Фейсалабад университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фейсалабад университеты
Нигеҙләү датаһы 2002
Дәүләт  Пакистан
Административ-территориаль берәмек Фейсалабад[d]
Урын Пенджаб[d]
Рәсми сайт tuf.edu.pk
Карта

Фейсалабад университеты (урду جامعہ فیصل آباد, ингл. University of The Faisalabad), TUF  — Пакистандың Пенджаб провинцияһы Фейсалабад ҡалаһындағы шәхси юғары уҡыу йорто.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет 2002 йылда Мәҙинә фондының Хажи Мөхәммәт Сәлем нигеҙләгән хәйриә ойошмаһы эгидаһы аҫтында ойошторола. Был уҡыу йортон ул үҙенең «Индустрия. Хеҙмәт. Мәғариф» программалары сиктәрендә сифатлы профессиональ белем биреү һәм Фейсалабад округы халҡы араһында юғары белемгә ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн төҙөй. Университеттың ике кампусы — Сәлим һәм Әминә кампустары бар[1].

2002 йылда уҡ уҡыу йорто Пенджаб провинцияһы хөкүмәте комиссияһының аккредитацияһын ала һәм Пакистандың юғары белем комиссияһы тарафынан таныла. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Сәлим һәм Ғәйшә кампустары Фейсалабадтың үҙәгенән бер нисә саҡрым алыҫлыҡтаҫы Саргодхероуд проспектында урынлашҡан. Ир-егеттәр өсөн Әмин кампусы Фейсалабад ҡалаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Дәүләт туҡыу университеты менән бер рәттән Уэст-Канал-роуд проспектында ҡала үҙәгендә тора[1].

2012 йылдың мартында юғары белем биреү комиссияһы университеттың рейтингыһын беренсе тапҡыр күтәрә. Университет үҙ категорияһында икенсе урын ала. 2014 йылда университет Пакистан университеттары араһында ун дүртенсе, ә шәхси юғары уҡыу йорттары араһында өсөнсө урынға сыға[1].

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет структураһында 4 факультет һәм 1 колледж бар. Һаулыҡ һаҡлау факультетында фармакология, физиотерапия, оптометрия, медицина технологиялары, шәфҡәт туташтары эше, диетология кафедралары эшләй. Техника һәм технологиялар факультетында электротехника һәм телекоммуникация өлкәһендәге белгестәр, шулай уҡ туҡыу сәнәғәте инженерҙары белем ала. Идара итеү факультетында администраторҙар, финансист һәм маркетологтар уҡый. Сәнғәт һәм социаль фәндәр факультетында ғәрәп философияһы, сәнғәте, ислам философияһы кафедралары эшләй. Университеттың медицина стоматология колледжында стоматология өлкәһендәге белгестәр әҙерләнә[2].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2
    History of TUF(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]