Эстәлеккә күсергә

Абузова Фатиха Фиттәх ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фатиха Фиттәх ҡыҙы Абузова битенән йүнәлтелде)
Абузова Фатиха Фиттәх ҡыҙы
Тыуған көнө 19 июнь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны Темников[d], Мордовская автономная область[d], Урта Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Абузова Фатиха Фиттәх ҡыҙы (19 июнь 1934 йыл, Темников ҡалаһы, Мордва АССР-ы) — инженер-механик, нефть һәм газ технологиялары өлкәһендә ғалим, техник фәндәре докторы (1977 йыл), профессор (1979 йыл), РСФСР‑ҙың (1985), Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Абузова Фатиха Фиттәх ҡыҙы 1934 йылдың 19 июнендә Мордва АССР-ының Темников ҡалаһында тыуған.

1957 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1959 йылдан алып Нефтте һаҡлау һәм йөрөтөү ғилми-тикшеренеү институтында, 1965—2009 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетында, 1979—1994 йылдарҙа йылылыҡ техникаһы кафедраһы мөдире)[1]. 1965 йылда Өфө нефть институтында эшләй, йылылыҡ техникаһы кафедраһы мөдире (1979—1994 йыл).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефтте магистраль транспортлау һәм һаҡлауҙа йылылыҡ алмашыу процестары, табиғәтте һаҡлау һәм яғыулыҡ һаҡлау технологияләрын әҙерләү буйынса хеҙмәттәре; нефттең тәбиғи кәмеү нормаларын фәнни нигеҙләү буйынса хеҙмәттәре.

Фәнни тикшеренеүҙәре нефть продукттары етештереүҙең яғыулыҡты, энергияны һәм тәбиғәтте һаҡлаусы технологияларын уйлап табыу менән бәйле. Абузова нефтте һәм нефть продукттарын күсереү һәм һаҡлау ваҡытында уларҙың тәбиғи кәмеү күләмен иҫәпләп сығарыу һәм уны кәметеү алымдарын эшләй. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы[1].

Потери нефтепродуктов и нефтей от испарения из подземных резервуаров. М., 1966 (соавтор).

Транспорт и хранение нефти и газа. М., 1975 (соавтор).

Борьба с потерями нефти и нефтепродуктов при их транспортировке и хранении. М., 1981 (соавтор).

  1. 1,0 1,1 Институт татарской энциклопедии и регионоведения Академии наук РТ. Абузова Фатиха Фиттяховна // https://tatarica.org/ru: сайт.— Дата обращения: 25.03.2021.