Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мәҡәләнең исеме лә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы итеп үҙгәрәлер?--Тутыйғош (әңгәмә) 18:08, 16 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Әлбиттә. Эшләп бөткәс үҙгәртербеҙ. Мин һеҙгә текста хата төҙәтергә өлгө ҡуйҙым. Бер кем әлегә ғәмәлдән сығармаған ҡағиҙәләргә ярашлы власть, хөкүмәт органдарының, ил-дәүләттәрҙең исем-атамаһы ҙур хәрефтән яҙыла. Үҙегеҙ текста РСФСР СНК-һы тип ҙур менән яҙағыҙ, ә һуҙып яҙғанда - ниңә бәләкәсәйә ул хәрефтәр? Рәсәй исемен дә (башҡа илдәрҙекен дә) бәләкәйҙән яҙа башланылар: ниңә һуң Рәсәй ҡалаһы, Ҡытай спортсыһы, Америка артисы һ.б. тигәндә ил исеме бәләкәйгә әйләнә ул? Миҫал: 2014 йылдың 7-23 февраль көндәрендә рәсәй ҡалаһы Сочиҙа үткән халыҡ-ара спорт сараһы.Артабан: «РСФСР-ҙың» да булмай, сөнки кемдең-нимәнең? һорауына яуап мәғәнәһе (урыҫса - принадлежность) башҡорт телендә ялғауһыҙ бирелә. Мәҫәлән: БАССР Юғары Советы. Ағиҙел күпере. Башҡортостан ҡыҙы һ.б. Әгәр тағы ла бер аныҡлаусы һүҙ килеп инһә, ул саҡта ялғау яҙыла. Мәҫәлән: РСФСР-ҙың тәүге Халыҡ Комиссарҙары Советы. Башҡортостандың иң һылыу ҡыҙы. --Айсар (әңгәмә) 19:03, 16 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Урыҫ тексында бөтә һүҙҙәр ҙә ҙур хәрефтән яҙылмай, шуға мин яңылышам. Конституциялар буйынса төҙәттегеҙ ялғауҙарҙы ҡушып, шуға бында ла шулай кәрәктер тип уйланым. Ялғауҙар менән буталам былай ҙа)) Илдәр исемен мин ҙурҙан яҙа торғайным шикелле. Рәсәй урынына рәсәй тип яҙыу российский тигәнде аңлата микән тип уйлай башланым. Город России или российский город, мәҫәлән. Рәсәй футболсыһы - футболист России. Российский футболист - шул уҡ Рәсәй футболсыһы. Испанский танец - Испания бейеүе булып сыға. Испан бейеүе булмаймы ни? Шулай дөрөҫөрәк булыр ине бит.--Тутыйғош (әңгәмә) 05:28, 17 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Конституцияға ҡағылышлы: СССР 1937 йылғы түгел, ә Конституция 1937 йылғы. Шуға ла СССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы була. Урыҫ текстарын өлгө итеп алыу күп осраҡта үҙен аҡламай: беренсенән, унда ла хаталар бар; икенсенән, урыҫ теле ҡағиҙәләре беҙҙекеләрҙән айырыла. Уларҙың Россия һүҙенән алынған российский тигәне сифат (прилагательное), шуға бәләкәй хәрефтән яҙыла. Башҡорт телендә улай килеп сыҡмай, сөнки илдәр исеме халыҡ исеме менән гел генә тап килмәй, шуға ла яҙыу ике төрлө була. Мәҫәлән, Испания ҡалаһы — Испания дәүләтенеке йәки илдеке, ә испан бейеүе — испан халҡыныҡы. Испанияла испандарҙан тыш башҡа халыҡ та йәшәй, шуға Испания бйеүе тип (ҙур хәреф менән) яҙыу дөрөҫ булмай. Америка йырсыһы һәм Ҡытай спортсыһы тигәндә лә — шул уҡ хәл, улар илдекеләр йәғни АҠШ һәм ҠХР дәүләттәренеке — былай яҙыу бар яҡтан да дөрөҫ. Был шәхестәр илдеке булып та, ҡытай халҡыныҡы (милләтенеке) булмаҫҡа ла мөмкин, ә америка халҡы (милләте) бөтөнләй юҡ. Американ йырсыһы тип яҙыу ҙа дөрөҫ түгел, был американский тигәндән калька, дөйөм наҙанлыҡ арҡаһында ҡулланышҡа инеп бара. Бындай һүҙ яһалыш формаһы башҡорт теленең эске закондарына тап килмәй. --Айсар (әңгәмә) 06:04, 17 ғинуар 2018 (UTC)[яуап бирергә]