Фекерләшеү:Тәбиғәт һәләкәте
«Тәбиғәт һәләкәте» мәҡәләһе Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә.
Һеҙ «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Тәбиғәт һәләкәте» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Стихийное бедствие» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. |
Ҡар борсаҡ
[сығанаҡты үҙгәртеү]Град — Боҙ-ямғыр, боҙло ямғыр була торғайны шай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:05, 15 апрель 2017 (UTC)
- Беҙҙә уны Борсаҡ тип кенә атайҙар. Һуңғы ваҡытта боҙборсаҡ ҡулланыла башланы, шул дөрөҫ тип уйлайым. Боҙло ямғыр тип ямғыр менән бергә яуһа әйтелә, ә град ямғырһыҙ ҙа була бит--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:10, 15 апрель 2017 (UTC)
Мәҡәлә исеме
[сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡәләнең исемен Тәбиғәт ғәрәсәте тип алырға тәҡдим ителә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:18, 15 апрель 2017 (UTC)
- Улайһа бәлки Тәбиғәт бәлә-ҡазаһы тип алырғалыр? Сөнки афәт - ул ғәрәп һүҙе лә, телдә бик йыш ҡулланылмай ҙа. Афәт тигәндең күсмә мәғәнәһе лә бар әле ул, берәй күңелһеҙ хәлгә, йүнһеҙ кешегә ҡарата ла әйтелә. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:00, 15 апрель 2017 (UTC)
- Әгәр афәт һүҙен ҡалдырһағыҙ, Тәбиғәттәге афәттәр тип алығыҙ, сөнки Тәбиғи афәт урыҫсаға күсергәндә "естественные бедствия"ға әйләнә. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:46, 15 апрель 2017 (UTC)
Башҡортостанда тәбиғәт ғәрәсәттәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда тәбиғәт ғәрәсәттәре бүлеген яҙырға кәрәк. Нисәне йылда булды әле көслө дауыл? Төньяҡ райондар буйынса үтте. Бер йылдан һуң Дүртөйлө районы башлығы менән һөйләшеп ултырғайныҡ. Дүртөйлө ҡалаһында бер-нисә йыл алдан олоғайған ҡайындарҙы киҫкәндәр икән. Ә Бөрө ҡалаһында киҫмәгәндәр һәм дауылда ағастар ҡолауынан ныҡ ҡаза күргәндәр. Ул ҡайындар ике ҡалала бер ваҡытта ултыртылған булған. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:26, 15 апрель 2017 (UTC)
- Дүртөйлө яғындағы дауыл (ғәрәсәт) 2006 йылдың июлендә булды тип хәтерләйем."Сабып" һалынған 8 га урмандарын бөрйәндәр ҙә барып таҙалашты. --Һәҙиә (әңгәмә) 16:42, 15 апрель 2017 (UTC)
Циклонмы, әллә Дауылмы?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Циклонмы, әллә Дауылмы? Аптырап торам. Һәр циклон тәбиғәт ғәрәсәте булмай ҙа инде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 15 апрель 2017 (UTC)
- Һәр циклон афат та булмай, ул ҙур бәлә, һәләкәт тип аңлатыла бит. Тимәк, бәлә-ҡаза тип кенә алырға кәрәк--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 10:43, 15 апрель 2017 (UTC)
Дауыл һәм ғәрәсәт -синонимдар тип уйлайым. Эсенә көслө ел менән бәйле һәр төрлө һәләкәт инеп китә. Ул ямғырһыҙ ҙа, ямғырлы ла, ҡарлы-ямғырлы, борсаҡ менән дә булырға мөмкин.
Әфәттең, Гүзәл апай әйткәнсә, мәғәнәһе киң. Холоҡһоҙ кешенән алып, сир, ҡоротҡостар күпләп үрсеүе, көн торошоның болғаныуы, янғын, һыу баҫыу, дауыл, ғәрәсәт, ҡыйралыш инеп китә.
Бәлә-ҡаза, тағы ла киңерәк мәғәнәне эсенә ала. Әфәттән тыш, унда мал ҡазаланыу, бәрелеп-һуғылып, ҡолап йәрәхәтләнеү, авария, үлем хәлдәре лә инеп китә. Һәр хәлдә, йәшәү дәүерендә аңымда әүәләнгән төшөнсәләр шундай.
Дүртөйлө яғындағы дауыл (ғәрәсәт) 2006 йылдың июлендә булды тип хәтерләйем."Сабып" һалынған 8 га урмандарын бөрйәндәр ҙә барып таҙалашты. --Һәҙиә (әңгәмә) 16:42, 15 апрель 2017 (UTC)