. 2009 йыл 29 март архивланған.
- Юл күрһәткестәрен, урам исемдәрен, алтакталарҙы яҙыу тураһында 2016 йыл 4 март архивланған.