Фекерләшеү:Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Тутыйғош, дөрөҫ исемен хаталы итеп ҡуйманығыҙмы ул? «И. В. Сталин исемендәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик университеты» булғанда, Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университеты И. В. Сталин исемен йөрөтөүен аңлата, «И. В. Сталин исемендәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университеты» — Көнсығыш хеҙмәтсәндәре И. В. Сталин исемен йөрөтә килеп сыға. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:37, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • З. ӘЙЛЕ, ысынында, ялғауҙарҙа йыш икеләнәм. Викидатаға ҡуйған саҡта, күршеләрҙең тәржәмәһен күреп, үҙгәрттем. Моғайын, улар минең һымаҡ урыҫ класында уҡымағандыр, тип уйланым--Тутыйғош (әңгәмә) 06:07, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты - урыҫсанан мәғәнәһе ошолай һымаҡ--Тутыйғош (әңгәмә) 06:28, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тутыйғош, Википедия — икенсел сығанаҡ, башҡа телдәргә тәржемәһе булмағас, һәр кем нисек булдыра ала, шулай тәржемә итеүе лә ихтимал, шуға күрә башҡа телдәрҙә шулай тәржемә ителгән, тип кенә нигеҙләп булмай. Әгәр башҡа бүлектәрҙә хата күрһәгеҙ — тәүҙә төҙәтегеҙ, һуңынан тәржемә итегеҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәне бит Әмир Аһарони Онлайн мәктәптә дәрес биргәндә. Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты вариантына килгәндә, бында Көнсығыш хеҙмәтсәндәре(нең) коммунистик университеты — бергә килә. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:38, 22 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • З. ӘЙЛЕ, мин нигеҙләнем тип яҙманым. Нишләп мин татарҙарҙыҡын төҙәтеп торайым инде? Уларҙың үҙ төҙәтеүселәре барҙыр. Өҫтәүенә, үҙем икеләнгән һәм телде белмәгән хәлдә. Ялғауҙар менән проблема барлығын һәр кем белә. Әмир Аһарониҙы тыңланым, әйткәндәй--Тутыйғош (әңгәмә) 07:08, 22 декабрь 2020 (UTC).[яуап бирергә]
    • Мәҡәләнең атамаһын «Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты» итеп үҙгәртергә кәрәк. Алдағы Көнсығыш хеҙмәтсәндәре(нең) коммунистик университеты — бергә килә тип раҫлау, әлбиттә, бергә килеү мәғәнәһендә бик тә дөрөҫ, әммә бында төп һүҙбәйләнеш коммунистик университет, ул көнсығыш хеҙмәтсәндәре менән бер рәттән, миҫал өсөн, көньяҡ хеҙмәтсәндәренеке лә, башҡаларҙыҡы ла булыуы мөмкин. Икенсенән, телебеҙҙең эйәлек килеш ялғауын ҡулланғанда ла, ул булмағанда ла бер үк мәғәнәне бирә алырлыҡ үҙенсәлеге бар. Шуның өсөн дә З. ӘЙЛЕнең иң тәүге фекере менән дә килешеп булмай. --Айсар (әңгәмә) 17:38, 21 ноябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]