Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Александр Доставалов исемендәге батальон

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Ирекле батальон», «доброволецтар батальоны» ла тип матбуғат биттәрендә яҙыла. «Башҡортостан» гәзите «доброволецтар батальоны» тип яҙа. «Башҡорт теленең һүҙлегендә» доброволец һүҙенә аңлатма бирелә, шулай уҡ "Русса-башҡортса һүҙллек"тә лә доброволец—доброволец тип бирелә. Доброволец (рус.) — һуғыш ваҡытында үҙ теләге менән армияға киткән кеше («Башҡорт теленең һүҙлеге» 283-сө б .)Баныу (әңгәмә) 18:10, 20 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Яҙылыу стиле һәм ваҡыты

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләһенең һөйләмдәре энциклопедия мәҡәләһе стилендә түгел, ә публицистика (гәзит-журнал) мәҡәләһе стилендә яҙылған. Мәҡәләлә тасуирланған тема энициклопедия мәҡәләһе өсөн ваҡыт буйынса өлгөрөп етмәгән. Минең уйымса был темаға мәҡәлә яҙыу иртәрәк. Фактологик мәғлүмәт энциклопедик стилдә яҙылған мәҡәләлә өс һөйләмгә генә етә. Публицистика һәм энциклопедистика араһындағы айырма тураһында бында яҙғайным. Иғтибарға алһағыҙ ине. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡорт АССР-нда төҙөлгән хәрби частәрҙең күбеһе тураһында БашВикила мәҡәлә юҡ, шуларҙы яҙыу отошло булыр ине. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:05, 20 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]