Фекерләшеү:БАССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Уҡыу көйләүҙәре
- Салауат ҡалаһы буйынса 115-се Көньяҡ һайлау округы - был һүҙбәйләнеш фактик яҡтан дөрөҫ түгел. Юғары Советҡа һайлау республика буйынса төҙөлгән округтарҙа үткәрелә, ҡала-район буйынса төҙөлгән округтарҙа урындағы депутаттар һайлана. 115-се кеүек номерҙар республика кимәлендә иҫәпләнә. РусВикила дөрөҫ бирелгән: Южный избирательный округ № 115, г. Салават - округ Салауат ҡалаһы буйынса түгел, ә айырым күрәтелә һәм өтөр аша Салауат ҡалаһы тип аныҡлана. Тәҡдим: автомат менән барлыҡ исемлектәрҙе төҙөтергә кәрәк: «115-се Көньяҡ һайлау округы, Салауат ҡалаһы» тигән формаға. --Айсар (әңгәмә) 09:49, 10 сентябрь 2019 (UTC)
- «буйынса» һүҙен «,» алмаштырҙым автозамена менән, урындарын ҡул менән алмаштырырға инде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:45, 10 сентябрь 2019 (UTC)
- Логик яҡтан былай ҙа бара, дөрөҫ аңлашыла бит. --Айсар (әңгәмә) 13:20, 10 сентябрь 2019 (UTC)
- Башҡа (10-сынан алдағы һәм унан артағы) саҡырылыш исемлектәре лә шулай уҡ бит әле... --Айсар (әңгәмә) 17:19, 10 сентябрь 2019 (UTC)