Фекерләшеү:Афған һуғышында һәләк булған башҡорттар исемлеге
Уҡыу көйләүҙәре
- Рәхмәт яуғырҙары! Бик изге эш башҡарғанһығыҙ!(Аҡҡашҡа (әңгәмә) 16:12, 5 апрель 2018 (UTC))
- Рәхмәт , шул хәтле кәрәкле эш. 1990-сы йылдарҙа һәләк булған егеттәр тураһында материал йыйып, конференциялар, конкурстарҙа улар тураһында һөйләһәк, беҙҙе әрләп тиерлек ҡайтаралар ине: "Ул һуғышҡа хәҙер икенсе төрлө ҡараш",-тип. Илай, илай ҡайтҡан саҡтар ҙа булды, сөнки ошо әрәм булған балалар өсөн йөрәк янды. Барыбер йыйҙыҡ, барыбер һөйләнек улар тураһында- беҙҙең өсөн улар ҡаһармандар, халҡыбыҙҙың аҫыл улдары!--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 11:11, 11 апрель 2018 (UTC)
- Шәһәрбаныу , нәшер ителгән конференция материалдары (йыйынтыҡ) һаҡланғанмы? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:52, 6 июнь 2018 (UTC)
- Мәктәпкә реконструкция булғанда әллә күпме материал әрәм булды. Ҡараштырырмын, әҙерәк бар, тик шуныһы йәл, конкурста ҡатнашһаң, материалды кире бирмәйҙәр, фотолары, иҫтәлектәре менән тора ла ҡала. Хәҙер копия бирәбеҙ, элегерәк ундай мөмкинлек юҡ ине. --Шәһәрбаныу (әңгәмә) 11:38, 6 июнь 2018 (UTC)