Фекерләшеү:Ниндзя
Уҡыу көйләүҙәре
«Ниндзя» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Ниндзя» мәҡәләһе ҡатнашыусы MORATSOLTAN тарафынан Ярҙамсы биттәр: MORATSOLTAN ҡатнашыусының бөтә мәҡәләләре, Викимарафондың бөтә мәҡәләләре. |
Тәржемә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Нисек тәржемә итергә? Боевые искусства Японии — Япония хәрби сәнғәте/оҫталығы? --Саган (әңгәмә) 18:45, 22 ноябрь 2015 (UTC)
- Бында боевые-хәрбиҙән (беҙҙәге мәғәнәлә) һәм искусства-сәнғәттән (тағы ла беҙҙең телдәге мәғәнәнән) ныҡ алыҫлашҡан. Күрһәтелгән - оҫталыҡ (маһирлыҡ,таһыллыҡ) мәғәнә яғынан яҡыныраҡ. Бәлки «япон Һуғышыу оҫталығы», бик булмаһа «япон Һуғышыу сәнғәте» тиергә? БЭ нисек бирә икән? Бәлки башҡа фекер булыр? Гәзит-журналдар? Иртәгә ҡалдырайыҡ әле. --Айсар (әңгәмә) 19:08, 22 ноябрь 2015 (UTC)
- «Башҡортостан» гәзите «Япония хәрби сәнғәте» тип бирә. Яһалмалыраҡ килеп сыға - мәғәнәһен иҫәпкә алмай турана-тура тәржемә (калька). Тағы фекер көтәйек әле. --Айсар (әңгәмә) 06:49, 23 ноябрь 2015 (UTC)
- «Япон яугирлығы оҫталығы» йәки «япон яугирлығы сәнғәте» нисек була? Ҡатнашыусы:З. ӘЙЛЕ
- Бәлки З.Әйле тәҡдим иткәнде нигеҙ итеп, «Япон яугирлыҡ оҫталығы» йә «япон яугирлыҡ сәнғәте» тип алырға. «Япон яуғирлығы» тиһәң тик япондыҡы һымағыраҡ, ҡытай, корея бәлки башҡорт һәм урыҫ яугирлек оҫталығы өҫтәлер.--Айсар (әңгәмә) 07:47, 23 ноябрь 2015 (UTC)
- Яугир потриотично тыуған илен һаҡлаған кеүек яңғырай. Ниндзя бит мафия, кемдеңдер мәнфәғәтендә. Каратэ, дзю-до кеүек һуғышыу алымдары өсөн категория кәрәк. --Саган (әңгәмә) 07:56, 23 ноябрь 2015 (UTC)
- Улар ҙа шуның эсенә инеп китмәйме ни? Мин нәҡ шуларҙың барыһын иҫәпкә алып тәҡдим итәм бит. Ниндзя шул каратэ, дзю-до һ.б ҡуллана түгелме? --Айсар (әңгәмә) 08:13, 23 ноябрь 2015 (UTC)
- Япон һуғышыу оҫталығы/сәнғәте?--Саган (әңгәмә) 08:24, 23 ноябрь 2015 (UTC)
Япония хәрби сәнғәте тип алайыҡ.--Саган (әңгәмә) 10:05, 23 ноябрь 2015 (UTC)