Фекерләшеү:Көгөш
Уҡыу көйләүҙәре
- Усолканың башҡортса атамаһын "Тоҙйылға" тип яҙғандарҙыр тип башыма ла килтермәнем. Уның башҡортса атамаһы- Көгөш. Мәҡәләнең исемен үҙгәртеп яҙыу кәрәкме,юҡмы икәне тураһында кәңәш итергә ине.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 12:46, 1 сентябрь 2018 (UTC)
- Эйе, башҡортса Көгөш йылғаһы.--ZUFAr (әңгәмә) 15:12, 1 сентябрь 2018 (UTC)
- Эшләнде --ZUFAr (әңгәмә) 17:42, 1 сентябрь 2018 (UTC)
- Рәхмәт, Фәүзиә апайға әйтһәм, шатланыр инде. Хатта яңы шиғыр ҙа яҙыр,тип уйлайым.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 10:32, 2 сентябрь 2018 (UTC)
ZUFAr, Шәһәрбаныу. Тоҙйылға тигән башҡортса исеме Башҡорт Энциклопедияһына һәм "Башҡортостан республикаһың топонимдар исемлеге" белешмә китабына таянып яҙылған. Көгөш тигән һүҙҙе бер генә бәлешмә китапта, һүҙлектә, проза әҫәрендә лә тапманым (Фәүзиә Ҡотлоғилдина китабынан башҡа). Абруйлы сығанаҡтар менән дәлилләргә кәрәк ине. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:25, 16 сентябрь 2018 (UTC)
Рөстәм Нурыев Ирәкташ менән шундай уҡ хәл. Башҡорт энциклопедияһы Инйәр тештәре тип бирә. Көгөш һүҙен «Башҡортостан» гәзитендә һәм «Табын» район гәзитендә эҙләп ҡарағыҙ [1], [2]. Үҙем дә берәй үткәндә «Усолка Көгөш» тигән юл билдәһен фотоға төшөрөргә тип тора инем.--ZUFAr (әңгәмә) 17:09, 16 сентябрь 2018 (UTC)
- Аңлайым. Беҙ үҙебеҙ өндәшмәй ҡалһаҡ, башҡа атамалар менән дә шул хәл ҡабатланыуы бар. Бына Салауатҡа яҡын ғына Һөйәрсәк тауы бар, урыҫа уны Лысая гора тип яҙғандар ти яҡташтар. Бер нисә йылдан уны Таҙтүбә, йә тағы берәй нисек, шул уҡ Лысая тип яҙмаҫтар тип кем әйтә ала?Мин Кәгәш тигән атамаһын эҙләп, кәрәкле сығанағын яҙған кеүек инем. Ваҡыт булғанда тағы эҙләрмен.Әле эштән бушап булмай.Ғәфү итегеҙ.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 12:56, 17 сентябрь 2018 (UTC)
- Иҫкә төштө.Русса мәҡәләгә ҡуйғанмын икән. История Гафурийского района
Тыуған еребеҙ ожмахҡа тиң. Республиканская газета «Башҡортостан». (башк.) Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Районная газета «Табын». (башк.) Государственный водный реестр РФ: Усолка. Архивировано 23 января 2013 года.Ошо сығанаҡтарҙы ҡарарға кәрәк.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 13:02, 17 сентябрь 2018 (UTC)