Эстәлеккә күсергә

Юл йүнәлештәре күрһәткестәре һәм белешмә-күрһәткес билдәләре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юл йүнәлештәре күрһәтекстәре һәм белешмә-күрһәткес билдәләре — юл билдәләре һәм сигналдары тураһында Вена конвенцияһының «G» бүлегенә ярашлы.

Төрлө формала һәм төҫтәрҙә була.

Юл күрһәткестәрен, урам исемдәрен, алтаҡталарҙы яҙыу тураһында положение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың алтаҡталарын яҙыуҙағы дөйөм стандарттар тураһында положение (Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары менән раҫланды 27 август 2001 йыл № 209):

  1. Был Положение «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын, Башҡортостан Республикаһы Президентының 2000 йылдың 10 апрелендәге 34-се «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» «Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса беренсе сираттағы саралар тураһында» Күрһәтмәһен үтәү һәм «2000-2005 йылдарға Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Дәүләт программаһын» ғәмәлләштереү маҡсатында эшләнде.
  2. Положение Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың атамаларын яҙыу тәртибен билдәләй.
  3. Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың атамаларын яҙыу Башкортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы ведомствоһының норматив акттары, ошо Положение һәм халыҡ-ара ҡануниәт менән билдәләнгән стандарттарға ярашлы башҡарыла.
  4. Башҡортостан Республикаһында юл күрһәткестәрен, халыҡ йәшәгән урындар, урам исемдәрен, предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың алтакталарын (артабан — юл күрһәткестәр, атамалар, алтакталар) яҙыу Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә башҡарыла.
  5. Юл күрһәткестәре, халыҡ йәшәгән урындар, урам атамалары текстары Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә бер нигеҙҙә (таблицала) урынлаштырыла. Предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың алтаҡталары бер нигеҙҙә йәки айырым урынлаштырылырға мөмкин.
  6. Визуаль мәғлүмәт текстары түбәндәгесә урынлаштырыла: һулдан йәки өҫтән башҡорт телендәге текст, уңдан йәки аҫтан урыҫ телендәге текст һәм бер төрлө ҙурлыҡтағы хәрефтәр менән яҙыла.