Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Бәләкәй Башҡортостан

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Коллегалар, бәлки мәҡәләнең исемен "Кесе Башҡортостан"ға үҙгәртер кәрәктер? (Фекерләшеү битендә Имза ҡуйып өйрәнегеҙ!) --Tagira (әңгәмә) 18:48, 31 август 2014 (UTC)[яуап бирергә]

 Ҡаршы, бер төшөнсә төрлө ерҙә төрлөсә булып китә. Башҡорт Энциклопедияһы - Бәләкәй Башҡортостан тип алған. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:08, 31 август 2014 (UTC)[яуап бирергә]

әйе, әлбиттә төрлөсә булып китә, әммә БашВикила дөрөҫ вариант булһа, күпкә яҡшыраҡ булыр ине) --Tagira (әңгәмә) 18:52, 31 август 2014 (UTC)[яуап бирергә]

Бәлки, бәлки. Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ. Ҡайһы һүҙ әҙәбиәттә һәм башҡа баҫма сығанаҡтарҙа йышыраҡ ҡулланыла икән? Һүҙлектәрҙе ҡарайыҡ, ғалимдарҙың фекерен туплайыҡ. Әммә, ике төрлө яҙылышы тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк булыр.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:12, 1 сентябрь 2014 (UTC)[яуап бирергә]

Бәләкәй Башҡортостан тип алыу дөрөҫөрәктер тип уйлайым, сөнки КЕСЕ һүҙе младший тигән төҫмөр бирә. Унан, Энциклопедияла был хаҡта ғалимдар фекер алышҡандарҙыр. Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:01, 1 сентябрь 2014 (UTC)[яуап бирергә]

Мәүлит Ямалетдинов фекере: Бәләкәй һәм кесе һүҙҙәре синоним төшөнсәләр инде былай. Һуғышҡа тиклем яҙылған рәсми документтарҙа Кесе Башҡортостан тигәнде лә уҡыған бар. Шуныһы бар: бәләкәй һүҙенең 8 төрлө мәғәнәһе бирелгән һүҙлектә. Ә кесе һүҙенең мәғәнәүи варианты 2 генә. Унан һуң башҡортса топонимдар менән гидронимдарҙа гел генә кесе төшөнсәһе ҡулланыла. Мәҫәлән: Кесе Ҡыҙыл, Кесе Ирәмәл. Тимәк, был һүҙҙең тамыры боронғораҡ. Минеңсә, ике төшөнсәне лә биреү ҡулай булыр. Бәләкәй (Кесе) Башҡортостан тигәнерәк формала. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:58, 1 сентябрь 2014 (UTC)[яуап бирергә]

@Rubin16:, давайте обсудим. Неточности карты. 136.169.169.95 06:44, 8 ғинуар 2022 (UTC)[яуап бирергә]