Фекерләшеү:Наҙы-Петровск районы
Уҡыу көйләүҙәре
Наҙы икәненә ҡайҙа дәлил бар? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:18, 22 май 2015 (UTC)
- Йылғаның башҡортса исеме «Наҙы» (Еловая, ике йылға бар Нязя исемен Наҙы тип үҙгәртер кәрәктер), ҡала һәм район атамаһы шунан барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, бында иҫкә алына [1], БР топонимдар һүҙлегендә 155-156 биттәр. --Ryanag (әңгәмә) 09:40, 22 май 2015 (UTC)
- ЫҺы, аңлашылды. Һылтанма эшләп, иҫкәрмә ҡуйырға кәрәк булыр. Атаманың аңлатмаһын биргән бүлек төҙөү зыян итмәҫ --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:00, 22 май 2015 (UTC)
- Топоним тураһында мәғлүмәтте Наҙы һәм Наҙыпетровск мәҡәләләрендә күрһәтергә мөмкин.--Ryanag (әңгәмә) 11:43, 22 май 2015 (UTC)
- Халыҡ күнеккән, гәзит-журналдар даими ҡулланған исемдәрҙе ситкә ҡуйып, тел ҡанундарына тура килмәгән һүҙҙәр алыу менән бәлки мауыҡмаҫҡа кәрәктер: шул уҡ Наҙыпетровск бер яҡтан да тел ҡалыбына тура килмәй. (Юл ыңғайы: аҙағы ...петровск түгел, ә Петров районы булырға тейеш). Быуаттар төпкөлөндә хата ебәрелеп, шулай килә икән - бөгөн бер юҫыҡтан төҙәтеү аңлашылмау ғына тыуҙыра. Халыҡтың күпселеге энциклопедияны ла, һүҙлектәрҙе лә уҡымай, «БашВики уйлап сығарған» һымағыраҡ килеп сыға. Шуның өсөн бындай осраҡтарҙа һүҙ һәм атамаларҙың төрлө варианттарын биреп, йә аңлатма, йә айырым мәҡәлә менән нығытып ҡуйырға кәрәк. Икенсенен, башҡа телдәрҙәге атамаларҙы тәржемә өсөн яйһыҙ булғанда оригналда ҡулланыу отошлораҡ түгелме? --Айсар (әңгәмә) 10:43, 22 май 2015 (UTC)
- «БашВики уйлап сығармай, ә ул тик яҙылған (булған) мәғлүмәтте генә тарата» тип әйтер инем. «СК» ялғауы булмаһа ул бит фамилияға оҡшай башлай, мәҫ. Ульяновск=«Ульянов». Шул уҡ Октябрьский ҡалаһын бер ҡайҙа ла «Октябрь ҡалаһы» тип яҙылғанын осратманым. Шуға ла «Нязепетров» йәки «Наҙыпетров» вариантарына ла сығанаҡ кәрәк. Дәүләт теле булараҡ урыҫ телендә преамбулала күрһәтем.--Ryanag (әңгәмә) 11:43, 22 май 2015 (UTC)
- Юл ыңғайына аңлатма: ОктябрьскИЙ, ә Октябрьск түгел, шуға ла унан айырмалы Ульяновск, Нязепетровск, Сверловск, Хабаровск һ.б. фамилиянан алынған. Заманында тел белгестәре етерлек булмау сәбәпле, ҡулланылышҡа урыҫ варианты инеп киткән, әле лә шул ҡала килә. Свердловск өлкәһе урынына, мәҫәлән, Свердлов өлкәһе (тел ҡанундары буйынса дөрөҫө) күптәрҙе аптырауҙа ҡалдыра. Октябрьский ҡалаһын «Октябрь ҡалаһы» тип яҙыуға ҡаршы булған кеүек, Нязепетровскийҙы «НАҘЫпетровский»ға әйләндереүҙе хупламайым. Был саманан тыш (яһалма) башҡортлашыу була.--Айсар (әңгәмә) 11:58, 22 май 2015 (UTC)
- Данное обсуждение ушло далеко от формата Википедии, если появятся авторитетные источники с другими вариантами на башкирском языке, то можно возобновить обсуждение здесь. А эти вопросы поднятые Вами наверное можно направить ИИЯЛ УНЦ РАН, вроде он занимаются нормированием языка.--Ryanag (әңгәмә) 05:20, 23 май 2015 (UTC)