Урындағы инициативалар программаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Урындағы инициативалар программаһы (Программа поддержки местных инициатив) — Инициатив бюджетлау программаларының бер төрө.

Концепцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда 2014 йылда пилот рәүешендә Урал аръяғы райондарында башлана. 2016 йылда Башҡортостан Хөкүмәте инициатив бюджетлау программаһын яңы кимәлгә сығарыр өсөн БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдарына мөрәжәғәт итә. СТИ ғалимдары ярҙамында был практика бөтөн райондарҙа тормошҡа ашырыла башланы һәм Инициатив бюджетлау программалары һанын унға еткерҙе.

Урындағы инициативалар программаһы буйынса граждандар хуплаған инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан бер миллион һумға тиклем матди ярҙам булдырыла[1].

Республика бюджетынан тыш, проекттарҙы финанслау сығанаҡтары өс төрлө:

— Ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡ иң кәме 3 проценттан 15 процентҡа тиклем аҡса йыя;

— Урындағы власть органдары 5-тән 15 процентҡа тиклем аҡса һала ала;

— Спонсор аҡсаһын да йәлеп итергә була.

Республика бюджетынан финанслау конкурс һөҙөмтәһенә ҡарап булдырыла. Проекттар әҙерләнеп конкурс комиссияһына тапшырылғандан һуң, улар конкурс менән рейтингтарҙа урынлаша. Баштан 100 балл йыйған проекттарға республика бюджетынан финанслау бүленә, һуңынан −99.9 балл, һәм артабан күмеүгә табан бара.

Балдарҙы билдәләгәндә тәү сиратта халыҡтың ҡатнашлығы иҫәпкә алына: йыйылыштарға килгән кешеләр һаны, проекттар өсөн бирелгән тауыш һаны, халыҡ үҙе кеҫәһенән биргән финанслау өлөшө һәм социаль селтәрҙәрҙә, матбуғат сараларында был теманы асыҡлау.

Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһынан финансланған проекттар бер йыл эсендә башҡарылып бөтөргә тейештәр.

Тағы бер шарт: проекттар муниципаль милектәге объекттарҙа ғына башҡарыла ала. Сөнки проектты тормошҡа ашырыу урындағы власҡа йөкмәтелә һәм аҡсаларҙың маҡсатлы тотонолоуы өсөн урындағы хәкимиәт яуаплы.

Урындағы башланғыстар программаһы нисек эшләй

  1. Ауыл йәки ҡала кешеһендә ниндәйҙер идея барлыҡҡа килә.
  2. Был хаҡта ул күршеләре, ауыл биләмәһе йәки ҡала хакимиәте етәкселеге менән фекер алыша (август — сентябрь).
  3. Әгәр башланғыс нигеҙле тип табылһа, инициатив төркөм төҙөлә, ул аныҡ проектты билдәләй һәм йыйылыш үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә (сентябрь).
  4. Йыйылышта проект раҫлана. Һәр йорттан йәки фатирҙан йыйыласаҡ иғәнә күләме билдәләнә, шулай уҡ хаҡлы ялдағы кешеләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, урындағы эшҡыуарҙар күпме аҡса бирә аласағы асыҡлана. Былар барыһы ла йыйылыштың ҡарары менән нығытыла (октябрь — ноябрь).
  5. Инициатив төркөм урындағы хакимиәт менән берлектә ғариза әҙерләй (ноябрь — февраль). Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге консультатив ярҙам күрһәтә.
  6. Ғариза Республика конкурс комиссияһына йәки Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенә ебәрелә.
  7. Үҙәк тарафынан ғариза ентекле тикшерелә: мәғлүмәттәр компьютерға индерелә һәм балдар ҡуйыла. Проектты баһалағанда иң тәү сиратта фекер алышыуҙа, ҡарар ҡабул итеүҙә күпме кешенең ҡатнашыуы, халыҡтан күпме иғәнә йыйылыуы иҫәпкә алына.
  8. Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, 300 миллион һум күләмендәге аҡса халыҡ билдәләгән объекттарға бүлеп бирелә.
  9. Субсидия алыусы урындағы хакимиәт эш өсөн подрядсылар таба.
  10. Инициатив төркөм эш барышын даими контролдә тота. Аҙаҡтан хакимиәт вәкилдәре менән инициатив төркөм башҡарылған эштәр хаҡындағы актҡа ҡул ҡуя[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]