Фекерләшеү:Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын айырырға кәрәк түгелме, иптәштәр. Кемдер Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған, ә кемдер Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнгән бит. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:12, 15 февраль 2016 (UTC)[яуап бирергә]

Әгәр ҙә ул юл менән китһәк — кире сығыуы бик тә ауыр буласаҡ. Премия башлыса «Салауат Юлаев исемендәге премия» тип әйтелеп-яҙыла, һирәгерәк «Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы» (рәсми) ҡулланыла. Төп мәғәнәүи баҫым бары «Салауат премияһы» тигән мәғәнәгә төшә, ә ул Башҡорт АССР-ы заманындамы, Башҡортостан Республикаһы тарафынан бирелгәнме — иғтибарҙан ситтәрәк ҡала. Һеҙҙең фекер БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәренә юридик яҡтан нығыраҡ ҡағыла. Был өлкәлә лә тәртипкә килтерер нәмәләр бар әле. --Айсар (әңгәмә) 18:35, 15 февраль 2016 (UTC)[яуап бирергә]

Тағы ла премия исеме тураһында[сығанаҡты үҙгәртеү]

РуВикила рәсми документҡа нигеҙләнеп

Премия Башкирской АССР имени Салавата Юлаева за лучшие произведения и работы в области литературы, искусства и исполнительского мастерства (1967—1991), Государственная премия Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева за лучшие произведения литературы, искусства и архитектуры (с 1991))

тип яҙылған. Тимәк, 1991 йылға тиклем Башҡорт АССР-ның Салауат Юлаев исемендәге премияһы, ә унан һуң дәүләт статусы өҫтәлеп Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тип атала һәм мәҡәлә һөйләмдәрендә ваҡытына ҡарап йәки тулыһынса, йәки Салауат Юлаев исемендәге премия, йәки Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тип яҙылырға тейеш. Исеме тулы булған төп мәҡәлә итеп ҡалдырып, ә башҡа варианттарҙан йүнәлтмә эшләү урынлы булыр тип уйлайым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:57, 19 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]