Фекерләшеү:Герой әсәләр (Баймаҡ районы)

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Давлетбердина Файза Юлдыбай кызы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Моя бабушка Давлетбердина Файза Юлдыбай кызы проживала в дер Ишберда Баймакского района умерла в 1980 году у нее 12 детей и она имела золотую медаль "|МАТЬ-ГЕРОИНЯ\" к сожалению я не имею данных о годах рождения ее детей моя мама проживает в дер Акмурун Баймакского района Муратова Шамсикамал Аллабердовна 1929 года рождения и еще есть мамина сестра Жданова Флюра Аллабердовна которая проживает в городе Стерлитамак 1943 года рождения.Если есть возможность добавьте в список.

Добавлю. А Вы уточните сведения у мамы и дополните. Хорошо. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:45, 20 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Миляуша Юлдашбаева (Ахметова) мәғлүмәт[сығанаҡты үҙгәртеү]

Миләүшә Юлдашбаева ебәргән мәғлүмәт. Тыуған яҡты өйрәнеү муҙейында һаҡлана.

Үҙәнбаева Зөләйха Мырҙағәриф ҡыҙы[сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. 1933 йылда Ғүмәр ауылы егете Үҙәнбаев Динислам Нурғәле улына кейәүгә сыға. Улар 11 балаға ғүмер бирә. Иң өлкән ҡыҙҙары Фәриҙә 1935 йылда , Нурислам 1937 йылда, Нуриман 1940 йылда тыуа. һөйөклө ире Динислам олатайҙы шул 3 бала менән һуғышҡа оҙата. Динислам олатай һуғыштан ҡайтҡас, Хәҙисә, Зәлифә, Әғзәм, Хәсән, Әлфиә, Миңнәхәт, Таңһылыу, Зөфәр донъяға килә. Хәсәндең игеҙәк һыңары ла була, әммә ул 3 йәшлек сағында үлеп ҡала. Зөләйха Мырҙағәриф ҡыҙы эшкә талымһыҙ уңған хужабикә була. Колхоздағы бер эштән дә ситтә ҡалмай. Сөгөлдөр ҙә утай, сенаж да һала, бесән әҙерләүгә лә йөрөй. Ул 1959 йылда «Герой-әсә» исеменә лайыҡ була һәм «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. 1981 йылда 64 йәшендә ауырып үлеп ҡала. Ғүмәр ауылында ерләнгән.

Хәсәнде лә иҫәпкә алһаҡ "12 балаға ғүмер бирә" тип әйтеү хаҡ булыр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:31, 22 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Юлдашбаева Зәйтүнә Садиҡ ҡыҙы[сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылда Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында Агишевтар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан сығышы Сыңғыҙ ауылы Әбйәлиловтар нәҫеленә барып тоташа. 1955 йылда Ярат ауылына Юлдашбаев Һөйөндөк Ситдыҡ улына кейәүгә сыға. Улар 10 балаға ғүмер бүләк итә: Рәсимә, Нурфәиз, Салауат, Айҙар, Хәйҙәр, Халидар, Илдар, Рәсилә, Фәрит, Фәриҙә. Балаларына әҙәпле, матур тәрбиә бирәләр.

Зәйтүнә Садиҡ ҡыҙы бик дәртле, күңелле инәй була, клубта концерттарҙан ҡалмай. Өфөлә «Тальян гармун» байрамына барыу бәхетенә лә ирешә. Донъя көтөүгә әрһеҙ, егәрле әсәй таң атҡансы 1-2 пар йөн ойоҡ бәйләп өлгөртә, көнөнә 2-шәр мейес икмәк бешерә торған булған. Үҙе ихлас булғас, күрше - күлән дә был өйҙән сығышмаған. Күмәкләп гөр килеп, бер туғандай йәшәгәндәр. Һөйөндөк олатай ғүмер буйына тыуған ерендә шофер (водитель) булып эшләй. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланған. 9-сы биш йыллыҡ ударнигы булған. Бөйөк Еңеүҙең 30, 50 йыллығына, В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыуға арналған юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Зәйтүнә Садиҡ ҡыҙы 1970 йылда игеҙәк балалары Фәрит менән Фәриҙәгә 1 йәш тулғандан һуң «Герой-әсә» исеменә лайыҡ була һәм «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Үкенескә күрә, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, герой әсә 1987 йылда 52 йәшендә генә мәрхүмә булып ҡала. Балалары уның орден һәм миҙалдарын, әсәләре тураһындағы яҡты иҫтәлек итеп, ҡәҙерләп һаҡлай.

Әбдрәхимова Мәүә Фитрат ҡыҙы[сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылдың йәй миҙгелендә Юлыҡ ауылында, крәҫтиән ғәиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.Ауыл мәктәбен тамамлағас 1 йыл Карауанһарайҙа уҡый. Темәстә педучилище асылғас шунда уҡырға күсә. Уларҙың төркөмө училищеның беренсе сығарылыш уҡыусылары була. Педучилищены тамамлағас Йәрмөхәмәт ауылына мөғәллимә булып эшкә килә. Ул ваҡытта мәктәп хәҙерге З.Вәлиди урамында урынлашҡан була. Ул бер байҙың күсереп алып килеп ултыртылған дүрт бүлмәле өйө була. Бүлмәләрҙең айырым ишеге була, һәр класс айырым ултыра. Дәрес барғанда бүлмәләрҙең ишеге ябыҡ була. « Мине дүртенсе класта уҡытты. Йәшел күҙле, өҫтөнә йәшел күлдәк, аяғында хром итек кейгән ине. Беҙ ҡыҙҙар, күлдәгенә күҙебеҙ ҡыҙып ҡарап ултыра торғайныҡ», - тип хәтерләй уҡыусыһы Сәлимхәнова Хәтифә инәй. 1939 йылда Ҡунаҡбаев Шәкирйән менән тормош ҡора. Өйҙәре Мағаш йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан була. 1940 йылда улдары Риза тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Шәкирйән ағай һуғышҡа китә һәм әйләнеп ҡайтмай. 1946 йылда Хәйепҡолға кейәүгә сыға. Ғаиләлә бер-бер артлы 10 бала донъяға килә: Мансур, Баязит, Бикбай, Һандуғас, Ҡарлуғас, Хәләф, Юлай, Жәлил, Сәриә, Миңзәлә, Гөлнур. Хәҙерге ваҡытта улы Риза, ҡыҙҙары Ҡарлуғас, Гөлнур Сибай ҡалаһында, ә улы Жәлил Йылым ауылында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы әсәләре 2006 йылдың 31 авгусында мәрхүм була. Үҙәнбаева (Мырҙабулатова) Садиҡа Сөнғәтулла ҡыҙы Ғүмәр ауылынан Үҙәнбаев Фәхрислам Нурғәле улына 1946 йылдың ғинуар айында кейәүгә сыға. улар 62 йыл татыу тормош көтәләр. ғаиләлә 13 бала тыуа. Әсәләре менән ғорурланып, бына нимәләр яҙа улдары Мансур: “Өйләнешкәнгә ҡәҙәр атайым да, әсәйем дә ауыр һәм ҡатмарлы юл үтеп өлгөрәләр. ҡартәсәйебеҙ 10 йәшендә –ҙенең 2 игеҙәк ағаһын, 3 апаһын юғалта. аталары ҡулға алыныу сәбәпле (единоличник тип раскулачивать итеп 10 йылға һөргөнгә ебәрәләр), ҡарауһыҙ ҡалған ғаиләне ҡыҫырыҡлауҙар күп була. 1931 йылда көҙгө ямғырҙарҙа йылайыр яҡтарына утын ҡырҡырға оҙатылған йөҙәрләгән кулак ғаиләләре араһында Садиҡаның әсәһе һәм 3 апаһы ла була. әсәһе ауырып ыҙалаһа, апалары бер-бер артлы мәрхүм булалар. Өлкән апаларын һаҡлау маҡсатында 12 йәшендә генә кейәүгә бирәләр. Аталары Сөнғәт ҡартатай срогын тултырып 1941 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Йәше тулыу сәбәпле һуғышҡа алынмай ҡала. Садиҡа атаһы менән барлыҡ эштәрҙә ҡатнаша. Үгеҙ егеп, Йылайыр буйынан бесән ташыуҙар, Баймаҡ- 2 Этҡол араһына сым һуҙыуға бағаналыҡ ағас ташыу. Баймаҡтың ҡыҙыл кирбес больницаһына утын ташыу, бер нисә ат (ылау) эйәртеп Магни ҡалаһынан яғыулыҡ ташыуҙар улар елкәһенә төшә. Хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған “За освоение целины”, “За трудовую доблесть” миҙалдары был ғаиләнең үҙ көстәре менән эшләп ашағанлығын иҫбатлай. Әсәйебеҙ Садиҡа Сөнғәт ҡыҙы атайыбыҙ Фәхрислам Нурғәле улы менән 62 йыл бергә йәшәп, ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың ғорурлығына әйләнәләр. уларҙың 13 балаһы тыуһа, шуларҙың 11-енә уҡырға, ниндәй эш булһа ла урынына еткереп эшләргә, олоно оло, кесене кесе итеп, ихтирамлы мөнәсәбәттә йәшәргә өйрәтәләр. Балаларҙы кеше итәм тип инәйҙәргә күлдәк, балаларға көпө (фуфайка) тегеп, ойоҡ-бейәләй, дебет бирсәткәләр (3-5 бармаҡлы) бәйләп, таҙа йөндө төрлө төҫтәргә буяп балаҫ һуғып төн уртаһына тиклем ултырыр ине әсәйем. Ғорурланып әйтәм, яңғыҙ һыйыр көтһәләр ҙә аҡтан өҙөлмәнеләр, хөкүмәткә лә тапшырҙылар, май-ҡаймағы ла өҫтәлдән төшмәне, ҡышҡылыҡҡа ла май тоҙлап өлгөртә ине. Әсәйебеҙ бер ваҡытта ла һуҡранып ултырманы (ваҡыты ла булмағандыр), хоҙайҙың биргәненә шөкөр, ти торғайны. Ата-әсәйебеҙ. аллаға шөкөр, һәр балаһын башлы-күҙле итте, бөтә ейән- ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетенә лә ирештеләр. Байрамдарҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаштылар, мәсеткә йөрөнөләр. 1989 йылда ҡартатайыбыҙ ҙа аҡланды, әсәйем ул шатлыҡты ла кисерҙе”.

Юлыева Хәтифә Шаһивәли ҡыҙы[сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылда Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында Шәһивәли һәм Хәҙисә Балғазиндар ғаиләһендә 2-се бала булып донъяға килә. Хәтифә инәйҙең бөтә тормош юлы ошо Ғүмәр ауылы менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 17 йәшлек кенә булған ҡыҙ иңенә бөтә ир-ат эше төшә. Ул ал-ял белмәй колхозда эшләй, иген үҫтерә, бесән саба, утын әҙерләй. Ниһайәт, 4 йылға һуҙылған ҡәһәрле һуғыш тамамланып, фронтовиктар ҡайтҡас, Хәтифә инәй үҙенең буласаҡ ирен - Юлыев Муса Шәрифулла улын осрата. Ике йәш йөрәк бәхетле тормош ҡороп ебәрәләр, 12 балаға ғүмер бирәләр. Әммә һуғышта алған яралар үҙенекен итеп, 29 йылдан һуң Муса олатай вафат була. Был ваҡытта кесе улдары 1 класта ғына уҡып йөрөгән була. Хәтифә Шаһивәли ҡыҙы тормош һынауҙарына бирешеп тормай, балаларын тәрбиәләүгә бөтә күңелен һала. Ҡайырып эшен дә эшләй, балаларын да кәм-хур итмәй үҫтерә. “Тыл ветераны”, “Герой-әсә” исемдәренә лайыҡ булған Хәтифә Шаһивәли ҡыҙы тураһында балаларының һәм ауылдаштарының күңелендә йылы хәтирәләр һаҡлана.

Исмәғилева Анастасия Николаевна[сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылдың 19 декабрь айында Белорет районы Үҙән ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Әсәһе Мария һауынсы, атаһы Николай йылҡы көтөүсе була. Ғаиләлә өлкән ҡыҙ булғас, ҡустыларын - Андрей һәм Петрҙы үҙе ҡарап үҫтерә, өйҙәге булған эштәр 7 йәшлек ҡыҙҙың иңенә төшә. Әсәһе өйҙә саҡта балаҫтар һуға. Үҫеп буй еткәс, Анастасия Николаевна комсомолға инә, ФЗО-ға ебәрелә. Һуғыш башланғас та 706-сы һанлы Белорет ҡалаһындағы хәрби заводҡа үҙ теләге менән эшкә төшә, калибровщица булып эшләй. Һәм шул саҡта Мөхитдин Әбделғәни улы Исмәғилев менән таныша. Был хәлде үҙе ҡыҙыҡ итеп иҫләп һөйләй торғайны: улар Мөхитдин менән бер цехта эшләгәндәр, Анастасия- нормировщица, ә Мөхитдин – тянульщик була. Бер ваҡыт, егет спецовкаһы менән тимер сымға эләгеп, әйләнеп китә. Яҡындараҡ торған Анастасия күреп ҡалып, уны саҡ ҡотҡарып алып ҡала. Шул хәлдән һуң йәштәр яҡындан танышып китәләр, аҙаҡ бер-береһен яратышып өйләнеп тә ҡуялар. Һуғыштан һуң Анастасияның тыуған яҡтарына танышырға ҡайталар. Тик Мария апай менән Николай ағай татар кейәүҙәрен үҙҙәренең рус ғаиләһенә ҡабул итмәйҙәр. Шулай ҙа ҡыҙҙары Анастасияға быны белдермәҫкә тырышалар. Нескә күңелле ҡыҙ, бөтәһен дә һүҙһеҙ генә аңлап, һөйгәненең күңелен ҡыймаҫ өсөн, уның тыуған яғына күсергә риза була. Шулай итеп, 1947 йылда Исмәғилевтар Юлыҡ ауылына ҡайтып төшә. Анастасия тиҙ арала татарса һөйләшергә өйрәнә, бик шуҡ, шаян, татар телле ҡәйнәһе - Райхана һәм ҡайныһы- Әбделғәни уға был эштә ярҙам итәләр. Күп тә тормай, йәштәр Ярат ауылына күсеп киләләр, Карл Маркс исемендәге колхозда эш башлайҙар. Ауылдаштары уны “Нәстә апай” тип йөрөтә. Бер - бер артлы 12 бала тыуа. Ейән- ейәнсәрҙәрен, хатта бүлә- бүләсәләрен күреү бәхете тейә Анастасия Николаевнаға. Оҙон ғүмер кисереп, 1998 йылдың 27 июлендә вафат була. Әлеге көндә балалары Силәбе, Өфө, Баймаҡ ҡалаларында һәм Баймаҡ районында матур итеп тормош көтәләр.

Исчурина Нәзирә Мөхәмәдиәр ҡыҙы[сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылда Ғүмәр ауылында Мырҙабикә һәм Мөхәмәдиәр Исчуриндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Улар ғаиләлә 4 бала була. Әммә бергәләшеп оҙаҡ йәшәргә насип булмай. Әсәләре 32 йәшендә генә балаларын етем ҡалдырып, үлеп китә. Был ваҡытта ағаһы Бәхтиәргә-14, Нәзирәгә-9, һеңлеһе Ғәзизәгә-3, ҡустыһы Әсфәндиәргә 9 ай ғына була. Аталары ҙур аптырауға ҡала. Һеңлеһе Ғәзизәне Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Мәрхәбә инәһе (әсәйенең бер туған апаһы) тәрбиәгә ала. Атайҙары Йомаш ауылынан хәнифә исемле ҡатынға өйләнә. Унан Йосоп һәм Хәмзә исемле малайҙар тыуа.Үгәй әсәйҙәре менән дә оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, атайҙары ҡаты ауырыуҙан һуң үлеп ҡала. Үгәй әсә ике балаһын ала ла Йомашҡа ҡайтып китә. Өс бала тағын яңғыҙ ҡала. Уларҙы атайҙарының бер туған ағаһы Исчурин Мөхәмәдрәхим тәрбиәгә ала. Ата-әсәһе булмау сәбәпле, Нәзирәгә уҡыу насип булмай. Ярат мәктәбендә 1 класты ғына тамамлай ҙа колхоз эшенә сығып китә. Үгеҙ менән һабан һөргәндә үгеҙ ҡыуа, бесән саба. Ҡарар кешеләре булмау арҡаһында, олаталары 14 кенә йәшендә ҡыҙҙы Иҫәнғолов Бәғәҙәт Сәләх улына (2 балалы ир) кейәүгә биреп ебәрергә мәжбүр булалар. Иренең 2 балаһын ҡарап үҫтерә Нәзирә инәй. Әсәй булып килгәндә, Салауатҡа-3, Зәмһәргә-1 йәш кенә була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ире һуғышҡа алына. Һуғыштан алда уларҙың балалары булмай ҡала. 1945 йылда ауыр һуғыш юлдарын үтеп ире имен-һау ҡайтып төшә. Нәзирә һәм Бәғәҙәт Иҫәнғоловтарҙың ғаиләһендә 10 бала тыуа. 1987 йылда Нәзирә Мөхәмәдиәр ҡыҙы СССР юғары советының Указы менән “Герой-әсә” лайыҡ була һәм орден менән бүләкләнә. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, сабыр холоҡло ҡатынға хоҙай оҙон ғүмер бүләк иткән. Нәзирә инәй ул һәм ҡыҙҙарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, 84 йәшенә тиклем йәшәй.

Исхакова (Уйылданова) Фәйрүзә Муса ҡыҙы[сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылда Баймаҡ районы Мырҙаҡай ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас та колхозда эшләй башлай. 1954 йылда Ғәпсәләм ауылы егете Исхаков Сабир Мырҙағәле улына кейәүгә сыға. Шул уҡ йылда Ярат ауылындағы балалар баҡсаһына эшкә төшә. 1955 йылда тәүге балары Светлана тыуа. Балаға 2 ай тыуғас та Ярат мәктәбендә йыйыштырыусы булып эш башлай. Татыу ғаилә 10 балаға ғүмер бүләк итә. 5 малай һәм 5 ҡыҙ үҫтерәләр. Фәйрүзә инәй пенсияға сыҡҡансы, йәғни 1985 йылға тиклем, мәктәптә эшләй. Күңеле менән йәш, дәртле инәй йыл да һабантуйҙарында ҡул тирмәнен алып барып, талҡан тартып, он тартып күрһәтә торғайны. Ҡул эшенә оҫта булараҡ, күргәҙмәләр ойошторҙо. Унан тыш бөтә булған мәҙәни-тәрбиәүи сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәне. Балаларға башҡорт халыҡ уйындарын да өйрәтте, фольклор ансамблендә лә йырланы, смотр-фестивалдәр ҙә унһыҙ үтмәне. Фәйрүзә Муса ҡыҙына “Герой-әсә” исеме 1986 йылда бирелә.