Эстәлеккә күсергә

Уртхвала Изге Георгий сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уртхвала Изге Георгий сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Хашурский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Уртхвала Изге Георгий сиркәүе Викимилектә

Уртхвала Изге Геогрий сиркәүе (грузин телендә, ურთხვის წმინდა გიორგის ეკლესია) — Грузияла, Хашури муниципалитетының Уртхва ауылынан төньяҡҡа ҡарай, ауыл зыяратына яҡын урынлашҡан.

Сиркәү 11,5X6,6 м ҙурлығында, төрлө күләмдәге эзбизташтан эшләнгән. Көньяҡтан һәм төньяҡтан ике инеү урыны бар. Апсида үҙәгендә тәҙрәһе урынлашҡан. Төньяҡ яҡта ике тәҙрә һәм көнбайыш яҡта бер тәҙрә бар.

Сиркәүҙән көньяҡҡа ҡарай ике метр алыҫлыҡта 3,5X3,5 м ҙурлыҡтағы манара булған. Ул феодаль дәүерҙәргә барып тоташа һәм таш менән кирбестән төҙөлгән. Төҙөлөш көмбәҙ емерелеп төшөүҙән ныҡ зыян күргән, шуға күрә тик колоннлары һәм ошо колонналарға таянған аркалары тороп ҡалған. Манараның төньяғынан һәм көнсығышынан таш киҫәктәренән төҙөлгән ҡоймалар булған.

Уртхва сиркәүе 2006 йылда Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1]

  1. «,,კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ»". სსიპ «საქართველოს საკანონმდებლო მაცნე» (en georgiano). Consultado el 26 de julio de 2019