Фекерләшеү:Кәртәмеш (Тубыл ҡушылдығы)
Шәхси фекер
[сығанаҡты үҙгәртеү]Guram52. Мәҡәләнең был өлөшө шәхси фекер, фаразлау. Википедияла улай яҙырға ярамай. Әлбиттә, һүҙлектә Кәртә һүҙе бар. Әммә, йылғаның исеме тап кәртә һүҙе менән бәйле икәне раҫланмаған, ә һеҙҙең тарафтан фаразланған ғына. Википедияла шәхси фараздар яҙылмай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:49, 7 март 2021 (UTC)
Йәғни, атама башҡорт телендәге кәртә һүҙенән -меш һүҙ яһаусы суффикс ҡушылып барлыҡҡа килгән[1]. Кәртә һүҙе башҡорт телендә ҡаршылыҡ, тотҡарлыҡ, сикләү мәғәнәләрендә ҡулланыла; тимәк, йылға бөгөлдәре билдәле бер сик ҡуйыу, кәртә рәүешле ҡабул ителгәндер [2].
Минең шәхси фекер
[сығанаҡты үҙгәртеү]Был йылғаның исеме Ҡуртма балығы (осетр) менән бәйле булыуы ихтимал, тип әйтә алам Академик һүҙлектә шул һүҙгә һылтама яһап. Теге автор хаталана, тип тә өҫтәп. Әммә, улай ярамай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:13, 7 март 2021 (UTC)
Ә минең шәхси фекер түгел
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Рөстәм Нурыев Кәртәмеш минең фаразым түгел, сөнки Ремезов уны Картамыш тип яҙып алған:
Тубыл дворяны, картограф Ремезов Семён Ульянович 1701 йылдың 1 ғинуарында «Чертёжная книга Сибири» тигән карта сығарған. 1697—1698 йылдарҙа ул ике ярҙамсыһы менән Тубыл йылғаһы бассейны буйлап тикшеренү эштәре үткәргән. Һыҙмаларына ул Тубылдың башынан тамағына тиклем 1500 км аралыҡта уның ҙур ҡушылдыҡтарын теркәгән. Уның карта-схемаһында Тубыл йылғаһының бер һул ҡушылдығы урыҫса Картамыш тип яҙып алынған[3].
- Рөстәм Нурыев Кәртәмеш минең фаразым түгел, сөнки Ремезов уны Картамыш тип яҙып алған:
Һеҙ мин яҙғанды иғтибарлап уҡымағанһығыҙ. Мин бары тик "Академик" сайтындағы "извилистый" тигәндән килеп сыҡҡан тигән фаразын Ремезов яҙып алғаны менән ҡауыштырып ҡараным. Ғәмәлдә, йылға Кәртәмеш. Әйткәндәй, "Академик" сайтында фараздың сығанағы ла бирелмәгән, уны иғтибарға алмаҫҡа ла кәрәктер--Guram52 (әңгәмә) 10:48, 7 март 2021 (UTC)
Йәнә бер сығанаҡ
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рөстәм Нурыев, Мин бер ерҙә лә топонимды төплө сығанаҡ булмаған килеш фараз итеп яҙмайым!
Так, что же всё-таки за странное слово или словосочетание КУРТАМЫШ, нигде более не встречающееся?
Даже не искушённый в географии житель города Куртамыша знает, что так же называется и река, или то, что от неё осталось. Для решения намеченного вопроса необходимо выяснить, что же получило первым название КУРТАМЫШ - река или поселение. На этот вопрос однозначно отвечает "Чертёжная книга Сибири", вышедшая в свет 1 января 1701 года, автором, которой был тобольский дворянин, картограф Ремезов Семён Ульянович (1642 - 1720 гг.). Зимой 1697 - 1698 гг. он с двумя помощниками обследовал бассейн реки Тобол. Ему удалось нанести на чертёж весь Тобол от устья до вершины (1500 км), зарисовать его крупные притоки Туру, Тавду, Исеть и ряд впадающих в них рек, включая Миасс и Пыжму. По проделанной Ремезовым работы его по праву считают первым исследователем Зауралья.
Рассматривая его карту-схему можно увидеть, что один из левых притоков реки Тобол называется КАРТАМЫШ. Почему Ремезов назвал нашу реку так мы выясним немного позже, а из выше написанного уясним, что, по крайней мере, за 50 лет до основания поселения Куртамыш, подобным образом называлась наша река [1]
Бына дауамы:
Ремезов наносил на свою карту со слов аборигенного населения, поскольку у него и у его спутников не было ни физических, ни временных возможностей пройти за одну зиму по всем притокам Тобола и дать им характеристики. В настоящее время любой школьник, даже "троечник", взглянув на крупномасштабную карту, где изображена река Куртамыш, может легко дать ей элементарную характеристику. Река извилиста, а раз она течёт по равнине, то, наверняка, она и медленная.
КАРТА - КӘРТӘ-ме , әллә ҠАРТА-мы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Guram52. Мин иғтибар менән уҡыным һәм Ремезовтың аңлатамаһына ҡарата шигем юҡ. Ә һеҙҙең шул КАРТАМЫШ һүҙен КӘРТӘМЕШ тип тәржемә итеүегеҙе шәхси фекер тип әйттем. Һәм тап һеҙ әйткән өлөшөн күрһәттем:
Йәғни, атама башҡорт телендәге кәртә һүҙенән -меш һүҙ яһаусы суффикс ҡушылып барлыҡҡа килгән[4]. Кәртә һүҙе башҡорт телендә ҡаршылыҡ, тотҡарлыҡ, сикләү мәғәнәләрендә ҡулланыла; тимәк, йылға бөгөлдәре билдәле бер сик ҡуйыу, кәртә рәүешле ҡабул ителгәндер [5].
Ә ни өсөн КАРТА мотлаҡ КӘРТӘ булып тәржемә ителергә тейеш һуң? ҠАРТА булыуы ла ихтимал бит, ундай ҙа һүҙ бар Академик һүҙлектә. Йылғаға исем бирелгән ваҡытта, борон заманда башҡорттар донъяларын КӘРТӘ менән кәртәләмәгәндерҙер бит әле. Икенсенән, урыҫтар йомшаҡ Ә хәрефенә йомшаҡ Я йәки Е хәрефе ҡулланып һүҙҙәрҙе тәржемә итә. Әгәр башта КӘРТӘМЕШ булһа, КЯРТЯМЕШ йәки КЕРТЕМЕШ булып рус теленә инергә тейеш ине. Ә ҠАРТА һүҙенең «бүлкәт», «һикәлтә» тигән мәғәнәһе лә бар. Шунан сығып фаразлағанда КАРТА - ҠАРТА һүҙенең тәржемәһе, Ә КӘРТӘнеке түгел икәне ышыныслыраҡ минең уйымса. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:46, 7 март 2021 (UTC)
Кәртә-леләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рөстәм Нурыев, ҡарта һүҙе менән бер топоним да осрағаны юҡ, ә бына Кәртәлеләр - һанап сыҡҡыһыҙ.
- Кәртәле Запане — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
- Кәртәле (ҡала) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ҡала
- Кәртәле районы — Силәбе өлкәһендә район.
- Кәртәле (Белорет районы) — Кәртәле (рус. Карталы) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
Шулай уҡ Кяртяли тип яҙмайҙар. Аналогия менән кәртә һүҙенә килдем. Топонимия буйынса бер йыл ғына яҙмайым бит. Һәр хәлдә Ҡуртамыш түгел. Мин дә башта еңел генә шулай тип яҙып ҡуймаҡсы булғайным. Эҙләнә торғас, Ремезовҡа барып сыҡтым, картаһын уҡып маташтым әле ул. Ғәҙәттә мин шунда уҡ ҡына яҙмайым, хатта аҙналап эҙләнгәнем бар --Guram52 (әңгәмә) 14:28, 7 март 2021 (UTC)
Рөстәм Нурыев, башҡортта кәртә булмаған тигән фекерегеҙ менән килешмәйем - башҡорт сиған кеүек ҡайҙа етте күсеп йөрөмәгән - йәй йәйләүҙә, ҡыш - ҡышалуҙа, йәғни, ауылда йәшәгән, малын кәртәгә бикләгән! Йәйгеһен дә, йылҡы малын теүәлләр өсөн кәртәгә ҡыуып индергәндәр ҙә, кәртә тулһа, мал теүәл тигәндәр, 1-2 башты иҫәпләп тормағандар. Ат ҡараҡтары күп булған. Унан, кәртә ҡойма мәғәнәһендә генә түгел, ҡаршылыҡ мәғәнәһендә лә ҡулланыла. Ҡаршылыҡтар осрағанда йылға йырҙаһын үҙгәртә, бормалыға әйләнә--Guram52 (әңгәмә) 15:31, 7 март 2021 (UTC)
Ышандырҙығыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]Guram52, ышандырҙығыҙ. Рәхмәт. Әммә, шәхси фекер - шәхси фекер булып ҡала. Википедияла сығанаҡ табыу урынлы. Булмай түгел, барҙыр ул Ҡурған өлкәһенең берәй башҡорста китабы, журналы, гәзитендә. Ә «Академик» порталаы сығанағы ысынлап та абруйлы түгел, ә Википедиялағы Куртамыш мәҡәләһенең 2015 йылдың 3 апреленә тиклем булған версияһының күсермәһе. 2015 йылдың 3 апрелендә был фразаны абруйлы сығанаҡҡа һылтанма булмау сәбәпле юйғандар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:45, 7 март 2021 (UTC)
- Ысынлап та, минең тыуған ауылым яныныда өс яҡтан йылға, бер яҡтан тау менән уратып алынған һыубаҫар туғай «Кәртәле төбәк» тип атала. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:12, 7 март 2021 (UTC)
Проблема ҡала
[сығанаҡты үҙгәртеү]Топонимдарыбыҙҙы барлағанда ҡайһы саҡ интуицияға таянырға ла тура килә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сөнки күпме атамаларыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ, юғалта барабыҙ! Конкурс үткәреү идеяһы буштан ғына килеп сыҡманы бит — мөмкин тиклем һаҡлай алғаныбыҙҙы һаҡлай, тергеҙә алғаныбыҙҙы тергеҙергә кәрәк! Бәлки ҡайҙалыр хаталар ҙа китер, мәгәр иң мөһиме — башҡорттан ингәне күренһен!--Guram52 (әңгәмә) 15:59, 7 март 2021 (UTC)
Энциклопедияла
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Guram52, Рөстәм Нурыев Башҡорт энциклопедияһында ауыл исеме ике урында Ҡортамыш тип телгә алына Силәбе өйәҙе, Ырымбур сик һыҙығы. Райондың ҡабул ителгән гербында аңлатма бөтөнләй бал ҡортона бәйләнә Ҡортмашы районы гербы. --З. ӘЙЛЕ
(әңгәмә) 07:39, 9 март 2021 (UTC)
- З. ӘЙЛЕ, Рөстәм Нурыев, минеңсә, хәҙерге ваҡытта ошондай вариант рәсмиләштерелгән, тип өҫтәргә кәрәк, шул ғына. Сөнки Ҡортамыш тигәнгә этимологик аңлатма бирелмәгән. Ремезов яҙып алған вариант - иң тәүгеһе. Беҙгә башҡортса нисек әйтелгәне ҡиммәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, энциклопедия хеҙмәткәрҙәренә Ремезов хеҙмәте тап булмаған ахыры. Унда ла бик теүәл булмаған мәғлүмәттәр осраштырғылай. Кәртәмеш атамаһының хатта кәртәләнмеш тигәндән ҡыҫҡарып килеп ингән булыуы ла ихтимал. Тик был интуиция ғына булып ҡала шул --Guram52 (әңгәмә) 07:54, 9 март 2021 (UTC)
- Ҡортамыш тип алыу хатта башҡорт тел ҡанунына ла тап килмәй бит әле - йылға менән ҡорт бәйле булһа, ул ҡортло йылға, йәғни, ҡортЛамыш булырға тейеш. Бал ҡорто иһә бөтөнләй ни ҡабырғанан - аңлашылмай--Guram52 (әңгәмә) 13:28, 9 март 2021 (UTC)
Кәртәле - Ҡараталлы?
[сығанаҡты үҙгәртеү]З. ӘЙЛЕ, Рөстәм Нурыев, Силәбелә уҡыған осорҙа Карталы ҡалаһын башҡортса Кәртәле тип атағандарын ишеткәнем бар ине, шуға атаманың дөрөҫлөгөнә шигем булманы. Етмәһә, Татар Википедияһында ла Кәртәле тип яҙылған (2014 йылда). Этимологияһы менән ҡыҙыҡһынмағайным, әлеге мәсьәлә килеп сыҡҡас, Кәртәле ҡалаһының этимологияһын эҙләй башланым һәм уның Ҡараталлы йылғаһы буйында урынлашҡанлыҡтан шулай аталған тигән фаразға юлыҡтым.Кәртәмеш буйынса фекерем үҙгәрмәһә лә, Карталының Ҡараталлы булыуы ихтимал тигән фекергә килдем. Река Караталы-Аят, взяв начало в Джабык-Карагайском бору, пробираясь по его южной окраине, достигает города Карталы, после него в степном одиночестве следует на восток, к Казахстану...Почти бесспорно, что город Карталы получил имя от речки, на которой стоит. При этом одну букву «а» он потерял. Можно догадаться, что потеряли ее не казахи, а русские жители города, который крест-накрест пересекают железные дороги тип яҙа топонимсы М.С.Фонотов [2]. Бәлки беҙгә тел белгестәренә мөрәжәғәт итеү кәрәктер? Әйткәндәй, ҡалын һуҙынҡыларҙың нәҙеккә әйләнеүе осраштырып тора, мәҫәлән, Белорет районындағы Айғыр тауын урындағылар Әгер тип тә атап ҡуйғылай.--Guram52 (әңгәмә) 20:07, 9 март 2021 (UTC)
- Силәбе Башҡорттары Ҡоролтайының етәксеһе Мортазинға топонимдың башҡортса әйтелешен асыҡлауҙы һорап хат ебәрҙем, ул асыҡларға вәғәҙә итте--Guram52 (әңгәмә) 20:43, 9 март 2021 (UTC).
- ↑ Куртамыш//Академик
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 595-се бит
- ↑ Чертежная книга Сибири, составленная тобольским сыном боярским Семеном Ремезовым в 1701 году. СПБ., 1882.
- ↑ Куртамыш//Академик
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 595-се бит