Фекерләшеү:Сүәйс (Суэц)
Уҡыу көйләүҙәре
ZUFAr, мин Суэцты ғәрәпсә яҙылышы буйынса алғайным. Уны Әл-Сүәйс тип тә әс-Сүәйс тип тә әйтәләр. Төркиҙәр Сүәйеш тип алғандар. Бәлки беҙгә лә шулай алырғалыр?--Guram52 (әңгәмә) 04:08, 25 июнь 2019 (UTC)
- Башҡортса радио тыңлаған, тамаша ҡараған, гәзит-китап уҡыған кешегә аңлашылған вариатты алырға кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 04:14, 25 июнь 2019 (UTC)
- ZUFAr,улай булғас, Сүәйс тип кенә ҡалдырайыммы? СМИ-ларҙа Байконур тип өйрәнгән топонимды Байҡоңыр тип яҙғанбыҙ бит. --Guram52 (әңгәмә) 08:39, 25 июнь 2019 (UTC)
- Башҡорттар аңлаған вариантта ҡалдырырға кәрәк. Башҡортлаштырабыҙ тип Байҡоңыр һәм башҡа төрлө яҙырға теләүселәр табылып тора, барыһы менән дә бәхәскә инеп төҙәтеп өлгөрөп булмай.--ZUFAr (әңгәмә) 14:39, 25 июнь 2019 (UTC)
- -ZUFAr Урыҫ телендәге атамаһы эстә бирелә бит, кеше аңламаҫ тип әйтерлек түгел. СМИ-ҙа ул аңлатмаһыҙ-ниһеҙ һала ла ҡуялар, бына шунда проблема була. Ирекле энциклопедияла ла бирелмәгәс, халыҡ оригиналда йәки оригиналға яҡын нисек яңғырағанын нисек белергә тейеш? Башҡорт теленең мөмкинлектәрен ниңә сикләргә ти? Нишләп башҡа төркиҙәр үҙ телдәрен теләп ҡуллана, ә беҙҙә - тик сикләү--Guram52 (әңгәмә) 16:35, 25 июнь 2019 (UTC)
- сикләйек, төҙәтәйек тип әйтмәйем, башҡортса уҡый белгән кеше аңларлыҡ булһын тип әйтем --ZUFAr (әңгәмә) 16:52, 25 июнь 2019 (UTC)
- ZUFAr Байҡоңырҙы ла төҙәтеү кәрәкмәй - ҡаҙаҡтарҙың топонимикаһы башҡортсаға яҡын бит. Викиҙың уңайлылығы шунда - мәҡәләлә мөмкин булған бар варианттар ҙа яҙыла ала. Урыҫ төшөнсәләре лә хатта әллә нисә вариантта, барыһын да тиерлек яҙалар. Беҙ ҡуйған төшөнсәләрҙе теләгән кеше урыҫса әйтелештә йөрөтөр, сөнки урыҫса яҙып та эҙләп табып була, бары мәҡәлә эсендә урыҫсаһын яҙып китергә кәрәк. Ә былай ҡыҙыҡһыныу уяна--Guram52 (әңгәмә) 03:16, 26 июнь 2019 (UTC)