Эстәлеккә күсергә

Фазалов Ғаҡый Таһир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фазылов Ғаҡый Таһир улы битенән йүнәлтелде)
Фазалов Ғаҡый Таһир улы

Фазалов Ғаҡый Таһир улы (1 март 1929 — 18 октябрь 2018) — шахтёр, хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1990 йылдарҙа «Кемеровоуголь» производство берекмәһенең Междуреченск разрезы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған шахтёры (1984). СССР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Междуреченск ҡалаһының почётлы гражданы[1].

1953 йылда Свердловск тау институтын тамамлаған.

1953-1957 йылдарҙа Күмертау ҡалаһында «Башкируголь» тресының Ермолаевка разрезында тау мастеры, быраулау‑шартлатыу эштәре участкаһы начальнигы, отвал участкаһы начальнигы булып эшләй.

1955 йылда ғәиләһе менән Кемерово өлкәһенең Междуреченск ҡалаһына күсенә. «Томусинский» разрезында тау мастеры булып эшкә урынлаша. тресының Красногорск разрезы (Междуреченск ҡалаһы) участкаһы начальнигы

1961 йылда баш инженеры; 1968 й. алып комб‑ттың баш инженер урынбаҫары‑техник идаралыҡ нач.,

1975—90 йй. «Кемеровоуголь» ПБ‑ның Междуреченск разрезы директоры.

Ф. ҡатнашлығында Кузбасста күмерҙе асыҡ ысул м‑н сығарыу б‑са ҙур сәнәғәт һәм соц.-иҡт. комплекс булдырыла, ҡая тоҡомдарын транспортһыҙ күсереү технологияһын ҡулланыу өлкәһе киңәйтелә. Ф. етәкс. шахтёрҙар өсөн ҡасаба һ.б. төҙөлә. 3 уйлап табыу авторы.


  1. Башҡорт энциклопедияһы — Фазылов Ғәҡи Таһир улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2019)